Болотников Пётр Григорьевич
Болотников Пётр Григорьевич (8 март 1930 йыл — 20 декабрь 2013 йыл) — СССР спортсыһы, оҙон дистанцияға йүгереүсе. 1960 йылғы олимпия чемпионы, 10 000 метрлыҡ дистанцияла донъя экс-рекордсмены[3], СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960). Ленин (1960), Халыҡтар Дуҫлығы (1985), Почёт (1995) һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры (1999); Мордовияның почетлы гражданы.
Болотников Пётр Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 март 1930[1] |
Тыуған урыны | Мордовия Республикаһы, Рәсәй[1] |
Вафат булған көнө | 20 декабрь 2013[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны |
Краснослободск[d], Мордовия Республикаһы, Рәсәй[2] Мәскәү, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | легкоатлет-стайер, тренер, еңел атлет |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1965 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Масса | 64 килограмм[1] |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1964[d], Летние Олимпийские игры 1960[d], Летние Олимпийские игры 1956[d] һәм Чемпионат Европы по лёгкой атлетике 1962[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 173 сантиметр[1] |
Болотников Пётр Григорьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПётр Григорьевич Болотников 1930 йылдың 8 мартында Урта Волга крайының Мордва автономиялы өлкәһенең[4] Зиновкин ауылында тыуған.
20 йәшендә армияла ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, 3 километрлыҡ кроссты 9.16, 2 ваҡыт эсендә йүгереп үтә (рекорд дивизияһы). Армияға тиклем гимнастика менән шөғөлләнә, шуның арҡаһында физик әҙерлектең яҡшы базаһын ала, унһыҙ, үҙе әйтеүе буйынса, көслө стайер була алмаҫ ине
Тренерҙар мәктәбен һәм Физик культура институтын тамамлай. Еңел атлетика буйынса «Спартактың» өлкән тренеры (1965—1985). 1960 йылда Римдағы Олимпия уйындарында 10000 м йүгереү буйынса еңә.
5000 һәм 10000 м дистанцияла һәм 5 км кросста ун өс тапҡыр СССР чемпионы (1957—1962, 1964). 10000 м (1962) дистанцияла Европа Чемпионы, 10000 м дистанцияла донъя рекордсыһы (1960—1963)
Петр Болотниковтың Римда үткән Олимпия уйындарындағы был еңеүенән һуң бер ниндәй ҙә совет йәки рәсәй йүгереүселәре стайер дистанцияла (1500 м һәм унан да оҙонораҡҡа) алтын йондоҙ яулай алмай.
1962 йылдан КПСС ағзаһы. 1990—1992 йылдарҙа ДСО «Спартак» Үҙәк советын етәкләй, почетлы президиум ағзаһы һәм «Спартак» спорт йәмғиәтенең почетлы рәисе (1996), Рәсәй Үҙәк клубы «Шиповка юных» рәйесе, (1995), «Хеҙмәт» гәзите һәм «Мәскәү -Лужники» Кубогы (1992) призына үткәрелгән ярыштарҙа төп судья була. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, П .Болотников Йондоҙло ҡаласыҡта Юрий Гагарин иҫтәлегенә традицион уҙыш парадын асыу буйынса етәкселек итә[5].
Саранскта традиция буйынса Болотников Петр призына халыҡ-ара йүгереү ярышы үтә.
Петр Болотников 2013 йылдың 20 декабрендә вафат була[6]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.
Ярыштарҙа сығыш яһауы
үҙгәртергәДата | Ярыштар | Ҡала | Урын | Дистанция | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|
1956 | Йәйге Олимпия уйындары | Мельбурн | 9 | 5 000 м[en] | 14.22,4 |
16 | 10 000 м[en] | —[7] | |||
1957 | Студент уйындары |
Мәскәү | I | 10 000 м[en] | 29.14,6 |
1960 | Йәйге Олимпия уйындары | Рим | I | 10 000 м[en] | 28.32,2 |
1962 | Бөтә донъя йәштәр фестивале[fi] | Хельсинки | I | 5000 м[en] | 13.56,6 |
Европа чемпионаты |
Белград | III | 5000 м[en] | 14.02,6 | |
I | 10 000 м[en] | 28.54,0 | |||
1964 | Йәйге Олимпия уйындары | Токио | 25 | 10 000 м[en] | 30.52,8 |
Йыл | Дистанция | Һөҙөмтә | Дата | Ҡала | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1954 | марафон | 2:41.12 | 18 июль | Мәскәү | 18 |
1956 | 5000 м | 14.12,6 | 5—16 август | Мәскәү | III |
10000 м | 5 август | 4 | |||
1957 | 5000 м | 13.58,0 | 2 сентябрь | Мәскәү | II |
10000 м | 29.09,8 | 31 август | I | ||
кросс 8 км | 24.09,6 | 27 октябрь | II | ||
1958 | 5000 м | 13.58,8 | 19 июль | Таллин | I |
10000 м | 29.06,8 | 28 октябрь | Тбилиси | I | |
кросс 5 км | 14.26,4 | 11 май | Мәскәү | I | |
1959 | 5000 м | 13.52,8 | 14 август | Мәскәү | I |
10000 м | 29.03,0 | 9 август | I | ||
1960 | 5000 м | 13.55,8 | 18 июль | Мәскәү | I |
10000 м | 29.16,6 | 16 июль | I | ||
кросс 8 км | 25.03,0 | 30 октябрь | Харьков | II | |
1961 | 5000 м | 14.08,8 | 3—9 августа | Тбилиси | I |
10000 м | 29.24,8 | I | |||
1962 | 5000 м | 13.56,0 | 13 август | Мәскәү | I |
10000 м | 28.18,2 | 11 август | I | ||
кросс 5 км | 23 февраль | Мукачево | 33 | ||
1964 | 10000 м | 28.39,6 | 27 сентябрь | Киев | I |
1965 | 5000 м | 13.58,0 | 9—17 октябрь | Алма-Ата | II |
10000 м | 29.06,4 | 14 октябрь | III |
Рекордтары
үҙгәртергәБөтә союз (донъя ярыштары түгел)
үҙгәртергә- 3000 м — 8.00,8 — Мемориал Януша Кусоциньского[en], Варшава, 1959.
Китаптары
үҙгәртергә- Болотников П. Г. Последний круг. — М.: «Молодая гвардия», 1975. — 208 с. — (Спорт и личность).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Pyotr Grigoryevich Bolotnikov // выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Пётр Болотников О беге, о друзьях, о себе // Лёгкая атлетика : журнал. — М., 2010. — № 3. — С. 14—17.
- ↑ Хәҙер Мордва Республикаһының Краснослободский районы
- ↑ http://www.mosreg.ru/userdata/1277991996.pdf(недоступная ссылка)
- ↑ Скончался олимпийский чемпион-1960 Петр Болотников
- ↑ Результат не зафиксирован
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Болотников Пётр Григорьевич — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Болотников Пётр Григорьевич // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.