Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы
Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы (20 ноябрь 1913 йыл — 6 июнь 1986 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1939—1964 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы һәм өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1913 |
Тыуған урыны | Аблай ауылы, Зәйет улусы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 июнь 1986 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | нефть эшкәртеү, оператор |
Әүҙемлек урыны | Өфө нефть эшкәртеү заводы (Башнефть- ӨНЭЗ) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биорафияһы
үҙгәртергәҒәйнетдин Ғабдрахман улы Моратов 1913 йылдың 20 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Аблай ауылында тыуған.
Тулы булмаған урта белемле.
1931 йылда кочегар, артабан Ағиҙел йылға пароходлығында карап механигы булып эшләй.
1942—1943 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә.
1938—1939 йылдарҙа — Тымыҡ океан пароходлығының «Давыдов» боҙватҡысында механик булып эшләй. 1939 йылдан алып Өфө нефть эшкәртеү заводында — оператор, өлкән оператор, 1941 йылдан алып — Өфө нефть эшкәртеү заводының установка инженеры булып эшләй. 1944—1945 йылдарҙа АҠШта командировкала була. 1945—1947 йылдарҙа — Куйбышев нефть эшкәртеү заводында өлкән оператор. 1947—1954 йылдарҙа — Өфө нефть эшкәртеү заводының установка начальнигы вазифаһын башҡарыусы, установканың өлкән операторы, катализатор фабрикаһының мастеры, цех начальнигы. 1954 йылдан алып — Яңы -Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы.
Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы социалистик ярышта алдынғы бригада менән етәкселек итә. Ул етәкләгән бригада 1958 йылда алынған социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәй: нефть продукттарын сей малдан 2,5 процентҡа арттырып айырып ала, энергия ресурстарының 3 процентын, реагенттарҙың 2 процентын һаҡлап ҡала, нефть продукттарын юғалтыуҙы 5 процентҡа кәметә.
Моратов бригадаһы установканың эш циклын план буйынса бирелгән 90 көн урынына 147 көнгә тиклем оҙайта. Технологик режимды дөрөҫ итеп алып барыу иҫәбенә установкала пландан тыш 500 тонна сей мал эшкәртелә.
Сәнәғәт инициаторы Моратов егерменән артыҡ рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә. 1957 йылда Моратов бер төркөм рационализаторҙар менән берлектә көкөрт-кислота алкилирлау установкаһында эш схемаһын үҙгәртергә тәҡдим итә. Алкилирлау технологияһындағы был тәҡдим установканың эш ҡеүәтен ике тапҡырға арттыра. 1958 йылда ул индергән рационализаторлыҡ яңылыҡтары 150 000 һумдан артығыраҡ аҡсаны экономиялай. Моратов заводта 1964 йылға тиклем эшләй.
СССР Юғары Советы Президиумының Указы буйынса 1959 йылдың 19 мартында «Нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн» Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахманулы 1986 йылдың 6 июнендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959)
- Ленин ордены (1959)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1942)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2023)
- http://www.warheroes.ru/www/forumdb/viewtopic.php?p=15435