Әкрәм
Викидатала элемент тултырылмаған |
Әкрәм— төрки телле халыҡтар араһында ғәрәптәрҙән таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәӘкрәм — ғәрәптәрҙән ингән «бик йомарт», «кеселекле» мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәӘкрәм Бейеш — (16 апрель 1926 йыл — 2 октябрь 2003 йыл) — ғалим-тел белгесе. 1957—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017, үлгәндән һуң), Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы Туйөмбәт ауылында тыуған.
Әкрәм Мөхәррәм улы Вәлиев, Әкрәм Вәли — (28 июль 1908 йыл — 19 март 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945).
Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин — (рус. Нигматуллин Акрам Агзамович; 16 февраль 1946 йыл — 5 март 2007 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) Юғары Советы һәм 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.
Әкрәм Искәндәр улы Мулдашев — (5 февраль 1924 йыл — ?) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1970), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Әкрәм Сөнәғәт улы Дауытов — (17 ноябрь 1914 йыл — 9 ғинуар 1986 йыл) — үҙешмәкәр композитор, йыр текстары авторы, уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Батальон командиры, гвардия майоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләр лауреаты. Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Йəрмөхəмəт ауылында тыуған.
Әкрәм Әғзәм улы Әбүбәкерев — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында повозочный (арбасы) булып хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы.
Әкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев — (3 ғинуар 1959 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе (2005). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Башҡорт АССР-ының Салауат районы Күҫәләр ауылында тыуған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |