Болгарҙар
Болга́ры (болгарҙар) экзоэтнонимы (болгар теле българи) — көньяҡ славян телле[1][2][3], иртә Урта Быуаттар дәүерендә болғар һәм славян ҡәбиләләре урындағы халыҡ, Балҡан, иң элек фракийҙар ҡалдыҡтары менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән халыҡ. Болгарияның төп халҡы.
Тел |
---|
Болгарҙар Украина һәм Молдавияның көньяғында, Болгария менән сиктәш райондарҙа, Төньяҡ Македония, Греция, Сербия, Румыния райондарында, шулай уҡ АҠШ-та, Канадала, Көньяҡ Америкала һәм Австралияла йәшәй. 2011 йылда Болгария халҡының 85%-н тәшкил иткән.
Теле — болгар теле. Яҙмаһы нигеҙендә — кириллица.
Дингә ышаныусыларҙың төп өлөшө — православие динендәгеләр, шулай уҡ мосолмандар, католиктар һәм протестанттар бар (ҡара: Рәсәйҙә болгарҙар), Ҡаҙағстанда, АҠШ-та, Канадала, Австралияла һ. б. илдәрҙә лә бар. Дөйөм һаны 7 млн тирәһе.
Этногенезы
үҙгәртергәҠара: Антропологические и генетические исследования болгар (Антропологични и генетични проучвания на българите)
Хәҙерге заман болгарҙары бында алдараҡ йәшәгән, VII быуатта Ҡара диңгеҙ буйы далаларынан күсеп килгән өс этностың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә[4], хәҙерге Болгария ерҙәрендә йәшәгән боронғо славяндар ҡәбиләләренән, һәм славяндар килгәнгә тиклем шул ерҙәрҙә йәшәгән фракийҙарҙан, барлыҡҡа килгән.
1917 йылдың октябрь башына Рәсәй империяһы территорияһында 300 меңгә яҡын болгар-колонистар йәшәгән. Улар Рәсәйгә нигеҙҙә XVIII—XIX быуаттың беренсе яртыһында, болгар ерҙәре Оттоман империяһы власы аҫтында булған осорҙа килгән: 15 меңгә яҡын йәшелсә үҫтерегә ялланған сезон ауыл хужалығы эшселәре һәм 1,5 меңдән артыҡ хәрби әсирҙәр һәм тотҡонланғандар (интернированные).[5]
Болгар генетиктары Болгарияның өс некрополендә ерләнгән VIII—X быуаттарҙа йәшәгән ун өс кешенең митохондриаль гаплотөркөмдәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә, боронғо болгарҙар менән хәҙерге болгарҙар араһындағы генетик оҡшашлыҡты тапты. Боронғо болгар митохондриаль гаплотөркөмдәренә оҡшаған мәғлүмәт хәҙерге осор Европа һәм Көнбайыш Евразия популяцияларында табылды.[6] Хәҙерге заман болгарҙарында 41,9 % йышлыҡҡа эйә митохондриаль гаплотөркөм H (мтДНК) — H гаплогруппаһы 13 протоболгар өлгөһөнөң 7-һендә табылған. Болгарияла йәшәп килгән ир-ат һыҙыҡтарын ҙур репрезентатив тикшереү болгарҙарҙа таралған Y-хромосом гаплотөркөмдәрҙе — I2Y-a1b-M423 (20,2 %), E1b1b1a1b (Y-ДНК) (E1b1b1a1b-V13) гаплотөркөмдәрҙе (18,1 %), R1a1a (Y-ДНК) (R1a1a-M17/M198) гаплотөркөмдәрҙе (10,0 %), R1a1a1b1-M458 (7,5 %), R1b1a2a-L23* (5,2 %), I1 (Y-ДНК) (I1-M253) гаплотөркөмдәрҙе (4,3 %), J-M241 (J2b2-M241) гаплотөркөмдәрҙе (3,8 %), J2a-M530 (2,4 %), E1b1b1c1-M34 (1,9 %), G2a2b2a1b-L497 (1,9 %), J2a1-Page55* (1,7 %), T1a-M70 (1,6 %) күрһәткән.[7] Хәҙерге заман болгарҙары бронза быуаты йәки ямный мигранттары (ВАВ) һәм иртә Европа игенселәре (EEF) ҡушылмаларында булмаған өҫтәлмә кавказ ҡатламын күрһәтә. Хәҙерге болгарҙарҙың кавказ ҡатышмаһын өс компонентҡа бүлә алдылар. Хәҙерге заман болгарҙарын башҡа балҡан халыҡтарынан айырыусы иң көслө кавказ компоненты протоболгарҙарға салт-маяҡ мәҙәниәтенә ҡараған аландарҙан күскән. Хәҙерге заман болгарҙары миной компонентын нигеҙҙә Византия менән халыҡтарҙы алмашыу иҫәбенә, ә бронза быуаты фракий компонентын — иртә урта быуат славяндары менән ҡатнашыу арҡаһында үҙләштергән.[8]
Теле
үҙгәртергәБолгар теле һинд-европа тел ғаиләһенең славян төркөмөнә ҡараған көньяҡ төркөмсәһенә ҡарай. Донъяла болгар телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 9 миллиондан ашыу кеше.
Яҙмала кириллицаға нигеҙләнгән болгар алфавиты ҡулланыла. Унда «Э», «Ы» һәм «Ё» хәрефтәре юҡ, ә «Ъ» хәрефе «табор» рус һүҙендәге баҫымһыҙ өнгә яҡын яңғырау [ɤ] өнөн аңлата.
Күпселек славян телдәренән айырмалы рәүештә, болгар телендә килештәр юғалған, уның ҡарауы «нулевой» тип аталған айырым билдәлелек артиклы ҡулланыла.
Блогар теленең фонетикаһы башҡа славян телдәре менән сағыштырғанда нәҙегәйтелгән (палатализованный) тартынҡыларҙың булмауы менән айырыла.
Лексикаһы буйынса болгар теле боронғо славян (старославянский) һәм македон телдәренә ныҡ яҡын, һәм хәҙерге көнгә тиклем көнсығыш славян телдәрендә архаик тип һаналған күп һанлы һүҙҙәрҙән тора.
Күп быуаттар дауамында төрөк бойондороҡлоғо аҫтында йәшәргә тура килгәнлектән, болгар телендә төрки сығышлы һүҙҙәр күп.
Болгар теле — Болгария Республикаһының рәсми теле. Болгар телендә күп нәфис әҙәбиәт һәм ғилми хеҙмәттәр яҙылған. Бессарабия Украинаһында һәм Молдавияла ул болгар общинаһының рәсми теле булып тора.
Этнографик һәм субэтник төркөмдәр
үҙгәртергәЭлек болгарҙар төрлө төбәк: диалект, конфессиональ, мәҙәни һәм көнкүреш билдәләре менән айырылған, һәм был күренеш әле лә һаҡлана. Теге йәки был төбәктә болгар халҡының айырымланған: рупцы, полянцы, балканджии, шопы, македонцы, тракийцы, добруджанцы һәм башҡа этнографик һәм субэтник төркөмдәр барлыҡҡа килгән.[9]
Карталар
үҙгәртергә-
Европа Төркиәһенең этник картаһы, Гийом Лежан (1861)
-
Славян донъяһы картаһы, Иос Эрбан, 1868
-
1876 йылдан Генри Уилкинсон картаһы
-
Европа Төркиәһенең 1877 йылғы этник картаһы, австрий-венгр консулы Карл Сакс
-
Балҡан ярымутрауы халыҡтары. Хандатлас Андреес Алгемер, 1881
-
Европаның венгр этник картаһы, 1897
-
A. Scobel, Андреес Хандатлас картаһы, 1908
-
1911 йылда балҡан халыҡтарының таралып ултырыуы, Британика Энциклопедияһы
-
Балҡанда һәм Кесе Азияла этник төркөмдәр, Уильям Шеферд, 1911
-
Л.Равенштейға ярашлы, 1914 йылда Европа халыҡтарының таралып ултырыуы
-
Юозас Габрис 1918 йылда баҫтырған швейцар этнографик картаһы
-
1965 йылғы йәниҫәпкә тура килтереп, беренсе тел буйынса (болгар телен индермәйсә), помак теле поценттарҙа
-
Одесса өлкәһендә болгарҙарҙың таралып ултырыуы, 2001 йылғы йәниҫәп буйынса Украина
-
Запорожье өлкәһендә беренсе тел буйынса болгарҙарҙың таралып ултырыуы, 2001 йылғы йәниҫәп буйынса Украина
-
2011 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, Болгариялағы өҫтөнлөклө этник төркөмдәренең таралып ултырыуы
-
2002 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, Румынияла болгарҙарҙың таралып ултырыуы
-
2004 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, Молдавияла болгарҙарҙың таралып ултырыуы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Банат болгарҙары
- Бессарабия болгарҙары
- Бөйөк Британияла болгарҙар
- Славяндарҙың туй йырҙары
- Болгарҙарҙың туй йырҙары
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Болгары // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- Болгары // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Болгары // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей; гл. ред. Р. Г. Рафиков; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3. Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
- Болгары: очерк традиционной народной культуры. София, 1984.
- Болгары // Народы мира: историко-этнографический справочник / редколл., гл. ред. Ю. В. Бромлей. — М., «Советская энциклопедия», 1988. стр.105-107
- Болгары // Большая Российская Энциклопедия / редколл., предс. Ю. С. Осипов. том 3. — М.: Научное издательство «Большая Российская Энциклопедия», 2005. стр.707
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Slav | History & Facts (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 17 октябрь 2019 года.
- ↑ James Minahan. One Europe, Many Nations: A Historical Dictionary of European National Groups. — Greenwood Publishing Group, 2000. — С. 134—135. — 808 с. — ISBN 9780313309847. Архивная копия от 13 сентябрь 2019 на Wayback Machine
- ↑ Mikołaj Serafin Cultural Proximity of the Slavic Nations (инг.). Архивировано из первоисточника 8 декабрь 2019.
- ↑ Болгары // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.Архивированная копия . Дата обращения: 22 ноябрь 2014. Архивировано 29 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.Архивированная копия . Дата обращения: 22 ноябрь 2014. Архивировано 29 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Болгарская группа РКП (б) // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия / редколл., гл. ред. С. С. Хромов. — 2-е изд. — М., «Советская энциклопедия», 1987. стр.70-71
- ↑ D Nesheva, S. Karachanak-Yankova, M. Lari, Y. Yordanov, A. Galabov Mitochondrial DNA Suggests a Western Eurasian origin for Ancient (Proto-) Bulgarians // Human Biology Open Access Pre-Prints. — 2015-03-02. Архивировано из первоисточника 7 ғинуар 2019.
- ↑ Sena Karachanak et al. Y-Chromosome Diversity in Modern Bulgarians: New Clues about Their Ancestry 2021 йыл 5 сентябрь архивланған., 2013
- ↑ Todor Chobanov, Svetoslav Stamov. Genetic evidence suggests relationship between contemporary Bulgarian population and Iron Age steppe dwellers from Pontic-Caspian steppe 2019 йыл 6 июль архивланған., 2019
- ↑ Колев Н[bg]. III. Етногенезис и етническа история на българската народност. 5. Локални и регионални варианти на общобългарската култура // Българска етнография. — София: Наука и изкуство[bg], 1987. — С. 69—70. — 291 с. Архивированная копия . Дата обращения: 23 март 2020. Архивировано 14 июль 2009 года. (Тикшерелеү көнө: 23 март 2020)