Сана
Сана[2] (баҫым ҡуйыу варианттары: Сана́ һәм Са́на; ғәр. صنعاءصنعاء) — Йәмәндең баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаһы. Халҡы — 2 575 347 кеше (2012).
Ҡала | |
Сана ғәр. صنعاء | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Мэр |
Абдул-Ҡадир Хилал |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
I быуат |
Майҙаны |
126 км² |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
2200 м |
Климат тибы |
тропик, сүлле |
Халҡы | |
Тығыҙлығы |
20 439,26 кеше/км² |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 01 |
Һанлы танытмалар | |
Атаманың барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәТопонимика
үҙгәртергәСана — ике эра араһында нигеҙләнгән боронғо ҡала. Топоним көньяҡ ғәрәп сығышлы һәм «ныҡ, нығытылған ҡаралты» тигәнде аңлата.
Заманса норматив урыҫса исеме
үҙгәртергә1966 йылда ғәрәп географик атамаларын урыҫса яҙыу ҡағиҙәләре рәсми раҫлана. Транскрипция нигеҙендә, ҡала «Санъа»[3] (ғәр. صنعاءصنعاء) тип яҙылырға тейеш. Әммә атама ҡәҙимге «Сана» формаһында һаҡланып ҡала. 1986 йылда баҫылған «Сит ил географик атамалары һүҙлеге»ндә (Словарь географических названий зарубежных стран) шулай уҡ традицион «Сана» формаһы бирелгән.
Географияһы
үҙгәртергәҠала илдең эске өлөшөндәге яҫы таулыҡта, диңгеҙ кимәленән 2200 метр бейеклектә урынлашҡан, уны тирә-яҡап тауҙар уратып алған.
Климаты
үҙгәртергәСана климаты сүлле тропик. Әммә диңгеҙ кимәленән юғары бейеклектә (2200 м) урынлашҡанға күрә, ҡалала климат йомшаҡ. Йәй йылы һәм тик һирәк кенә ныҡ эҫе була. Ҡыш йомшаҡ, ҡайһы ваҡыт ҡырау төшөүе мөмкин.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 28 | 28 | 31 | 31 | 32 | 32 | 32 | 32 | 32 | 33 | 29 | 28 | 33 |
Уртаса максимум, °C | 22 | 23 | 24 | 24 | 26 | 28 | 28 | 27 | 26 | 23 | 22 | 21 | 25 |
Уртаса температура, °C | 16 | 18 | 20 | 20 | 22 | 23 | 24 | 23 | 22 | 18 | 16 | 15 | 20 |
Уртаса минимум, °C | 10 | 12 | 15 | 16 | 18 | 19 | 20 | 19 | 18 | 13 | 10 | 10 | 15 |
Абсолют минимум, °C | 1 | 2 | 7 | 8 | 7 | 11 | 8 | 7 | 8 | 3 | 1 | 0 | 0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 0 | 2 | 9,9 | 14,7 | 4,7 | 17,8 | 49,9 | 63,6 | 24 | 7,5 | 4,4 | 0 | 198,5 |
Сығанаҡ: Национальный погодный сервис, weatherbase |
.
Халҡы
үҙгәртергә
|
|
Иҡтисад
үҙгәртергәҠалала биҙәнеү әйберҙәре, көмөш, күн әйберҙәре, ебәк, балаҫ, ҡәһүә, сәнғәт әйберҙәре, туҡымалар менән сауҙа итәләр, туризм хеҙмәте әүҙем күрһәтелә.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәҠалала төрлө ҙурлыҡтағы 50-гә яҡын мәсет бар, шунлыҡтан борон Сана ҡалаһын «күп манаралы» тип йөрөткәндәр.[4]
- Бөйөк мәсет (Мәсет әл-Джами әл-Кәбир) (VII быуат)
- Сәләх-әт-Дин мәсете (XIII йәки XIV быуат, ә манара XVI быуатта төҙөлгән)
- Әл-Баҡырийа мәсет (1597 йыл)
- Талха мәсете (1619—1620 йылдар)
- Әл-Мәһди мәсете (1750—1751 йылдар)
- Әс-Сәлих мәсете
- Милли музей
- Ғәскәр музейы
- Суҡ-әл-Милх (үҙәк баҙар)
- Суҡ-әл-Ҡат баҙары (Иҫке ҡаланың көнсығышында) — ғәрәп баҙарҙарының иң боронғоларының береһе
- Иҫке ҡаланың урамдары һәм тыҡрыҡтары
- Йорт-манаралар
- Дар әл-Хәжәр — Имам Яхъя ибн Мөхәммәдтең йәйге резиденцияһы
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.world-gazetteer.com, Yemen, divisions
- ↑ Государства Аравийского полуострова // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 118—119. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука 1966. — С. 26. 2019 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Азия.
- ↑ Сомонаи расмии Мақомоти иҷроияи маҳаллии ҳокимияти давлатӣ дар шаҳри Душанбе
- ↑ Ankara Büyükşehir Belediyesi Kardeş Şehirleri(недоступная ссылка), Turkish & African cultural, and social economical co-opeartion association 2007 йыл 12 октябрь архивланған., abgerufen 11 am.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Густерин П. В. Йеменская Республика и её города. — М.: Международные отношения, 2006.
- Густерин П. Дар-аль-хаджар — дворец на скале // Азия и Африка сегодня. — 2007. — № 11.
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
- Густерин П. В. Санайская группа сотрудничества: результаты и перспективы // Дипломатическая служба. — 2009. — № 2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Густерин П. В. Хронология россия-йеменское мөнәсәбәттәре