РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (рус. «Заслуженный учитель школы РСФСР») — маҡтаулы исем. РСФСР Юғары Совет Президумы Указы менән 1940 йылдың 11 ғинуарынан индерелгән. 1995 йылдың 30 декабренән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеменә алмаштырылған.
Тарихы
үҙгәртергә«РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме беренсе тапҡыр 1940 йылдың 11 ғинуарынан РСФСР Юғары Совет Президумының мәғәриф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә маҡтаулы исемдәр булдырыу Указы менән индерелә[1].
1975 йылдың 28 мартында РСФСР Юғары Совет Президумы Указы менән түшкә тағыу тамғаһы булдырылған[2].
1956 йылдың 18 июлендә РФСФР Юғары Совет Президумы Указы менән «РСФСР һөнәри-техник мәғарифе атҡаҙанған оҫтаһы» (рус. Заслуженный мастер профессионально-технического образования РСФСР) һәм «РСФСР һөнәри-техник мәғарифе атҡаҙанған уҡытыусыһы» (рус. Заслуженный учитель профессионально-технического образования РСФСР) маҡтаулы исемдәре булдырыла.
1995 йылдың 30 декаберендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1341 һанлы Указы менән «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме урынына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (рус. «Заслуженный учитель Российской Федерации»)[3].
Бүләкләү шарты
үҙгәртергәБашта был маҡтаулы исем уҡытыу-тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн тик уҡытыусыларға ғына бирелә.
Һуңғараҡ мәғариф өлкәһендә эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәр — директорҙар, уларҙың урынбаҫарҙары һәм халыҡ мәғарифы бүлектәре мөдирҙәре лайыҡ була.
50—80 йылдарҙа мәғариф белем биреү өлкәһенең һәммә тармаҡтарында өлгө күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә — уҡытыусылар менән бер рәттән тәрбиәселәргә, район, ҡала, өлкә һәм республика мәғариф эштәрен ойоштороусыларға, урта, махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, дәреслек авторҙарына, методистарға, мәктәп биналары төҙәүгә һәм уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ иткән хужалыҡ етәкселәренә лә бирелә.
Хеҙмәт стажы 15 йылдан күберәк булырға тейеш.
Маҡтаулы исем менән бүләкләнгән Башҡортостан уҡытыусылары
үҙгәртергәУҡытыу—тәрбиә эшендә айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән ике Башҡортостан уҡытыусыһы иң беренсе маҡтаулы исемгә 1943 йылда лайыҡ була — Баймаҡ ҡалаһаның 4-се һанлы ете йыллыҡ мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мәҙинә Ризуан ҡыҙы Шәйҙуллина һәм Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хөсәйен Ямалетдин улы Фәтҡуллинға бирелә.
Башҡортостандан был маҡтаулы исем менән 2003 йылдың башына ҡарата 425 кеше бүләкләнгән. Был һанға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исеме менән бүләкләнгәндәр ҙә ингән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 11 января 1940 г. «Об установлении почетных званий РСФСР — Заслуженного учителя школы и Заслуженного врача» (Известия Советов депутатов трудящихся СССР, 18 января 1940 г.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 28 марта 1975 г. "Об учреждении нагрудного знака «Заслуженный учитель школы РСФСР» (Ведомости Верховного Совета РСФСР, 1975, N 14, ст. 314).
- ↑ Указ Президента РФ от 30 декабря 1995 г. N 1341 «Об установлении почетных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ғәлинурова Л. К. Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары (тарихи-педагогик очектар). Беренсе китап. — Өфө: Китап, 2004. — 292 бит. (Был китаптың мәғлүмәтен Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Яйыҡбаев Камил Яҡшыгилде улы туплай башлаған. Уның эшен ҡыҙы Лира Ғәлинурова дауам иткән һәм китап итеп баҫтырған. Китапҡа 190 шәхес тураһында тарихи-педагогик очерктар ингән).