Ырныҡшы

Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл

Ырныҡшы (рус. Ирныкши) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 513 кеше[1]. Почта индексы — 453034, ОКАТО коды — 80203822001.

Ауыл
Ырныҡшы
Ырныҡшы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

54°25′42″ с. ш. 56°34′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 822 001

ОКТМО коды

80 603 422 101

ГКГН номеры

0519984

Ырныҡшы (Рәсәй)
Ырныҡшы
Ырныҡшы
Ырныҡшы (Башҡортостан Республикаһы)
Ырныҡшы


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

1906 йылда — 2014 кеше; 1920—2340 (Ирныҡшы утарҙары менән бергә иҫәпкә алынған); 1939—2051; 1959—1382; 1989—521; 2002—498; 2010—447 кеше йәшәгән[2].

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
498513447

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге урыҫтар (85 процент) (85 %)[5]

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
498 513 +15 +3,01

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 21 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица)
  • Киров урамы (рус. Кирова (улица))
  • Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица))
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Урал урамы (рус. Уральская (улица))[6]

Ырныҡшы ауылы шул уҡ исемдәге йылға ярында урынлашҡан. Ауыл Архангел заводына нигеҙ һалынғас та барлыҡҡа килмәгән. Һатып алынған крепостной крәҫтиәндәрҙе урынлаштырыу өсөн ерҙәр кәрәк була. Ләкин улар тәүге йылдарҙа уҡ етерлек кимәлдә булмай. Шуға күрә 1769 йылдың 15 сентябрендә И. Н. Бекетова Ырныҡшы йылғаһынан Дыуан һәм Бишауыл-Табын улустары һәм Ағиҙел йылғаһы сиктәренә тиклем Ҡумрыҡ-Табын улусы ерҙәрен башҡорттарҙан 440 һумға һатып алған. Шулай итеп, Ырныҡшы йылғаһы буйындағы ауыл ошо килешеү төҙөлгән йылда йәки уға ҡул ҡуйғандан һуң бер йыл үткәс кенә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ләкин Күрпәс-Табын улусы башҡорттарының 1755 йылғы купчийында завод хужалары Твердышев менән Мясников һатып алған ер сиктәренең ориентирҙары килтерелә. Һәм улар араһында Баҡрыл ауылы бар. Ырныҡшы ауылы Баҡрыл йылғаһы (Ырныҡшы йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Баҡрыл исемле ауыл Ырныҡшы тип атала башлаған, тип фараз итергә мөмкин. Шулай итеп, ауыл заводҡа нигеҙ һалынғандан һуң барлыҡҡа килгән.

1795 йылда Ырныҡшы ауылында 409 ир-ат һәм 431 ҡатын-ҡыҙ була. 1834 йылда 223 йорт хужалығында 627 ир-ат һәм 704 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1896 йылда 936 ир-ат һәм 1047 ҡатын-ҡыҙ, 362 йорт хужалығы була.

Ауылда сиркәү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе, 4 аҙыҡ-түлек магазины, ҡаҙна шарап магазины, икмәк магазины булған[7].

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеофильмдар

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 119. 2022 йыл 29 апрель архивланған.
  8. [1]
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Анохин Виктор Фёдорович 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 июль 2018)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә