Таған Ғәлимйән Ғирфан улы

Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры
(Таган Галимьян Гирфанович битенән йүнәлтелде)

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (1 ғинуар 1892 йыл29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған
Тыуған ваҡыты

1 ғинуар 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Ҡатай улусы (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл ауылы

Үлгән ваҡыты

29 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

Германия Гамбург ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡорт ғәскәре 19181919
Рәсәй ФедерацияһыАҡтар хәрәкәте

Ғәскәр төрө

Ҡоро ер ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

19141920

Хәрби звание

Прапорщик
прапорщик (Рәсәй ғәскәрҙәре)

Часть

2-се дивизия

Командалыҡ итеү

5-се Башҡорт уҡсылар полкы, 3-сө Башҡорт пехота полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Отставкала

1920 йылдан

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Вафат көнө

29 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (56 йәш)

Ғилми даирәһе

төркиәт

Эшләгән урыны

Мадьяр дәүләт этнография музейы
Гамбург университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы, төркиәт докторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә тыуған.[1].

Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй[1].

Һалдатҡа алынғас, Тифлиста (хәҙерге Тбилиси) хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.

1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була[2]. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара[3]. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була[4].

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, уның хәрби эшмәкәрлегенә туҡталып, аҙаҡ ошолай тип яҙа:

«3-сө Башҡорт полкының иң ауыр, ҡыҫынҡылы ваҡыттарында һалдаттарға атай ҙа, арҡаҙаш та булып, ҡулдарынан етәкләп алып йөрөй белгән Таған һәм уның ғәскәре большевиктар тарафынан (1918—1919 йылдар) бер тип баһаланды. Бер ҡыҙыл офицерҙың „Көнсығыш фронтта башҡорттарға ҡапма-ҡаршы“ исеме аҫтында нәшер иткән хәрби хәтирәләрендә: „Мең башы Тағандың саңғылы ғәскәрҙәре алдында ҡыш айҙарында тәрән ҡар кисеп көнбайышҡа тура ҡарап ҡасҡан ваҡытта татыған башҡорт ҡамсыһының әсеһен беҙ, ҡыҙылдар, һис онотмайбыҙ“ — тип яҙыуын 1920 йылда эске Рәсәйҙә Пенза виләйәтенең рәсми совет гәзитендә үҙем уҡыным»[5].

 
Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы етәкселәре. 1920 йыл. Уңда идаралыҡтың штаб начальнигы Ғ. Таған, уртала идаралыҡтың рәйесе М. Ҡорбанғәлиев һәм һул яҡтан атаман Семёнов янындағы башҡорт вәкиле С. Бикмәев ултыралар.

«Хәтирәләр» әҫәрендә иһә ул 1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай»[5]. Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй[1].

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала[6]. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә[7]. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала[4].

Эмиграцияла

үҙгәртергә

1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара[8].

Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәр — Вилмош Прёле һәм Бенедек Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай[4].

Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә[1].

1920-се йылдар аҙағында Ғәлимйән Тағандың матбуғатта күп кенә этнографик мәҡәләләре сыға. Тәүҙә «Levente» гәзитендә, артабан «Ethnographia» исемле Мадьяр этнографик йәмғиәте журналында һәм Милли музейҙың «Ne’prajzi E’rtesito..» гәзитендә немец һәм мадьяр телдәрендә баҫылып сыға. 1930 йылда Австрияның Вена ҡалаһында урынлашҡан Венгрия коллегияһына ғилми стажировкаға бара. Бында күп кенә шәрҡиәтселәр менән таныша һәм 1932 йылда Венгрияға кире ҡайта[4].

Артабанғы ғилми эҙләнеүҙәрен ул тулыһынса этнография фәненә һәм музей эшмәкәрлегенә арнай. Хеҙмәттәренең төп темаһы — төрки халыҡтар, башлыса башҡорт һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙың матди мәҙәниәте. Быға венгр ғалимдары менән бергә Шәреҡ төркиҙәре, башҡорт һәм ҡаҙаҡ этнографияһы менән шөғөлләнеүсе рус ғалимы Харузов менән эмиграцияға тиклем таныш булыуы ла ярҙам итә. Будапештта ул Мадьяр дәүләт этнография музейының ислам һәм төрки бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Мадьяр этнография йәмғиәтенең сәркәтибе була.

1932, 1937 һәм 1939 йылдарҙа ул ошо ике ғилми ойошманың йөкмәтеүе буйынса Төркиәгә барып, Көньяҡ Анатолияла йәйләү тормошо менән йәшәүсе төрөктәрҙең көнкүрешенә арналған материалдар йыя.

1938, 1941 йылдарҙа Исландияла, Финляндияла һәм Эстонияла экспедицияла була. Урал-Алтай халыҡтарының сағыштырма этнографияһын өйрәнеү эше менән шөғөлләнә.

30-сы йылдар уртаһынан 1945 йылға тиклем уның мадьяр журналдарында мадьяр телендә (француз һәм немец телдәрендәге аңлатмалары менән) тиҫтәләрсә күләмле мәҡәләһе баҫылып сыға. Әхмәтзәки Вәлиди, мәҫәлән, үҙенең шәхси китапханаһында нөсхәләре булған хеҙмәттәренең ошондай исемлеген һанап үтә: «Башҡорттоң тирмә йорттағы көнкүреше» (1934), «Башҡорттарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа ат ауырыуҙары һәм уларҙы дауалау» (1936), «Башҡорттарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа ат ярыштары һәм байрамдары», «Ҡырғыҙҙарҙа ат урлауға ҡараған хоҡуҡи мәғлүмәт», «Башҡорттарҙа мал тамғалау ысулы», «Башҡорттарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа ат тәрбиәләү ысулдары» (1936), «Башҡорттарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа йөк ташыу һәм сәйәхәт итеү саралары» (1938), «Кесе Азия төрөктәрендә кәзә үрсетеү һәм йөн эшкәртеү» (1939), «Тороста Ҡаратепе төрөктәре этнографияһы» (1940) һәм «Торостың көньяҡ бүлегендә этнография тикшеренеүҙәре» (1942)[5].

Этнография менән шөғөлләнгән Ғәлимйән Таған матди мәҙәниәт ҡомартҡыларын фотоға төшөрөү һәм шуның менән фән өсөн ҡиммәтле материалдар йыйнау эшенә бик ҙур әһәмиәт биргән. Уның был эшмәкәрлеге этнографтар өсөн өлгө булып тора. Үҙенең тикшеренеүҙәре һәм ғилми сәйәхәттәре һөҙөмтәһендә ул төрки халыҡтарының матди этнографияһы буйынса меңәрләгән фоторәсем туплай һәм «Мадьяр музейы коллекцияһын был хосуста иң бай коллекция хәленә килтереүҙә бөйөк тырышлыҡ күрһәтә»[5].

 
Ә. Вәлиди, Ә. Инан, Ғ. Таған. Будапешт, 1925 йыл.

Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең дуҫы һәм арҡаҙашы Ғәлимйән Тағанды, башҡортҡа хас булғанса, йыр-моңға, бейеүгә һәләтле оло бер талант эйәһе тип ҡат-ҡат иҫкә ала, уның үҙен «тауышы бик матур булған доктор Таған башҡорт халыҡ йырҙарын һаҡлаусы йәнле музей ине»[5] тип атай. 1925 йылдың май айында Әхмәтзәки Вәлиди һәм Әбделҡадир Инан Будапештҡа етеп, Ғәлимйән Таған менән осраша, Будапештта ҡунаҡтар хөрмәтенә күңелле мәжлестәр ойошторола, башҡортса йыр башлайҙар. Йырҙы артабан Ғәлимйән Таған үҙе генә дауам итә.

«Доктор Таған ғәжәп моңло итеп бер-бер артлы бик күп башҡорт йырҙарын йырланы. Мадьяр ҡатындары тәҙрәләрен асып тыңлай»[9].

Мадьяр музыка белгестәре һәм Вена Фәндәр академияһының фонограмма архивы мөдире профессор Роберт Лах уның был талантын юғары баһалай һәм, әлбиттә, уның башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып алған булырға тейештер. Ә инде Ә. Вәлидиҙең «Хәтирәләр»ендә хәбәр ителгәнсә, доктор Тағандың Веналағы дуҫы профессор Герберт Янски менән берлектә 1939 йылда «Башҡорттарҙың моңдары һәм йырҙары» тигән махсус бер том баҫып сығарыуы айырыуса әһәмиәткә эйә[5]. Профессор Гюрфи Иштван доктор Тағанды «Будапештта бер үҙе бер Көнсығыш төрки колонияһы» тип баһалаған[5].

Эмиграцияла йәшәгәндә Ғәлимйән Таған сәйәсәткә ҡатнашмай, «һуғыш барышында мадьярҙарҙың һәм немецтарҙың сәйәси эшкә ҡушылырға тәҡдим итеүҙәренә яҡынлашмайынса»[5], ғилми эшмәкәрлегенә тоғро ҡала. Шул уҡ ваҡытта уға тыуған илебеҙ — ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың, башҡорт халҡының яҙмышы тураһындағы уйҙар һис кенә лә тынғы бирмәй. Вәлиди буйынса,

«Доктор Таған, ватанына бик фиҙакәр булғанлыҡтан, әгәр бер көн Рәсәй ҡулы аҫтындағы милләттәрҙең халыҡ-ара кимәлдә вәкилдәре булыу талап ителһә, башҡорттарҙың вәкиле булырға әҙер ине һәм Төркөстан файҙаһына эшмәкәрлек итеү өсөн Мадьярстанда ҡалды. Быға уның үҙен мадьяр ғалимдарының бик яратыуы һәм юғары баһалауҙары ла, шулай уҡ мадьяр милләтенең инсанлы күкрәгенә баҫып һөйөү хосусындағы даими рәүештә күҙәтелгән гүзәл сифаты ла сәбәп булды»[5].

 
Ғәлимйән Таған (уңдан икенсе) һәм Әхмәтзәки Вәлиди (һулдан икенсе) бесән сабып йөрөгән мадьяр крәҫтиәндәре фонында (урыны билдәһеҙ, 1929 йылдың 26 декабре)

1945 йылда Ғәлимйән Таған, совет ғәскәре Венгрияға барып кереү менән, НКВД агенттарының электән дә тынғы бирмәүенә хәүефләнеп, Төркиәгә китергә ынтылып ҡарай. Әммә был тырышлыҡ бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, һәм ул Германияға күсергә мәжбүр була. Шул ваҡыттан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Гамбург университетында төркиәтселек лекторы вазифаһын башҡара[10]. 1946 йылдан алып университетта башҡорт телен уҡыта — был Германия университеттары тарихында тәүге башҡорт телен уҡытыу тәжрибәһе була[11].

Ғәлимйән Таған Гамбургта 1948 йылдың 29 июнендә вафат була. Уның ҡәберендә төрөк һәм башҡорт телдәрендә яҙылған ҡәбер ташы ҡуйылған, унда "бында Өсөнсө башҡорт полкы командиры, Будапештта этнограф, Гамбургта төркиәт лекторы, яратҡан халҡының хоҡуҡтары өсөн арымай-талмай көрәшкән доктор Ғәлимйән Таған ерләнгән. Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен. 31.1.1892-29.6.1948». Артабан ҡәбер ташында латин хәрефтәре менән «Тәфтиләү» башҡорт халыҡ йырынан дүрт юллыҡ яҙылған:

Һандуғас ҡоштар, ай, ояла, оялары йәшелгә буяла.
Кемдәрҙең йәне, кемдәрҙең малы кемдәрҙән ҡалмай фани донъяла.

Ғәлимйән Таған 1918 йылда үҙенең Баҡай ауылынан (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы) Мәғмүрә исемле ҡыҙға өйләнә. 1919 йылдың башында Хәҙисә исемле ҡыҙы тыуа. Шул уҡ йылда, Советтар яғына сығыуҙан баш тартып, сит илгә китергә мәжбүр була. Ҡатыны имсәк балаһы менән уға эйәрә алмай тороп ҡала. 1937 йылда Мәғмүрә Тағанова репрессия ҡорбанына әйләнә. Бәхеткә, ҡыҙы Хәҙисә Ғәфүрова иҫән ҡала. Хәҙисә Ғәфүрова ире Мөхәмәтғәлим менән биш бала үҫтерә. Ғәфүровтар ғаиләһе хәҙерге ваҡытта Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Зәйнәкәй ауылында йәшәй[12][13]. Ә Ғәлимйән Таған, сит илгә киткәс, яңынан өйләнмәй, ғүмеренең ҡалған өлөшөн яңғыҙ йәшәп үткәрә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Валюта России во время и после войны. Будапешт, 1929.
  • Башҡорттар Байкал аръяғында // Ватандаш. — 1997. — № 8–10. — ISSN 1683-3554.
  • Служение: сборник / А.-З. Валиди Тоган, А. Инан, Г. Таган; сост. и пер. А. М. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2007. — 207 с. — ISBN 978-5-295-04119-8.
  • Этнографические заметки о башкирах и других тюркских народах. Уфа: Гилем, 2005.
  • Өфө ҡалаһында Ғәлимйән Таған хөрмәтенә урам исемләнгән[14].

Уның тураһында

үҙгәртергә

Фәнни-популяр әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Валеев Д. Ж. Галимжан Таган — выдающийся этнограф и финансист // Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов. — Уфа, 1995. — С. 119—123.
  • Вәлиди Туған Ә. Ә. Төрки бөйөктәренең тормошо. Доктор Ғәлимйән Таған // Шоңҡар. — 1994. — № 1. — С. 69—73.
  • Фархшатов М. Н. Галимжан Таган в эмиграции: Биографический очерк. — Уфа: Гилем, 2003.
  • Фархшатов М. Н. Галимджан Таган: «башкир, ставший венгром».//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 415—420. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.

Матбуғат материалдары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫма. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  2. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 47. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  3. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 235. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Фархшатов М. Н. Галимджан Таган: «башкир, ставший венгром».//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 415—420. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Вәлиди Туған Ә. Ә. Төрки бөйөктәренең тормошо. Доктор Ғәлимйән Таған // Шоңҡар. — 1994. — № 1. — С. 69—73.
  6. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 145. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 110. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  8. Юнусова А. Б. Великий имам Дальнего Востока // «Вестник Евразии» : Журнал. — 2001. — № 4 (15). — С. 83—117. — ISSN 1727-1770.
  9. Вәлиди Туған Ә. Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996. 629-сы бит.
  10. Валеев Д. Ж. Таган Галимьян Гирфанович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 556—557. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  11. Фархшатов М. Н. Галимжан Таган в эмиграции: Биографический очерк. — Уфа: Гилем, 2003. — С. 71—72.
  12. Вәлиев Д. Ж. Арҙаҡлы шәхес һәм мәшһүр ғалим // Башҡортостан. 1994, 13 октябрь.
  13. Валеев Д. Ж. Галимжан Таган — выдающийся этнограф и финансист // Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов. Уфа, 1995. С.119—123.
  14. Романов В. Он был одним из организаторов автономного Башкортостана (К 120-летию со дня рождения Галимьяна Тагана). «Башинформ» (1 ғинуар 2012). Дата обращения: 14 март 2015.
  15. 2017 йыл 1 май [https://web.archive.org/web/20170501170156/http://bashgazet.ru/anons/24809-haly-yamyshyny-oto-la-tayanysy-la.html архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған.  , 2017, 3 ғинуар] 2017 йыл 1 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2017)
  16.  , 2017, 1 ғинуар. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә