Нәби
Нәби (рус. Набиево; икенсе атамалары Ҡуян; Байҡаш) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[2]. Почта индексы — 453584, ОКАТО коды — 80219822002[3].
Ауыл | |
Нәби рус. Набиево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453584 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Рәсми булмаған атамалары |
Ҡуян, Байҡаш |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 321 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 279 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 332 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 512 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 555 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 472 | 246 | 226 | 52,1 | 47,9 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәНәби ауылы Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 26 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Монасип): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 132 км
Тарихы
үҙгәртергәБайназар ауылы халҡы Йәүгәзе тамағы йылғаһында һәм Ара Тау ҡалҡыулығында үҙҙәренең айырым утарҙарын ауылдарға әйләндергән. Шулай итеп Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары төҙөлә. Ике ауыл да 1843—1847 йылдар араһында барлыҡҡа килә. Нәби ауылы 1850 йылда 10, 9 йылдан һуң — 39, ә 1920 йылда 79 ихатанан тора. Унынсы ревизия буйынса, 197 кеше, беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу буйынса 321 кеше тәшкил итә. Тәүге төпләнеүсе 1787 йылғы Нәбиулла Мерәҫов була. Уның балалары Әсәтулла, Ғәлиулла, Зиннәтулла, Хисмәтулла. Нәбиулланың ҡустылары 1790 йылғы Фәтҡулла һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 1793 йылғы Рәхмәтулла ла бында күсеп килә. Һатыбалов, Эталмаҫов фамилиялары ла осрай. "Башҡорт шәжәрәләре" тигән китаптың 114-се битендә Һатыбал Ҡәнзәфәровтың ата-бабаларының һәм тоҡомдарының исемдәре килтерелә. Улустың башҡа бүлексәһе лә була — Ҡырағай-Ҡыпсаҡ ырыуының Ҡуян түбәһенән Һарт түбәһе[5].
6-сы һәм 9-сы кантондарҙың попечителе Филатовтың журналдағы яҙмаларҙан күренеүенсә, 1848 йылда ул ошо ауылдарҙа, шул иҫәптән Нәби ауылында ла була. Башҡа эштәрҙән тыш, уның бурысына 1843 йылда хәрби губернатор тарафынан раҫланған типовой планға ярашлы йорттар һәм ауылдар төҙөлөшөн күҙәтеү инә. Ул урамда йорттарҙың бер-береһенән 10—15 сажин алыҫлыҡта тороуы буйынса "бер туҡтауһыҙ күҙәтеү" алып барған; шул уҡ ваҡытта янғындан хәүефһеҙлек өсөн ихаталар бер-береһенән ҙур аралыҡта йәки 12 сажинға тиклем оҙонлоҡтағы буш урындарҙа (25 метр) торорға тейеш була. Мунсалар һәм тимерлектәр йорт-ҡаралтынан алыҫта йылға, күл ярҙарында йәки йырын буйҙарында төҙөлөргә тейеш булған. 1845 йылда урман районы башҡорттарына етерлек күләмдә ағас материалдар әҙерләргә ҡушыла. Һәр йорт хужаһына 200-гә тиклем бүрәнә әҙерләргә рөхсәт ителә. Күп ғаиләле кешеләргә бер түгел, ә соланлы ике йорт төҙөргә ҡушыла. Өҫтәүенә яңы йоттарҙың түшәменең бейеклеге иҙәндән алып өс аршиндан да кәм булмай һәм урам яҡҡа ике-өс тәҙрә булырға тейеш. Бынан тыш йорттарҙа сыуалдар урынына мейестәр ҡуйырға тәҡдим ителгән, сөнки /"сыуалдар өсөн күп утын талап ителә һәм кешеләрҙең күреү һәләтенә зыян итә"/. Ауылды ҡарап сыҡҡас, Филатов "ҡапҡа ҡуйырға һәм сыуалдарҙы тиҙ арала юҡ итеүҙе" талап иткән. Ғәйеплеләрҙең бөтәһен дә ул тән язаһына тарттырған: уларҙы "ҡайын кеҫәлдәре—ҡамсылау" көткән[6].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәБөгөнгө көндә Нәби ауылында төп мәктәп (Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Һатыбалов Әйүп Хәким улы (1913—1963) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Партизан» колхозы председателе, Ҡыҙыл Йондоҙ[7], Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры
- Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы (1.04.1931—18.04.2021) — дәүләт һәм партия органдары ветераны, архивист, журналист, ғалим-тарихсы. "Башҡорт энциклопедияһындағы" энциклопедик мәҡәләләр авторы. Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивының директоры (1985-1999). Тарих фәндәре кандидаты. "Башкортостан укытыусыһы" журналының баш мөхәррире (1966-1969 йылдар). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы. СССР Журналистар союзы ағзаһы.[8].
- Мерәҫов Әбүбәкер Рәхмәт улы (10.10.1918—28.08.2003) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ефрейтор. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[9].
- Ғәлина Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы (15 февраль 1935 йыл) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.05. 1941) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр
- Мөфтәхетдинов Әшрәф Мөхәмәтшәриф улы (17.08. 1938—21.09.2010) — «Ҡыҙыл таң» колхозы механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (12.05.1967) — ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
- Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (15.09.1937—1.01.2022) — ҡурайсы һәм йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.03.1939—21.11.2016) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). академик (1995). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991) һәм мәғарифы алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Жәлил Кейекбаев (2005) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2009) премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены (2014) кавалеры, Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16.03.1968) — рәссам, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (12.06. 1930—10.05.2017) — мәғариф хеҙмәткәре. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977); «Хеҙмәт ветераны» (1984), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» (2001) миҙалдары кавалеры.
- Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14.03.1964) — радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15.10.1937—1.08.2003) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты[10].
- Теләүбаев Илгиз Сафи улы (19.04.1964) — дәүләт хеҙмәткәре. 2006 йылдан Белорет район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы[11].
- Хөбөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы [27.02.1971) — ғалим-филолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (), филология фәндәре докторы (2013)
- Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы (5.05.1923 — 30.04.2000) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы.
- Йәғәфәрова Мәҙинә Мөҙәрис ҡыҙы (26.11.1967) — шиғырҙар ижад итә. «Йәшлек» гәзите лауреаты (2007), Р. Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсы лауреаты (2008), “Башҡортостан ҡыҙы” журналының йыллыҡ лауреаты (2015). Бөтә Рәсәй күләмендә үткән “Поэт года 2015” бәйгеһендә балалар өсөн яҙылған шиғырҙары номинанты.
- Хисмәтуллин Самат Мөхәмәт улы (1.03.1948) — «Ҡыҙыл Таң» колхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Урамдары
үҙгәртергә- Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
- Әйүп Һатыбалов урамы (рус. улица Аюпа Сатвалова)
- Моронташ урамы (рус. улица Моронташ)
- Ҡайынтуғай урамы (рус. улица Каинтугай)
- И. Рәхмәтуллин урамы (рус. улица И.Рахматуллина)
- Йәүгәзе урамы (рус. улица Яугазы)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яр урамы (рус. Набережная улица)
- Кирбес урамы (рус. Кирпичная улица)[12]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәАйырым тауҙар
үҙгәртергә- Оло Соңғор
- Бәләкәй Соңғор
- Суһаҡ тау
- Елдарҡа
- Имес тауы
- Исәкәй
- Клатуй (Филатов төшөп йөрөгән тау)
Яландар
үҙгәртергә- Һыйыр башмағы
- Ҡырын ер
- Көтөүсе яланы
- Таңбикә
- Янтыҡ
- Ыхмайыл
Йылға-шишмәләр
үҙгәртергә- Ҡужан шишмәһе
- Йәүгәҙе йылғаһы
- Айыуҙы йылғаһы
Тикшеренеү эше
үҙгәртергә- «Урал батыр ере» конкурсына эҙләнеү-тикшеренеү эше. Минең атайсалым. Бөрйән районының Нәби һәм Яңы Монасип ауылдарында ер-һыу атамалары һәм йолалары[13]
Фольклорҙа
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том:
1971 йылда 1891 йылғы Юныс Һатыбаловтан М. Рафиҡов яҙып алған риүәйәттә ауылдың тарихы түбәндәгесә һүрәтләнә:
Һатыбал ҡарт бынан күп йылдар элек ҡапма-ҡаршы тауҙан йәйәү төшөп килгән бер юлсыны ҡунаҡсыл ҡаршылай. Был юлаусы Филатов булып сыға.
Ниңә тарҡау йәшәйһегеҙ? - тип һорай Филатов ҡарттан. - Ауыл булып йәшәр кәрәк. Филатов утарҙарҙа йәшәгән бөтә көтөүселәрен һәм мал ҡараусыларҙы йыя һәм сход үткәрә. Айырылышмайынса, бөтәһенә лә бер ауыл менән йәшәүҙең ни тиклем файҙалы икәнлеген аңлата. Шунан һуң бында бер осо менән көньяҡҡа, ҡибла яғына киткән урам барлыҡҡа килә. Һатыбал ҡарт, уның балалары һәм башҡа кешеләр ҙә шунда төпләнә. Хәҙер ауылға берәй исем бирергә кәрәк, - тей Филатов һәм Һатыбал ҡарт исемен бирергә тәҡдим итә. Тегеһе ҡаршы төшә лә, ҡаршы яҡта йәшәгән икенсе ҡарттың, Нәбиулланың исемен атай. Шул ваҡыттан алып ауылдың исеме Нәбиулла, ҡыҫҡаса Нәби тип йөрөтөлә[14] |
.
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Ҡурыуҙы. 1971 йылда Бөрйән р-ны Нәби ауылы һатыбалов Юныс Ә6делхәким улынан (1891 йылгы) М. М. Сәғитов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 65, д. 7, л. 330; БХИ, РЛ № 74; БПЛ, № 18; БНТ, ПЛ, № 36[15].
- Бей кисеүе. 1971 йылда Бөрйән р-ны Нәби ауылы Юныс Һатыбаловтан М. М. Сәғитов яҙып алған.— Ғилми архив, ф. 3, оп. 65, д. 7, л. 330; БХИ, РЛ, № 76; БПЛ, № 38; БНТ, ПЛ, № 81.[16]
- Максим төбө. 1971 йылда Бөрйән районы Нәби ауылы Һатыбалов Юныс Әбделхәким улынан (1891 йылғы ) М. М .Сәғитов яҙып алған .— Ғилми архив, ф. 3, он. 65, д. 7, л. 328— 329; БХИ , РЛ , № 99; БПЛ , № 23; Б Н Т , Г1Л, № 43.[17]
- Ағиҙел менән Ҡариҙел. Бөрйән р-ны Нәби ауылы Әшрәфетдни Мифтахетдиновтан Ә. М. Сөләймәнов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 123: БХИ, РЛ, № 68; БИЛ, № 36; БИТ, ПЛ, № 73.
- Риүәйәт. Һалыуат. Әхмәт Сөләймәнов. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе[18].
Нәбиҙәр ҡушаматы
үҙгәртергәНәби ауылы кешеләренең дөйөм ҡушаматы — ҡуяндар (ауылдың халыҡ телендәге икенсе исеменән). Быуындан-быуынға килгән ҡушаматтар ҙа, яңыраҡ барлыҡҡа килгән ҡушаматтар ҙа бар. Мәҫәлән: Сидыр, Морҡой, Өрәк, арҡыры Мотаһар, ветеран (9 май көнө сәсеү эшен эшләп бөтмәй ауылға ҡасып ҡайтҡаны өсөн), Будулай (сиған кеүек ҡаралығы өсөн), кухня бесәйҙәре (тотош бер үк фамилиялы кешеләргә ҡарата), ата ҡуян (Ғилман Сәфәрғәлинды үҙе тере сағында шулай тип атағандар), ҡурҡаҡ ҡуян, шым ҡуян, бройлер (кәүҙәһенең торошо буйынса) һ.б.
Лаҡаптар
үҙгәртергә- Айбулатҡа ярамалы трико бармы — Элек ауылдарҙа магазиндар бик үк бай булмағанлыҡтан, Нәби ауылы халҡы Әүжәнгә йөрөр булған.
Шулай бер ваҡыт Нәбиҙән бер ҡатын таныш булмаған урыҫ һатыусыһынан башҡортсалап: «Айбулатҡа ярамалы трико бармы», - тип һораған. Әле лә магазинға килгән кеше ҡайһы саҡта шаяртып һатыусыға шулай тип өндәшә.
- Күңелде бит, Сөнәғәт — Бесән тейәп ҡайтып бушаталар ҙа, ирҙәр бер-аҙ эсеп ала. Сөнәғәт тигән кеше гармунда һыҙҙырып уйнай икән. Эсеп алған ағайҙарҙың береһе ултырған-ултырған да: «Күңелде бит, Сөнәғәт»,-тигән. Хәҙер ҙә бесән тейәп алып ҡайтып, ашап-эсеп алһалар, шул лаҡапты әйтәләр.
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәВаҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Нәби ауылында мәсет асылыу тураһында мәҡәлә «Ихластарҙы йыйһын “Ихлас”!», «Таң» гәзите, 1 апрель, 2022 йыл, №13 (10565)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Нәби ауылы «Горсправка» сайтында
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 47. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Набиево (Набиуллино)
- ↑ Сатвалов Аюп Хакимович
- ↑ Аксакалу архивного дела – 90 лет! 2021 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ МАРЬЯСОВ АБУБАКИР РАХМАТОВИЧ
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2017)
- ↑ Администрация муниципального района Белорецкий район РБ. Официальный сайт. Главная / Администрация / Структура / Тляубаев Илгиз Сафиевич 2019 йыл 11 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ ер-һыу атамалары һәм йолалары
- ↑ Нәби ауылының тарихы
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
- ↑ Башҡорт халҡының ҡарһүҙе. 54-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нәби // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2019)
- Нәби ауылы «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- Набиево
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Нәби Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |