Подгорица
Подго́рица[2] (черногор. По̀дгорица/Pòdgorica[3], 1952—1992 йылдарҙа Титоград) — ҡала, Черногорияның баш ҡалаһы[комм. 1]. Подгорица баш ҡала общинаһының административ үҙәге. Черногорияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.
Ҡала | ||||||
Подгорица черногор. Подгорица, Podgorica | ||||||
| ||||||
| ||||||
Ил | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Координаталар | ||||||
Башлыҡ | ||||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1326 йылда | |||||
Элекке исеме |
Бирзиминум, Рибница, Богуртлен, Титоград | |||||
Майҙаны |
225 км² | |||||
Бейеклеге |
49 м | |||||
Халҡы | ||||||
Тығыҙлығы |
671 кеше/км² | |||||
Агломерация |
▲ 185 937 кеше (2011) | |||||
Милли состав | ||||||
Конфессиональ составы | ||||||
Этнохороним |
подгорицалы, подгорицалылар | |||||
Сәғәт бүлкәте | ||||||
Телефон коды |
+382 20 | |||||
Почта индексы |
81000 | |||||
Һанлы танытмалар | ||||||
Автомобиль коды |
PG | |||||
Рәсми сайт | ||||||
Халҡы 150,9 мең (2011 йыл), йәғни ил халҡының ¼ өлөшө. Скадар яйлаһының ҙур киңлегендә, Морача йылғаһы буйында, Скадар күленән һәм Адриатик диңгеҙенән алыҫ булмаған йомшаҡ климатлы уңдырышлы үҙәндә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Подгорица урынында тәүге торама таш быуат осоронда уҡ нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем бында иллирий ҡәбиләләре йәшәгән, ә һуңынан был ерҙәрҙе римлылар яулап алған. Римлылар Бирзиминиум (Birziminium) тигән ҡалаға нигеҙ һалған.
Подгорицанан яҡынса 3 км алыҫлыҡта римлыларҙың икенсе ҡалаһы — Диоклеяның харабалары урынлашҡан. Рим императоры Диоклетиан (фараз буйынса уның исеме «диоклеялы» тип аңлатыла) сығышы менән ошо урындарҙан булған тип иҫәпләнә. Һуңыраҡ славяндар осоронда Диоклея атамаһы Дукля тип үҙгәрә һәм барлыҡ төбәк шулай атала башлай.
Нигеҙләнгәндән алып ҡала мөһим сауҙа юлдары (Зета, Морача, Рибница һәм Ситница йылғалары) сатында урынлашҡан.
V быуатта бында славяндар килеп төпләнә. Улар үҙ дәүләтен булдыра, даими рәүештә Византия менән һуғыш алып бара. Рибница исемле йылға буйында, шул йылға исемен алған яңы ҡала төҙәйҙәр. Тәүге тапҡыр был атама Неманичи серб король династияһы хакимлығы осоронда телгә алына. Ҡаланың әһәмиәте уның Адриатик диңгеҙгә йүнәлгән сауҙа юлында урынлашыу менән билдәләнә.
Ҡаланың артабанғы Подгорица атамаһы тәүге тапҡыр 1326 йылда Котор архивының суд документтарында телгә алына. Ул ваҡытта ҡала бай булған, сөнки уның аша Дубровник һәм Сербия араһында бигерәк тә йәнле сауҙа алып барылған.
1474 йылдан ҡала Ғосман империяһы составына керә. Ғосмандар бында ҙур ҡәлғә төҙөй, ошонан черногор кландары менән һуғыш алып барыла. Башнялар, диуарҙар һәм ҡапҡалар менән нығытылған ҡала черногорҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға мөмкинлек биргән. 1864 йылда Подгорица ҡалаһы Богуртлен («ҡара көртмәле») тип аталған Ишкодра вилайәтәнең административ үҙәге булып китә. Ҡала шулай уҡ Бургурице албан атамаһы буйынса ла билдәле.
1878 йылда Берлин конгрессы ҡарарҙарына ярашлы Черногорияның суверен кенәзлек булараҡ бойондороҡһоҙлоғо таныла һәм Подгорица яңы илдең бер өлөшө булып китә.
XX быуат
үҙгәртергә1901 йылда Подгорицала Черногорияның беренсе банкы асыла. 1902 йылда тәүге коммерция предприятиеһы — тәмәке плантацияһына нигеҙ һалына. Ике донъя һуғыштары араһында ҡала халҡының иҫәбе 13 мең кешегә барып етә.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Подгорица 70-тән ашыу тапҡыр утҡа тотола һәм нигеҙенә тиклем тиерлек емерелә. 4100-ҙән ашыу кеше һәләк булған. 1944 йылдың 19 декабрендә ҡала азат ителә. 1946 йылдың 13 июлендә Титоград (Иосип Броз Тито хөрмәтенә аталған) тип атала һәм Черногория Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы статусы бирелә. Бынан һуң ҡала тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Заманса юлдар һәм аэропорт төҙөлә. 1992 йылдың 2 апрелендә ҡалаға Подгорица тарихи атамаһы кире ҡайтарыла.
Климаты
үҙгәртергәҠалала эҫе, ҡоро йәйге һәм уртаса һалҡын ҡышҡы урта диңгеҙ климаты. Ҡар ғәҙәти күренеш, әммә ҡышҡы осорҙоң бер нисә көнөндә генә күәтелә. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 1544 мм, йыллыҡ уртаса температура — 16,4 °C. Йыл һайын яҡынса 135 көн +25 °C-тан юғарыраҡ була. Июлдә һәм августта термометр күрһәткестәре йыш ҡына 40 °C-тан юғары күтәрелә. 2007 йылдың 16 авгусында рекордлы юғары температура — 44,8 °C теркәлә[4].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 18,8 | 23,0 | 27,0 | 30,0 | 33,8 | 38,5 | 41,8 | 44,8 | 38,9 | 32,2 | 27,4 | 20,0 | 44,8 |
Уртаса максимум, °C | 9,5 | 11,3 | 15,1 | 19,1 | 24,3 | 28,2 | 31,8 | 31,7 | 27,3 | 21,7 | 15,4 | 11,1 | 20,5 |
Уртаса температура, °C | 5,0 | 6,8 | 10,0 | 13,9 | 19,0 | 22,8 | 26,0 | 25,5 | 21,4 | 15,9 | 10,5 | 6,5 | 15,3 |
Уртаса минимум, °C | 1,4 | 3,1 | 5,8 | 9,1 | 13,5 | 17,3 | 20,3 | 20,2 | 16,5 | 11,6 | 6,8 | 2,9 | 10,7 |
Абсолют минимум, °C | −17 | −10,9 | −8,4 | −0,5 | 2,5 | 8,2 | 11,0 | 9,0 | 4,0 | −1,5 | −7,4 | −10 | −17 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 192 | 167 | 159 | 144 | 89 | 63 | 38 | 66 | 121 | 166 | 239 | 217 | 1661 |
Сығанаҡ: Climate Charts WMO Погода и Климат |
Халҡы
үҙгәртергәПодгорица — Черногорияның иң ҙур ҡалаһы, бында ил халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшө йәшәй.
2003 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Подгорица муниципалитетында 169132 кеше йәшәгән, шул иҫәптән Подгорица ҡалаһына — 136473 кеше килә.
Йыл | Ҡала халҡының иҫәбе |
Муниципалитет халҡының иҫәбе |
---|---|---|
1948 | ||
1953 | ||
1961 | ||
1971 | ||
1981 | ||
1991 | ||
2003 |
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, муниципалитет халҡының 57% үҙен черногор, 26% — серб, 11 % — албан тип иҫәпләй.
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәҠалала RTCG дәүәлт телеканалының һәм бер нисә коммерция телестудияларының (TV In, NTV Montena, Elmag RTV, RTV Atlas и MBC) үҙәк офисатры урынлашҡан.
Черногорияның барлыҡ кәндәлек гәзиттәре (Vijesti, DAN һәм Pobjeda) Подгорицала нәшер ителә.
Транспорты
үҙгәртергәПодгорица автомобиль, тимер юл һәм авиабәйләнештең ҙур транспорт үҙәге булып тора. Подгорица аша дүрт Европа автомобиль маршруты үтә:
- Төньяҡ йүнәлеш (E65, E80) — Сербияға һәм артабан Үҙәк Европа илдәренә
- Көнбайыш йүнәлеш (E762) — Босния һәм Герцеговинаға һәм артабан Көнбайыш Европа илдәренә
- Көньяҡ йүнәлеш (E65, E80) — Адриатик диңгеҙенең яр буйына
- Көнсығыш йүнәлеш (E762) — Албанияға.
Ҡаланың йәмәғәт транспорты автобустар һәм таксиҙарҙан тора.
Подгорица — Черногорияның төп тимер юл төйөнө, уның аша Белград — Бар, Подгорица — Никшич, Подгорица — Шкодер тимер юл тармаҡтары үтә.
Подгорицаның көньяғында 12 км алыҫлыҡта халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Ул Черногориялағы ике аэропорттың береһе[5].
Мәҙәниәте
үҙгәртергәПодгорицаның мәҙәни үҙәктәре:
- Черногор милли театры
- Ҡала театры, Балалар театры һәм Ҡурсаҡ театры менән бергә.
- Ҡала музейы (1950).
- Тәбиғәт тарихы музейы.
- Археологик тикшеренеүҙәр үҙәге (1961)
- Марко Милянов музейы.
- Петрович-Негоши һарайы галереяһы (1984).
- Будо Томович мәҙәни-мәғлүмәти үҙәге.
Подгорицала А. С. Пушкин һәм В. С. Высоцкий һәйкәлдәре бар.
Мәғариф һәм фән
үҙгәртергәПодгорицала бер дәүләт юғары уҡыу йорто — Черногория университеты (уның төп кампусы), ике хосуси юғары уҡыу йорто — Черногория фән һәм сәнәғәт академияһы һәм Дукля фән һәм сәнғәт академияһы урынлашҡан.
Ҡалала 34 башланғыс һәм 10 урта (шул иҫәптән гимназия) мәктәп эшләй.
Радосав Люмович милли китапханаһы — илдә иң әһәмиәтле иҫәпләнә.
Архитектураһы
үҙгәртергәҒосман империяһы осоронда (1474—1878) Подгорицала төрөк архитектураһындағы күп бина төҙөлгән. Ҡаланың иң боронғо өлөштәре — Стара Варош һәм Драч ошондай типтағы йорттарҙан тора, шулай уҡ ике мәсетте, сәғәт башняһын һәм боролмалы тар урамдарҙы күрергә мөмкин.
Подгорица Черногрия составына кергәс ҡала үҙәге Рибница йылғаһының икенсе ярына күсә, бында киң юлдар һәм Европа стилендәге биналар һалына. Югославия осоронда ҡала совет архитектураһы стилендә реконструкциялана.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Комментарийҙар
- ↑ Статья 5 конституции Черногории: Главни град Црне Горе је Подгорица. Пријестоница Црне Горе је Цетиње. При этом, оба слова в сербском языке обозначают «столицу»
- Сығанаҡтар
- ↑ Teritorija i stanovništvo . // podgorica.me. Дата обращения: 2015-2-27.
- ↑ Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка : [рус.]. — М. : ООО «Издательство "Мир и Образование"», 2010.
- ↑ Шипка, Милан. Правописни речник српског језика: са правописно граматичким саветником. — Нови Сад: Прометеј, 2010. — 1412 с. — 5000 экз. — ISBN 978-86-515-0455-9.
- ↑ Черногория сегодня 2019 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Аэропорт Подгорица 2019 йыл 22 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПодгорица Викимилектә | |
Подгорица Викияңылыҡтарҙа | |
Подгорица Викигид |