Баймырҙа Бикҡужин
Баймырҙа Бикҡужин (рус. Биккузин Баймурза) (? — 26 апрель 1945 йыл[1]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы[2][3].
Баймырҙа Бикҡужин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Үрге Иванай, Балтаc районы |
Вафат булған көнө | 26 апрель 1945 |
Вафат булған урыны | Германия |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәБаймырҙа Бикҡужин Башҡортостандың Баймаҡ районы[2] Төрөкмән ауыл Советы[1] (хәҙер Күсей ауыл Советы) биләмәһендә тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә, «Память народа» сайтында аҙаҡҡы хеҙмәт урыны: ялан почтаһы 11622 тип күрһәтелгән, әлеге почта 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкына тап килә[3]. 1945 йылдың 26 апрелендә Германия территорияһындағы алышта һәләк була[4][5]. «Память народа» сайтындағы мәғлүмәттәрҙән: рядовой; исемлектән төшөрөү сәбәбе: яуҙа һәләк булған/хәбәрһеҙ юғалған; сығанаҡ фонды — Баймаҡ районы буйынса Башҡортостан Республикаһының Хәрби Комиссариаты бүлеге. Сайтта бирелгән документтан (14 бит) күренеүенсә, Баймырҙа Бикҡужиндың адресы тип Төрөкмән ауыл Советы күрһәтелгән[1], ерләнгән урыны күрһәтелмәгән. Шул уҡ сайттағы юғалтыуҙы дөрөҫләүсе документта — ҡатыны исеменә ебәрелгән рәсми хәбәрҙә Б. Бикҡужиндың Бранденбург провинцияһы Велефанец ауылында ерләнеүе тураһында әйтелә[1].
Былар ҡыҙыҡлы
үҙгәртергәТөрөкмән ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Күсей ауылы элек Бикҡужа тип аталған. Был атама 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм көмөш миҙалға лайыҡ булған Танһыҡҡужа Бикҡужиндың атаһы хөрмәтенә бирелгән булған[6].
Хәтер
үҙгәртергәБикҡужин Баймырҙаның исеме Баймаҡ районының «Хәтер китабына» индерелгән[5].