Украин диаспораһы
Украин диаспораһы (укр. Українська диаспора) — Украинаның сиктәренән тыш украин милли берләшмәһенең йыйылма билдәләмәһе.
Үҫеш тарихы
үҙгәртергәXVIII быуат башында уҡ аҙ һанлы сәйәси эмиграция Төркиәлә һәм, 1709 йылда Полтава һуғышында еңелгәндән һуң, Көнбайышта ла йәшәй. Украиндар ваҡыт үтеү менән Рим, Будапешт, Вена һәм Лондонға күсенеп йәшәй башлай.
XIX быуат аҙағында ауыл хужалығы тармағында хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында украиндарҙың 1877 йылдан алып Австро-Венгриянан АҠШ-ҡа һәм Рәсәй империяһынан Алыҫ Көнсығышҡа массауи эмиграцияһы башлана.
1920 йылда океан аръяғы украин диаспораһы Беренсе донъя һуғышы һөҙөмтәләре арҡаһында 700—750 меңгә тиклем арта. Әммә диаспораның төп өлөшө Көнсығыш Европаһы булып ҡала. Көнбайыш һәм Үҙәк Европа ҡалаларында ла украин диаспораһының үҙәктәре үҫешә башлай. Диаспора ағзалары араһында төрлө йәмәғәт ойошмалары һәм учреждениелары тора: Францияла — төп эмиграция Советы, Европаның башҡа илдәрендә — ЦЕСУС, УВУ, Хужалыҡ академияһы. Оҙайлы булмаған ваҡыт арауығынан һуң, 1920-21 йылдарҙа, Көнбайыш Украина ерҙәренән хеҙмәтсән эмиграция ҡабаттан башлана, 1920—1939 йылдарҙа Көньяҡ Америкаға — 60 мең, Францияға — 35 мең, Төньяҡ Америкаға 80 мең кеше (шул иҫәптән Канадаға — 70 мең) күсенә һәм был илдәр украиндар эмиграцияһы үҙәктәре булып китә.
1920 йылда Украин диаспораһы яҡынса 3,6 млн кеше тәшкил итә. 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы украин диаспораһы СССР-ҙа (УССР-ҙан тыш) 7 млн кешенән артыҡ була[1].
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң сәйәси эмиграция иҫәбенә диаспораның һаны 250 мең кешегә артыуы күҙәтелә. Элекке урынлашҡан ерҙәренән тыш, украин диаспораһы үҙәктәре Венесуэлала, Австралияла, Туниста барлыҡҡа килә. Европала һәм Америкала бер нисә йәмәғәт ойошмалары булдырыла: украин йәмәғәт ойошмалары Координация үҙәге, Панамерикан украин конференцияһы, ирекле украиндар Донъя конгресы. Шулай уҡ төрлө фәнни һәм дини ойошмалар: АҠШ — та украин православие сиркәүе, украин автокефаль православие сиркәүе, дөйөм украин инжил — баптист берләшмәһе, украин католик иерархиялары булдырыла.
СССР тарҡалғандан һуң украиндар, ҡағиҙә булараҡ, эш эҙләп Европа илдәре Италия, Испания, Португалия, Греция, Чехияға юлланалар.
Көнбайыш диаспораһы
үҙгәртергәПольшала украин диаспораһы 360—500 мең кеше тәшкил итә һәм алтынсы урынды биләй. Украина диаспоралары көнсығыш Словакия, Румыния, Бөйөк Британия, Германия, Нидерландта ла бар. Алыҫ сит илдәрҙән украин диаспоралары Канадала (яҡынса 1 млн украиндар), АҠШ, Бразилия, Аргентина, Парагвай, Уругвай, Австралияла бар.
Ойошмалар
үҙгәртергәУкраин диапоралары араһында иң ҙур ойошмалар — Канада украиндар конгресы, Украина дәүләт фронты (Бөйөк Британия), Бенилюкс илдәренең украин дәүләт халыҡ фронты, Европа украиндар конгресы, украиндар Лигаһы һәм Канада украин ҡатын — ҡыҙҙар Лигаһы, «Теләк» украин — америка ойошмаһы. Көнбайышта украин диаспораһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырған сәйәси ойошма булып украин милләтселәре Конгресы (УМК) тора. Диаспора менән шулай уҡ бер нисә абруйлы уң милләтсел партиялары бәйле. Украин диаспораһы менән бәйләнеште «Ватан» берекмәһе, «Ирекле украиндар Конгресы», йәмғиәт һәм мәҙәни ойошмалар булдыра. Был бәйләнештәрҙе нығытыуҙа мөһим роль Украина милли фәндәр Академияһы нәшер иткән «Украин диаспораһы» журналы уйнай.
Көнсығыш диаспораһы
үҙгәртергәКөнсығыш диаспораһы үҙ эсенә постсовет илдәрендә йәшәүсе украиндарҙы ала. Иң ҙур диаспоралар Рәсәйҙә (бөтөн диаспораның яҡынса 50 %), Ҡаҙағстанда (24 %) һәм Молдавияла (10 %) урынлашҡан.
Һаны буйынса иң ҙур украин диаспораһы Рәсәйҙә көн күрә. Рәсәйҙә украиндарҙың дөйөм һаны 4,363—5,000 мең кеше тәшкил итә. Күбеһенсә украиндар эре ҡалаларҙа: Мәскәү, Санкт-Петербург, Курск, Воронеж, Һарытау, Һамар, Әстерхан, Владивостокта, шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа: Кубань (Краснодар крайы), Дон, Ырымбурҙан Тымыҡ океанға тиклем, Каспий аръяғындағы өлкәлә, Уссури йылғаһы үрендә Приморье крайында, Амур өлкәһендә (укр. Зелений Клин, Закитайщина) йәшәйҙәр.
Молдавияла респбулика халҡының 13,8 % тәшкил иткән 600,4—650 мең украин йәшәй, 1991 йылда, Молдова Республика хөкүмәте «Республикала украин милли мәҙәниәтен үҫешен булдырыу саралары тураһында» ҡарар сығарҙы, шулай уҡ Приднестровье конфликтының мәсьәләһен сисеү буйынса бер нисә аҙым эшләне, әммә Молдовала йәшәүсе украиндарҙың проблемалары халыҡ — ара кимәлдә һәр халыҡ — ара осрашыуҙарҙа, тиерлек, күтәрелә.
Башҡортостан украиндары
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы украин диаспораһы картаһында үҙенә башҡа бер урын биләй.
Украиндарҙың Көньяҡ Уралда йәшәй башлауы XVI быуаттан уҡ билдәле. Башҡортостанға украиндар күпләп 1861 йылдағы Крәҫтиән реформаһынан һуң күсенә. Айырыуса Подольск, Харьков, Полтаванан килеүселәр күп була.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Украинанан 20 сәнәғәт предприятиеһы, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни учреждениелар эвакуациялана. Улар араһында 5 вуз, Фәндәр Академияһы; композиторҙар, рәссамдар, яҙыусылар, архитекторҙар союздары; Днепропетровск музыкаль-драма театры, Киев опера һәм балет театры, музыкаль комедияһы театры, Николаев ҡалаһынан ҡурсаҡ театры; Тарас Шевченко һәм Михаил Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары һ.б. Украин ғалимдары А. Богомолец, Л. Булаховский, Н. Петровский; яҙыусылар һәм шағирҙар М. Рыльский, П. Тычина, Н. Рыбак, А. Корнейчук исемдәре Башҡортостан менән бәйле.
Стәрлетамаҡ районында Золотоношка исемле бик матур ауыл бар. Унда 100 йылдан ашыу украиндар йәшәй. Улар бөгөнгә тиклем үҙҙәренең милли мәҙәниәтен һаҡлап килә. Ауылда дүрт ижади коллектив эшләп килә. Улар республикала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәктәбендә дүрт тел уҡытыла: урыҫ, башҡорт, инглиз һәм украин.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Башҡортостанда 39875 украин теркәлгән, шуның 18023-ө — ир-егет, 21852-һе — ҡатын-ҡыҙ.
-
Өфө, Башдрамтеатр майҙаны, 28 май 2016 йыл, Башҡортостан украиндары Башҡорт милли кейеме байрамында
-
Өфө, Башдрамтеатр майҙаны, 28 май 2016 йыл, Башҡортостан украиндары Башҡорт милли кейеме байрамында
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәВидеоматериалдар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- КлубUA — сайт-клуб російських українців 2009 йыл 23 сентябрь архивланған.
- B городе Саскатун проживает 30.000 украинцев 2009 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Ukraine: A Concise Encyclopaedia. — Торонто, 1971
- Український Науковий Інститут Гарвардського Університету. Українці в американському та канадійському суспільствах. Соціологічний збірник, за ред. В.Ісаєва. — Кембрідж, 1976
- Томилов Н. А. Современные этнические процессы в южных и центральных зонах Сибири. // Советская Этнография, 4, 1978
- Кубійович В. Укр. діяспора в СССР в світлі переписів населення // Сучасність, ч. (210). — Мюнхен, 1978
- Чорний С. Українці в Євразії. Чисельність і розміщення за переписами 1897—1990 рр. — Київ, 2002
- Марунчак М. Біографічний довідник до історії українців Канади. — Вінніпег, 1986;
- Лановик Б., Траф’як М., Матейко Р. та ін. Українська еміграція: від минувшини до сьогодення / За ред. проф. Б. Ла-новика. — Т., 1999;
- Українці Австралії: Енциклопедичний довідник. — Сідней, 2001
- Мости в Україну / Укладачі: Володимир Білецький, Віра Боднарук, Богдан Боднарук. — Донецьк: Український культурологічний центр, Східний видавничий дім. — 2005. — 116 с.
- Віра Боднарук, Володимир Білецький. Літературні вечори в Українському Інституті Модерного Мистецтва Чикаго, 1973—2006. — Донецьк: Український культурологічний центр, НТШ-Донецьк, ТУМ-Чикаго — 2006. — 140 стор.(недоступная ссылка)
- Закордонне українство і Донеччина: вчора, сьогодні, завтра //Матеріали Міжнародної науково-практичної конференції, м. Донецьк, 19 грудня 2008 р. — Донецьк: Донецьке обласне відділення Товариства «Україна-Світ», Український культурологічний центр, НТШ-Донецьк, 2008. 312 с. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бабенко В. Я., Черниенко Д. А. Украиндар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Дондағы Ростовта украин үҙәге 2021 йыл 22 апрель архивланған.
- Украиндар Германияла
- Центральний державний архів зарубіжної україніки 2013 йыл 16 февраль архивланған.