Моҡас (Күгәрсен районы)

(Мукачево битенән йүнәлтелде)

Моҡас (рус. Мукачево) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 149 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80238830006.

Моҡас
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Исем ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Халыҡ һаны 167 кеше (2002)[1],
173 кеше (2009)[1],
149 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453343
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (81 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 177
1900 йыл 146
1920 йыл 26 август 245
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 246
1959 йыл 15 ғинуар 262
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 159
2002 йыл 9 октябрь 167
2010 йыл 14 октябрь 149 72 77 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 33 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Исем): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 80 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • С. Юлаев урамы (рус.  С.Юлаева (улица))[4]

Моҡас ауылы (Көрмәкәй) исеме Моҡас антропонимынан алынған. XIX быуат башында унда ошо ауылға нигеҙ һалыусының улдары — 65 йәшлек Ирәле, Түсәле һәм Бирҙәле Моҡасовтар йәшәгән. 1795 йылда ауылда — 21 (177 кеше), 1859 йылда — 44 (280 кеше), 1920 йылда 240 кеше йәшәгән 50 йорт иҫәпләнгән. Моҡас ауылы Атайсал түбәһенеке булған. 19 быуаттың 60-сы йылдарынан алып ул Смаҡ, Санъяп, Ҡасҡын ауылдары ингән ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелә. 1842 йылда 250 кешенең һәр береһенә 2,6 бот яҙғы иген сәселгән[5].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7(рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә