Эссен
Эссен (нем. Essen [ˈɛsən]) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Ҡала Рур өлкәһе һәм Рейн-Рур төбәктәренең үҙәгендә урынлашҡан. Кёльн, Дюссельдорф һәм Дортмундтан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала һәм мөһим иҡтисади үҙәктәрҙең береһе. Дюссельдорф административ округы составында 570 мең халҡы менән бойондороҡһоҙ ҡала булып, Эссен ГФР-ҙың эре ҡалалары исемлегендә туғыҙынсы урынды биләй. Эссен эре сәнәғәт концерны үҙәге булараҡ билдәле, ә 1972 йылдан, ҡалала күп профилле университет ойошторолғас, ул илдә Юғары мәктәптең мөһим үҙәге лә булып тора. 2003 йылда Эссен университетын Дуйсбург университеты менән берләштергәс, студенттар һаны буйынса был уҡыу йорто Германия университеттары араһында туғыҙынсы урынды биләй. 1958 йылдан Эссен шулай уҡ католик епархия үҙәге.
845 йылда Рур йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙҙар штифты (затлы сығышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярым монастырь) кеүек барлыҡҡа килеп, Эссен беҙҙең ваҡытта «Рейн ерҙәренең край союзы» (Ландшафтсфербанд Райнланд, Landschaftsverband Rheinland) һәм «Рур төбәге союзы» (Регионалфербанд Рур, Regionalverband Ruhr) ағзаһы булып тора. «Рур 2010 — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» проекты сиктәрендә Эссен был проектта бөтә Рур төбәген күрһәтеп, «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» тип һайлана.
Яҡынса 800 йылда Изге Людгер хәҙерге заман ҡалаһы сиктәрендә ирҙәр монастыры Верденға нигеҙ һала, ул иртә христиан яҙыуының мөһим үҙәге була.
Географияһы
үҙгәртергәКүрше ҡалалар (көнсығыштантан сәғәт уғы буйынса):
- Бохум
- Хаттинген ( Эннепеталь-Рур округы)
- Фельберт (Меттманн округы)
- Хайлигенхаус (Меттманн округы)
- Рурҙағы Мюльхайм
- Оберхаузен
- Боттроп
- Гладбек (Реклингхаузен округы)
- Гельзенкирхен
Халҡы
үҙгәртергәҠала халҡының һаны 2011 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса ( 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып,) 565 900 кеше тәшкил итә (шул уҡ датаға ҡарата элегерәк 573 468 кеше була)[14]. 2000 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 595 243 кеше йәшәгән, 1990 йылға — 626 973 кеше, 1970 йылға — 696 419 кеше йәшәгән[15].
Тарихы
үҙгәртергә800 йылда Верден аббатлығына нигеҙ һалына, унан Эссен тарихы башлана. Артабан рур бассейны ҡалаларын, шул иҫәптән Эссенды берләштереү башлана.
Климаты
үҙгәртергәЭссенда уртаса йомшаҡ климат.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 3,9 | 5,1 | 8,3 | 12,4 | 17,1 | 20,0 | 21,6 | 21,6 | 18,4 | 14,0 | 8,1 | 4,9 | 13,0 |
Уртаса температура, °C | 1,9 | 2,5 | 5,1 | 8,5 | 12,9 | 15,7 | 17,4 | 17,2 | 14,4 | 10,7 | 5,7 | 2,9 | 9,6 |
Уртаса минимум, °C | −0,3 | 0,0 | 2,2 | 4,8 | 8,7 | 11,5 | 13,2 | 13,3 | 11,1 | 7,9 | 3,5 | 0,9 | 6,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 81 | 57 | 75 | 68 | 73 | 97 | 89 | 77 | 73 | 70 | 83 | 90 | 933 |
Сығанаҡ: World Climate |
Административ бүленеше
үҙгәртергәЭссен ҡала округтарына (stadtbezirk), ҡала округтары ҡала кварталдарына бүленә (stadtteil).
- Штадтмитт округы I/Фриллендорф/Хуттроп
- 01 Штадткерн
- 02 Остфиртель
- 03 Нордфиртель
- 04 Вестфиртель
- 05 Зюдфиртель
- 06 Зюдостфиртель
- 11 Хуттроп
- 36 Фриллендорф
- Рюттеншайд округы II/Бергерхаузен/Реллингхаузен/Штадтвальд
- 10 Рюттеншайд
- 12 Реллингхаузен
- 13 Бергерхаузен
- 14 Штадтвальд
- Эссен-Вест округы iii
- 07 Альтендорф
- 08 Фронхаузен
- 09 Хольстерхаузен
- 15 Фулерум
- 28 Хаарцопф
- 41 Маргаретхенхеэ
- Борбек округы IV
- 16 Шенебек
- 17 Бединграде
- 18 Фринтроп
- 19 Деллвиг
- 20 Гершед
- 21 Борбек
- 22 Бохольд
- 23 Бергеборбек
- Альтенэссен округы V/. Карнап/Фогельхайм
- 24 Альтенэссен-Норд
- 25 Альтенэссен-Зюд
- 40 . Карнап
- 50 Фогельхайм
- Катернберг округы vi /Шоннебек/Штоппенберг
- 37 Шоннебек
- 38 Штоппенберг
- 39 Катернберг
- Штеель округы VII /Крайы
- 34 Штееле
- 35 Край
- 45 Фрайзенбрух
- 46 Хорст
- 47 Лайте
- Эссен-Рурхалбинзель округы VIII
- 31 Хайзинген
- 32 Купфердрее
- 33 Бифанг
- 43 Юберрур-Хинзель
- 44 Юберрур-Хольтхаузен
- 48 Бургальтендорф
- Верден округы IX/Кеттвиг/Бреденай
- 26 Бреденай
- 27 Шуир
- 29 Верден
- 30 Хайдхаузен
- 42 Фишлакен
- 49 Кеттвиг
Элекке шахталар
үҙгәртергә- Зильбербанк.
- Цольферайн.
Эссен ҡалаһында иң эре газ-транспорт һәм газ һатыу E.ON Ruhrgas компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Messe Essen күргәҙмә комплексында йыл һайын донъялағы иң ҙур өҫтәл уйындары күргәҙмәһе — Spieltage Internationale үткәрелә.
Транспорты
үҙгәртергәЭссен ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияларының береһе урынлашҡан[16]. Классификацияның немец системаһы буйынса Эссен тимер юлы вокзалы беренсе категориялы вокзал була, был уны илдең 20 төп вокзалы иҫәбенә индерә.
Ҡалала метрограмдың өс линияһы эшләй. Эссендә Европаның иң ҙур автомобиль баҙары урынлашҡан.
Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә2010 йылда, венгр Пече һәм төрөк Истанбулы менән Эссен Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.
Ҡалала Фолькванг художество музейы урынлашҡан
-
Реллингхаузенда Шелленберг һарайы
-
Ной Изенбург һарайы емереклектәре
-
Бальденай һарайы
-
Хюгель виллаһы.
-
Хайзинген усадьбаһы
-
Эссен соборы
-
Кеттвигта фахверк йорттары
-
Цольферайн шахтаһы
-
Эссен ратушаһы
Туғандаш ҡалалары
үҙгәртергәЭссен ҡалаһы менән туғанлашҡан ҡалалар:[17]
- Сандерленд, Бөйөк Британия (1949)
- Тампере, Финляндия (1960)
- Гренобль, Франция (1974)
- Түбәнге Новгород, Рәсәй (1991)
- Тель-Авив, Израиль (1991)
Ҡара Ҡалып:Категорию
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/essen.html
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.eglv.de/emscher-lippe/emschergenossenschaft/
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 9,0 9,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ https://www.essen.de/dasistessen/international/partnerstaedte/tampere.de.html
- ↑ https://www.tampere.fi/en/organisation/international-affairs/twin-cities
- ↑ https://www.um.zabrze.pl/mieszkancy/samorzad/miasta-partnerskie/essen
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Statistisches Bundesamt 2016 йыл 3 апрель архивланған.: am in Grundlage des 2011 Gemeinden damarukam Zensus und Zählungen früherer nach Bevölkerung 31.12.2011 Deutschland 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Германияның федераль ере ҡала һәм ауыл торама пункты мәғлүмәттәре буйынса рәсми сығанаҡтар ГФР 2013 йыл 3 декабрь архивланған. (нем.)
- ↑ Тимер юл транспорты. Энциклопедия.: Ҙур Рәсәй энциклопедияһы м., 1995 88-89 стр.
- ↑
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Эссен, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)