Приштина
При́штина (алб. Prishtinë, Prishtina [pˈɾiʃtiːna], сер. Приштина/Priština) — Балҡан ярымутрауындағы ҡала, 2008 йылдан — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының баш ҡалаһы. Халҡы — 198 000 кеше, башлыса албандар[3].
Ҡала | |||||
Приштина сер. Приштина, алб. Prishtinë | |||||
| |||||
Ил |
Косоволағы тораҡ пункт | ||||
---|---|---|---|---|---|
автономиялы край[1] |
Косово һәм Метохия автономиялы крайы[1] | ||||
Округ | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Майҙаны |
572 км² | ||||
Бейеклеге |
652 м | ||||
Халҡы |
~200 000 кеше | ||||
Милли состав |
албандар | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
(+381) 038 | ||||
Почта индексы |
10000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
kk.rks-gov.net/prishtina/ | ||||
Сербия һәм Косовоның бойондороҡһоҙлоғон танымаған дәүләттәр күҙлегенән Приштина — Косово һәм Метохия автономиялы крайының баш ҡалаһы.
Тарихы
үҙгәртергәБеҙҙең эраның II быуатында Ульпиана тигән Рим колонияһы нигеҙләнә, VI быуатта атамаһы колонияны ҡабат төҙөгән император Юстиниан хөрмәтенә Юстиниана Икенсе тип үҙгәртелә. VI—VII быуаттар сигендә Балҡан ярымутрауы славяндар тарафынан колониялаштырылған саҡта емертелә.
Приштина тәүләп — 892 йылғы, ә хәҙерге атамаһы менән 1342 йылғы сығанаҡтарҙателгә алынған. Приштина урта быуат серб дәүләте үҙәктәренең береһе була һәм король Стефан Урош II Милутиндың (1282—1321) резиденцияһы булып хеҙмәт итә. Ҡаланан төньяҡ-көнбайыштараҡ 1389 йылда Косово яланындағы алыш була. 1459 йылда серб баш ҡалаһы Смедерево Ғосман империяһы тарафынан баҫып алына һәм төрөктәр хакимлығы аҫтында ҡала.
1912 йылда, Беренсе Балҡан һуғышы ваҡытында, ҡаланы сербтар буйһондора. Беренсе донъя һуғышы барғанда ҡаланы австрий ғәскәрҙәре оккупациялай (1915—1918), шунан һуң ул ҡабат Сербияға ҡайтарыла.
Икенсе донъя һуғышы барғанда Приштина итальян идаралығына тапшырыла. 1943 йылда немецтар ҡаланы оккупациялай. 1944 йылдың 21 октябрендә Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы тарафынан азат ителгәс, ҡала Югославия Совет Федератив Республикаһы составына Сербия Республикаһының бер өлөшө итеп индерелә. 1946 йылдан — Косово-Метохия автономиялы өлкәһенең, 1963 йылдан — крайының административ үҙәге була. Коммунистик хөкүмәттең декреты буйынса, Приштина 1974 йылда яңы ойошторолған Косово социалистик автономиялы провинцияһының баш ҡалаһы статусын ала.
1999 йылдың башында, Косоволағы низағ көсәйгән саҡта, ҡала ҙур зыян күрә. Бөтә сербтар ҙа тиерлек һәм башҡа албан булмағандар ҡаланан ҡаса йә ҡыуыла. 1999 йылдың 12 июненән 2003 йылға тиклем ҡаланың аэропорты Рәсәй ғәскәрҙәре контроле аҫтында тотола.
2008 йылдан Приштина өлөшләтә танылған Косово Республикаһының баш ҡалаһы булып тора.
Географияһы
үҙгәртергәПриштина Косовоның төньяҡ-көнсығышында Голяк тауҙарына яҡын ғына тора. Приштинанан Шар-Планина тауҙары күренә, улар бер нисә километрҙа, Косово менән Метохияның көньяғында, урынлашҡан.
Транспорты
үҙгәртергәПриштина Косоволағы автомобиль, тимер юл һәм һауа селтәрҙәренең эре узелы булап тора. Автобустар, поездар һәм самолёттар Приштина менән төбәктәге һәм унан ситтәге башҡа тораҡ пункттар менән бәйләнеште тәьмин итә.
Галерея
үҙгәртергә-
Хәҙерге Приштина.
-
Хәҙерге Приштина.
-
Косовола БМО штаб-фатиры.
-
Хөкүмәт штаб-фатиры.
-
Приштиналағы урам.
-
Приштиналағы китапхана.
-
Аҡ бина.
-
Гранд-отель.
-
Ҡала стадионы.
-
Приштиналағы мәсет.
-
Приштинаның халыҡ-ара аэропорты.
Панорама
үҙгәртергәАдминистратив буйһоноуы
үҙгәртергәСерб позицияһы | Албан позицияһы |
---|---|
Косово һәм Метохия автономиялы крайының Косово крайына инә |
Косово Республикаһының |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- История города 2008 йыл 9 март архивланған. (инг.)(инг.)
- Современные фотографии Приштины