3-сө Башҡорт уҡсылар полкы

3-сө Башҡорт уҡсылар полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

3-сө Башҡорт уҡсылар полкы
Ғәмәлдә булған йылдары

июль, 1918февраль, 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

1-се Башҡорт пехота дивизияһы, полковник Махин төркөмө (полктың 1-се батальоны), Йыйылма корпус (полктың 2-се батальоны)

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Тереғолов, Ғ. Ғ. Таған

-

Башҡорт хөкүмәте тәүге тапҡыр 3-сө Башҡорт пехота полкын 1918 йыл июленең икенсе декадаһында Өфө өйәҙе башҡорттарынан ойошторорға маташып ҡарай. Әммә Комучҡа (Һамар хөүмәте) буйһонған Өфө губернаһы властарының ҡаршылығы һөҙөмтәһендә, башҡорттарҙы мобилизациялау туҡтатып торола. 1918 йылдың 24 июлендә Златоуст өйәҙендә полктың икенсе формалашыуы башлана. 1918 йылдың август-сентябре дауамында полк хәрби әҙерлек үтә, офицер кадрҙары менән тулыландырыла, обмундирование һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителә. Полкты төҙөүҙә Ҡорбанғәлиевтар әүҙем ҡатнаша.

1918 йылдың июлендә Башҡорт хәрби шураһының приказына ярашлы 3-сө Башҡорт пехота полкының командиры итеп С. Ғ. Бикмәев тәғәйенләнә, әммә килеп еткәс уға икенсе вазифа бирелә[1]. Полктың командиры итеп подполковник Тереғолов тәғәйенләнә.

1918 йыл авгусының икенсе яртыһында полк бүленә: 1-се батальон Өфөгә күсерелә, ә 2-се батальон Златоуст ҡалаһында ҡала. Артабан был батальондар ҡушылмағандар, ә 3-сө Башҡорт пехота полкы атамаһы 2-се батальон артынан ҡала[2].

Полк артабанғы берләшмәләр һәм төркөмдәр составында була: 1-се Башҡорт пехота дивизияһы, полковник Махин төркөмө (полктың 1-се батальоны), Йыйылма корпус (полктың 2-се батальоны).

1918 йылдың октябрь-ноябрендә 3-сө Башҡорт пехота полкы Волга буйы фронты алыштарында — Сызрань, Һамар ҡалаларын обороналауҙа ҡатнаша, генерал-майор В. О. Каппель командалығындағы Йыйылма корпус[3] составында төрлө хәрби заданиелар үтәй. 1918 йылдың октябренән төп Башҡорт армияһы көстәренән айырылған һәм Башҡорт хөкүмәте контролдә тотмаған берҙән-бер полк булып тора.

3-сө Башҡорт пехота полкы Аҡтар ғәскәрҙәре составында Һамар — Златоуст араһында хәрәкәт итә. 1918 йылдың сентярендә Дәүләт Кәңәшмәһе эшләгән осорҙа 900 кешенән торған полктың бер батальоны Өфөлә була һәм ҡаланы үҙ ҡулында тота. Комуч (Һамар хөкүмәте) бойороғо буйынса подполковник Тереғолов һәм уның ярҙамсыһы Мөхәмәтһарун Ҡорбанғәлиев Сызрангә ебәрелә.

Сызрангә төньяҡтан РККА-ның 1-се армияһының 24-се Сембер, төньяҡ-көнбайыштан Инза, көнбайыштан Пенза һәм көньяҡтан Вольск дивизиялары йүнәлә. 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальоны эвакуация башланған ҡалаға 30 сентябрҙә килеп етә. 1 октябрҙә батальон тимер юл күпере тирәһендә Батрак бейеклеген биләй һәм Сызрандән эвакуацияны ҡаплап тороусы берҙән-бер хәрби часть булып тора. Генерал-майор Каппель етәкселегендәге ғәскәрҙәренең урыҫ һәм чехословак частары сигенгәндә, РККА-ның Сембер дивизияһы күперҙе биләргә маташа, әммә башҡорт батальоны ҡыҙылдарҙың һөжүмен кире ҡаға. Ләкин РККА частарының десанты башҡорт батальонын күперҙән айыра, ә аҡтарҙың Халыҡ армияһының 2-се дивизияһы һәм өс чехословак полкы батальонға бер ниндәйҙә ярҙам күрһәтмәй. Дошман уты аҫтында М. Ғ. Ҡорбанғәлиев командалығында батальон Волганың һул яҡ ярына кәмәләрҙә үтә һәм Һамарҙы обороналауҙа ҡатнаша. Сызрандәге алышта 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальонының юғалтыуҙары — һәләк булғандар һәм яраланғандар 70 % тәшкил итә[4]. 7 сентябрҙә башҡорттар һәм чехословактар Һамар ҡалаһын ҡалдыралар. Бынан һуң Ғәлимйән Таған етәкселегендәге 3-сө Башҡорт пехота полкы Каппель ғәскәрҙәре составында Төпкилде ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) янындағы ҡаты алышта ҡатнаша. Был алышта Аҡтар еңеүенә ҡарамаҫтан, Мәскәүҙән ебәрелгән Ҡыҙылдарҙың яңы көстәре ҡыҫымы арҡаһында Өфөгә сигенергә мәжбүр була[5].

1919 йылдың ғинуар башына Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәренең бөтәһен тиерлек ике дивизиянан торған Башҡорт корпусына туплауға өлгәшә, тик Каппель корпусында йөрөгән 3-сө Башҡорт пехота полкы ғына ситтә тороп ҡала. Башҡорт корпусының командалығы 18 февралгә ҡәҙәр 3-сө полктың башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылырына өмөтөн өҙмәй һәм уны корпустың 2-се дивизияһына индерергә ниәтләй. Ләкин аҡтар Ғәлимйән Таған етәкселегендәге 3-сө Башҡорт полкына Башҡорт корпусына барып ҡушылырға мөмкинлек бирмәй. Әхмәтзәки Вәлиди яҙыуынса: «Полктың бер өлөшө Ләмәҙ исемле рус ауылында — Таған, икенсе өлөшө Һатҡы заводында Һарун Ҡорбанғәлиев етәкселегендә булды һәм Колчактың ҡоралды тапшырырға ҡушҡан әмеренә буйһонмай, ике аҙна ҡаршылыҡ күрһәтте. Колчак ризыҡ яғын да ҡыҫты һәм һалдаттарға ауылдарына таралырға бойороҡ бирҙе. Таған менән Һарун Ҡорбанғәлиев, ҡалын ҡар яуған ҡыш айҙары булмаһа, Колчак әмерен тыңламай, төп башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылыр инек, тип рапорт бирҙе»[6].

1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң Көнбайыш армия командующийы М. В. Ханжин приказы буйынса полк таратыла[2].

Командирҙары

үҙгәртергә
  • подполковник Тереғолов (1918 йылдың июле — 1918 йылдың сентябре)
  • поручик Ғ. Ғ. Таған (1918 йылдың октябре — 1919 йылдың феврале)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 193–194. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  2. 2,0 2,1 Таймасов Р. С. 3-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  3. Һуңыраҡ исеме Волга армия корпусы тип үҙгәртелә.
  4. Таймасов Р. С. Оборона Сызрани 1-м батальоном 3-го Башкирского пехотного полка осенью 1918 года // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  5. Заки Валиди Тоган, 1994, с. 268-269
  6. Заки Валиди Тоган, 1994, с. 271
  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.