Әрмет ауыл советы
Әрмет ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы муниципаль берәмек.
[[Сельское поселение России Рәсәй]] (МО 2-го уровня) | ||
Ил | ||
---|---|---|
Федерация субъекты | ||
Район | ||
Административ үҙәк | ||
Үҙ эсенә ала |
2 населённых пункта | |
Халҡы (2015) |
↘838[1] чел. | |
Этник составы |
башкиры | |
Конфессиональ состав |
мусульмане-сунниты | |
Административ үҙә координаталары | ||
Барлыҡҡа килеү йылы |
1 января 2006 | |
Глава сельсовета |
Исхакова Зайтуна Ибатулловна | |
Сәғәт бүлкәте | ||
Почта индексы |
453238 | |
Код ОКТМО | ||
Код ОКАТО | ||
|
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуат уртаһынан алып, Әрмет түбәһе Юрматы волосы составында була.
Әрмет ауыл советы 1919 йылда булдырыла[2].
Бөйөк Ватан һуғышында бынан 493 кеше ҡатнашҡан, 147 кеше тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» законы буйынса ауыл биләмәһе статусына эйә[3].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] | 2012[6] | 2013[7] | 2014[8] | 2015[1] |
1288 | ↘1221 | ↘972 | ↘945 | ↘907 | ↘872 | ↘838 |
Ауыл советы составы
үҙгәртергә№ | Населённый пункт | Тип населённого пункта | Население |
---|---|---|---|
1 | Нижнеарметово | село, административный центр | ↘590[5] |
2 | Верхнеарметово | деревня | ↘382[5] |
Совет осоронда хәҙер юҡҡа сыҡҡан Сәфәртуй, Божорйорт (божор — ҡор), Күкбүре һәм Әрметбаш утарҙары уның составында булған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Инфраструктураһы
үҙгәртергәАдминистратив үҙәге — Түбәнге Әрмет ауылы[3].Адресы: Ибраһим Ғиззәтуллин урамы, 84б , Ишембай районы Әрмет ауыл советының ауыл биләмәһе хакимиәте[9]:
- Хакимиәт башлығы: Исхаҡова Зәйтүнә Һибәтулла ҡыҙы
- Хакимиәттең эштәр башҡарыусыһы: Шәһиева Тәнзилә Тажи ҡыҙы
Уҡыу йорттары: мәктәпкәсә (Түбәнге Әрмет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы), мәктәптәр — Түбәнге Әрмет ауылы урта мәктәбе (МОБУ СОШ) һәм Үрге Әрмет тулы булмаған мәктәбе (Түбәнге Әрмет урта мәктәбе филиалы).
Әрмет ауыл советында Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет фельдшер — акушер пункттары, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорттары, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауыл китапханалары, Түбәнге Әрмет ауылында янғын һүндереү һағы, АТС,элемтә бүлеге, 6 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй.
2009 йылда «Ихлас» мәсете асылған.
Ауыл советы биләмәһендә йәшәүсе халыҡ һанының һуңғы йылдарҙа кәмеүе күҙәтелә.
2009 йылғы ауыл советы бюджеты: килем — 2 622 227 һум, сығымдар — 2 605 585 һум.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (1918—1992) — күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968).Түбәнге Әрмет.
- Ноғоманов Дәйләғи Сирай улы (1922—1944) — офицер, танкист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы.
- Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (1928—1997) — медицина фәндәре докторы (1984), профессор, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы (1966 йылдан).
- Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы - ( 1928й.)1953-1970 йылдарҙа "Совет Башҡортостаны"гәзитенең баш редакторы, Башҡортостан китап нәшриәте директоры, "Ағиҙел" журналының яуаплы секретары,«Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән. Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы - (1929 й.) Башҡорт АССР-ы дәүләт бейеү ансамбленең данлыҡлы бейеүсеһе, БАССР-ҙың халыҡ артисы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 74
- ↑ 3,0 3,1 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Администрация сельского поселения Арметовский сельсовет муниципального района Ишимбайский район(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Арметовский сельский совет//Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 74-75. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.