Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ябраил хәҙисе (ғәр. حديث جبريل, حديث جبرائيل‎; рус. Хадис Джибриля) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Ябраил фәрештә менән осрашыуы һүрәтләнгән, тотош ислам өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған риүәйәт (хәҙис).

 
1717 йылғы ғосман миниатюраһында Ябраил («Ғәжәиб әл-мәхлуҡәт», Зәкәриә әл-Ҡәзүини).

Хәҙис Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр тарафынан атаһы Ғүмәр ибн әл-Хәттаб һүҙҙәренән тапшырыла һәм Мөслим ибн әл-Хажаждың «Сәхих» йыйынтығында күрһәтелә (Сәхих Мөслим). Әбү Һөрәйрә һүҙҙәре буйынса, йөкмәткеһе буйынса бер төрлө булған хәҙис әл-Бохари "Сәхих"ендә лә бар.

Ябраил хәҙисе ислам әҙәбиәтендә йыш килтерелә, уның төрлө шәрехләмәләре бар. Хәҙисте имам ән-Нәүәүи «40 хәҙис» йыйынтығына индерә, шулай уҡ Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб үҙенең трактатында ҡулланыла[1]. .

Хәҙистең йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Хәҙис Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хикәйәләүе булып тора. Бер ваҡыт, Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләре араһында булғанда, улар янына ҡап-ҡара сәсле, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ аҡ кейем кейгән кеше килә, Мөхәммәткә яҡын ултырып, эҙмә-эҙлекле ислам, иман, ихсан, Ҡиәмәт көнө һәм уның билдәләре тураһында һорай. Мөхәммәт с.ғ.с. Ҡиәмәт көнөнән башҡа бөтә һорауҙарға ла яуап бирә, сөнки, уның һүҙҙәренсә, Ул һуңғыһы хаҡында һораусы белгәндән артығырағын белмәй. Һәр яуаптан һуң һораусы Мөхәммәттең әйткәндәренең дөрөҫлөгөн раҫлай, һәм был Ғүмәрҙе аптырата. Бөтә һорауҙарҙы биреп, ят кеше китә, һәм бер аҙҙан Мөхәммәт Ғүмәр ибн Әл-Хәттабҡа был уларҙы дингә өйрәтеү өсөн килгән Ябраил фәрештә икәнен әйтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб. 3 основы и их доказательства. — Исламская медиатека, 2014. — С. 15. — 21 с. Архивная копия от 8 декабрь 2015 на Wayback Machine

Һылтанмалар

үҙгәртергә