Сафин Зәки Закир улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сафин Зәки Закир улы (рус. Сафин Заки Закирович 1922, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1920[сығанаҡ 1187  көн күрһәтелмәгән] — октябрь 1994) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сафин Зәки Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Түбәнге Әрмет, Ишембай районы
Вафат булған көнө октябрь 1994
Вафат булған урыны Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө разведчик
Эш урыны Колхоз
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафин Зәки Закир улы 1922 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1920 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында тыуа. 1941 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 294‑сы гвардия кавалерия полкының сапер-шартлатыу взводында хеҙмәт итә[1].

Һуғыштан һуң тыуған колхозында эшләй. Ветеран 1994 йылдың октябрендә вафат була.

Һуғышта ҡатнашыу осорҙарында Сафин үҙен ҡурҡыу белмәҫ разведчик итеп күрһәтә. Лобановка-Озерки районы янындағы һуғыштарҙа Сафин разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса дошмандың ут нөктәләре юҡ ителә, үҙенең төҙ атыуы менән 7 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Подразделениеның 1942 йылдың 31 июлендәге 68/н бойороғо менән ҡыҙылармеец Сафин Зәки Закир улы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә