Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб

Мөхәммәт ибн Ғәдел-Үәһһәб әт-Тәмими (ғәр. محمّد بن عبد الوهّاب المشرّفي التميمي‎; 1703 , Ғүйәйнә — 1792,22 июнь, әд-Дәрғиә) — ғәрәп теологы һәм үәһһәбилек хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы, сәләфи вәғәзсеһе, шулай уҡ Мөхәммәт ибн Сәғүд менән берлектә Сәғүд Ғәрәбстанын төҙөүҙә һәм яңы дәүләттә үәһһәби ағымын нығытыуҙа төп ролдәрҙең береһен башҡарған.

Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб
араб. محمد بن عبد الوهاب
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб ибн Сөләймән ибн Ғәли

Тыуған көнө:

1703[1][2][3][…]

Тыуған ере:

Ғүйәйнә, Эд-Диръия[d], Эр-Рияд[d], Сәғүд Ғәрәбстаны

Үлем көнө:

22 июнь 1792({{padleft:1792|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3]

Үлгән ере:

Әд-Дәрғиә, Дирийский эмират[d][4]

Дине:

ислам

Атаһы:

Абд аль-Ваххаб ибн Сулейман[d]

Балалары:

Хусейн ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Абдуллах ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Али ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] һәм Ибрахим ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d]

Остаздары:

Абд аль-Ваххаб ибн Сулейман[d], Muhammad al-Majmu'i[d], Ali Afandi ad-Daghestani[d], Q30080872?, Abdullah ibn Muhammad al-Fayrooz[d], Ismāʻīl ibn Muḥammad al-ʻAjlūnī[d], Мухаммад Хайя ас-Синдхи[d], Q124497220? һәм Q124605024?

Шәкерттәре:

Абдуллах ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Али ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] һәм Хусейн ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d]

Йоғонто яһаған:

үәһһәбилек, (сәләфилек)

Хеҙмәттәре:
 Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб Викимилектә

Әбдел-Үәһһәбтең тыуыу датаһы аныҡ билдәле түгел, ул 1703 йылда Нәждәге Ғүйәйнә ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә . Нәҫелдән килгән Бәнү Тәмим дин әһелдәре ғаиләһендә тыуған («әт-Тәмими» нисбәһе шунан)[5]. Бала сағынан уҡ Мөхәммәт шул ваҡытта киң таралған ислам тәғлимәтен, ул саҡта Ғәрәбстан ярымутрауында таралған хәнбәли мәҙһәбе буйынса өйрәнә башлай[6]. 12 йәшендә өйләнә һәм хаж ҡылыу өсөн мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинәгә юл тота. Сәйәхәт ваҡытында әт-Тамими дин белгестәре Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Ибн Тәймиәнең хеҙмәттәре менән таныша. Уларҙың ҡараштары күбеһенсә Ибн Әбел-Үәһһәб идеологияһының һәм дөйөм алғанда үәһһәбилек хәрәкәтенең киләсәгенә йоғонто яһай[7].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбтең алты улы була[8], уларҙың дүртеһе атаһында уҡый һәм үҙҙәре лә ғөләмә булып китә — ике улы үҫмер саҡта үлеп ҡала[8][9].

Сәғүдиҙәр Йорто һәм Мөхәммәт Мөхәммәт әт-Тәмими тоҡомдары йортоноң союзы фаҡиһтың үлеме менән тамамланмаған, уларҙың тоҡомдары Ғәрәп йәмғиәтендә юғары «Шәйех тоҡомо» ҡатламын — Әл әш-Шәйехте барлыҡҡа килтергән (ғәр. آل الشيخ‎)[10].

Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб тәғлимәте үҙгәртергә

Ибн Ғәбдел-Үәһһәб идеялары мосолман донъяһында яңылыҡ булмай. Беренсе сәләфиҙәр (от ғәр. سلف‎ — «ата-баба»,), Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Ибн Тәймиә булған. Нәҡ хәнбәли мәҙһәб Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбкә иң ҙур йоғонто яһай[11]. Тәғлимәтендәге төп принциптар булып:

Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбтең ҡараштары һәм уның ислам терминдарына интерпретациялары замандаштары тарафынан да тәнҡитләнә һәм академик даирәләрҙә хөкөм ителеүен дауам итә[12].

Библиографияһы үҙгәртергә

  • Китаб әт-Тәүхид («Бер аллалыҡ китабы») — Ибн Абд әл-Ваххабтың төп хеҙмәте.
  • Кәшф әш-шүбүхәт — изгеләргә табыныуға ҡаршы көрәш.
  • Өс нигеҙ һәм уларҙың дәлилдәре.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119152169 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Muhammad ibn Abd al-Wahhab // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. арабская Википедия — 2003.
  5. Laoust, H., 1986
  6. Джамал ад-Дин Зарабозо. The Life, Teachings and Influence of Muhammad ibn Abdul-Wahhaab. — С. 12—13.
  7. Александр Андреев, Максим Андреев. Восточные ордена: ассасины, ваххабиты, басмачи, дервиши. — Наш современник, 2010.
  8. 8,0 8,1 Бакр Абу Зейд. Подробное вступление в мазхаб Ахмада ибн Ханбаля = المدخل المفصل لمذهب الامام احمد. — С. 555.
  9. Book written by Sheikh Muhammad - Wahabism Exposed. Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  10. Н. Гольдштейн; У. Браун-Фостер. Религия и государство. — С. 118.
  11. Ермаков Д. В. Вероучение ханбалитов // Хрестоматия по исламу. — М.: Наука. — С. 135.
  12. Ahmad Moussalli Wahhabism, Salafism and Islamism: Who Is The Enemy? (инг.). — 2009. — Bibcode1 — PMID 2016-08-03. Архивировано из первоисточника 23 июнь 2014.
  • Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб и его учение // Васильев А. М. История Саудовской Аравии: 1745 г. — конец XX в. — М., 2001.
  • Васильев А. М. Пуритане ислама. М., 1967
  • Делонг-Ба Н.[en]. Реформы Мухаммада Ибн Абд Аль-Ваххаба и всемирный джихад = Wahhabi Islam: From Revival and Reform to Global Jihad. — М.: Ладомир, 2010. — 376 с. — ISBN 978-5-86218-482-2.
  • Стецкевич М. Мифы о «тоталитарных сектах» и «ваххабитах» в современной России: попытка анализа // Смыслы мифа: мифология в истории и культуре. Сборник в честь 90-летия профессора М. И. Шахновича. Серия «Мыслители». Выпуск №8. — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского философского общества, 2001. — С. 300.
  • Ibn ʿAbd al-Wahhāb / Laoust, H. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Valentine, S. R., «Force & Fanaticism: Wahhabism in Saudi Arabia and Beyond», Hurst & Co, London, 2015, ISBN 978-1-84904-464-6

Һылтанмалар үҙгәртергә