Моисеев Игорь Александрович
Моисеев Игорь Александрович (21 ғинуар 1906 йыл — 2 ноябрь 2007 йыл) — СССР-ҙың халыҡ артисы (1953)[9]. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Өс Сталин премияһы (1942, 1947, 1957), Ленин (1967), СССР дәүләт премияһы (1985) һәм РФ дәүләт премияһы (1996) лауреаты. Өс Ленин ордены (1958, 1976, 1986) кавалеры.
Моисеев Игорь Александрович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 (21) ғинуар 1906 |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2007[4][5][6][…] (101 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Зейферт Тамара Алексеевна[d] һәм Моисеева Ирина Алексеевна[d] |
Һөнәр төрө | хореограф, балет артисы, балетмейстер, бейеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | бейеү[7] һәм хореография[7] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт хореография академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8] |
Моисеев Игорь Александрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәИгорь Александрович Моисеев 1906 йылдың 21 ғинуарында Киев ҡалаһында тыуған, уның атаһы, Александр Михайлович Моисеев, сығышы буйынса Орел губернаһы дворяны. Әсәһе — Грэн Анна Александровна, уның нәҫелендә француз, румын вәкилдәре булған. Ата-әсәһе Парижда таныша. Игорь бала саҡта бер нисә йыл Парижда үткәрә һәм шуға күрә французса иркен һөйләшә. Ғаиләлә берҙән-бер бала була[10].
Мәскәүҙә Ҙур театрҙың элекке балеринаһы В. Мосолова шәхси балет студияһында уҡый башлай (1920)[11]. Ике-өс ай үткәндән һуң, Мосолова үҙе Игорҙе ГАБТ-ҡа (хәҙерге Мәскәү дәүләт хореография академияһы) күсерә[12].
1924 йылда әлеге театрҙың Дәүләт балет студияһын тамамлай (педагогтары Иван Смольцов һәм Александр Горский) һәм Ҙур театр труппаһына эшкә алына, 1939 йылға тиклем шунда эшләй. 1931 йылдан башлап — солист. 1930 йылда уҡ балетмейстер булараҡ эшләй башлай.
1930-сы йылдарҙа Ҡыҙыл майҙанда бер нисә физкультура парадын, Рубен Симоновтың Әрмән студияһында спектаклдәр ҡуя, Мәскәү художество театрында дуэль кодексы дәрестәрен бирә, Мәскәү хореография училищеһында уҡыта, Халыҡ ижады театрында хореография секцияһы менән етәкселек итә(1936)[13].
1933 йылда Сәнғәт университетын тамамлай.
1937 йылда Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Вячеслав Молотов ярҙамында илдә тәүге профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора (хәҙерге Игорь Моисеев исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле). Яңы ансамблдең тәүге репетицияһы 1937 йылдың 10 февралдә уҙа. Шул ваҡыттан алып — бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ художество етәксеһе һәм бейеүҙәр ҡуйыусыһы.
Ансамбль менән бергә СССР буйлап өҙлөкһөҙ гастролдәр менән (1938 йылдан алып) һәм сит илдәр (1945 йылдан алып) йөрөй.
1943 йылда илдә тәүге халыҡ бейеүҙәре профессиональ мәктәбен (халыҡ бейеүҙәре ансамбле янындағы мәктәп-студия) ойоштора, 1966 йылда — «Йәш балет» хореография концерт ансамбле ойоштора (хәҙерге Дәүләт балет театры, етәкселәре — Н. Касаткина һәм В. Васильев), әлеге ансамбль менән 1970 йылға тиклем етәкселек итә[14].
Илдәге төрлө күренекле йәмәғәт ваҡиғаларына арналған мәҙәни программалар һәм тантаналы концерттар ҡуя. «Йәйғор» телевизион фольклор фестивале жюрийы рәйесе, күп кенә халыҡ-ара халыҡ бейеүҙәре конкурстары һәм фестивалдәрҙең даими жюри ағзаһы була, Тыныслыҡты яҡлау комитеты эшендә ҡатнаша.
Моисеев хәтеләүенсә, уны КПССҡа инергә саҡырғандар, әммә ул һәр ваҡыт принципиаль рәүештә баш тартҡан.
— Ә ни өсөн Һеҙ партияға инергә теләмәйһегеҙ? — Мин Аллаһҡа ышанам һәм шуның өсөн мине йыйылыштарҙа тикшереүегеҙҙе теләмәйем[15]
Ҙур театр коллегияһы ағзаһы (1985 йылдан алып), Рәсәй сәнғәт академияһы президиумы ағзаһы (1996 йылдан алып), РФ президенты ҡарамағындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы буйынса комиссия ағзаһы, Рәсәй Сит ил эштәре минстрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт, мәғариф һәм фән эшмәкәрҙәре советы ағзаһы.
Хореография буйынса мәҡәләләр авторы, «Я вспоминаю…Гастроль длиною в жизнь» автобиографик китап авторы.
1960-сы йылдар уртаһынан филателия менән мауыға. . Уның коллекция нигеҙен Венгрия маркалары (уларҙы уға 1950-се йылдар уртаһында ошо ил буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә бүләк итәләр), шулай уҡ Испания маркалары һәм бейеүҙәргә һәм донъя костюмдарына арналған маркалар тәшкил итә,.
101 йәше менән барғанда 2007 йылдың 2 ноябрендә гипертоник ауырыуынан һәм йөрәктең ишемия ауырыуынан вафат була. 2007 йылдың 7 ноябрендә Новодевичье зыяратында (5-се участка) ерләнә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨс тапҡыр өйләнгән була:
- Беренсе ҡатыны — Подгорецкая Нина Борисовна (1902—1977), Ҙур театры прима-балеринаһы, халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороуҙа ҡатнаша. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1947).
- Икенсе ҡатыны — Зейферт Тамара Алексеевна (1918—2005), бейеүсе, педагог-репетитор. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1958).
- Ҡыҙы — Ольга Игоревна Моисеева (1943 йылғы), ансамбль солисы һәм педагог-репетитор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы(1973).
- Ейәне — Моисеев Владимир Борисович (1963 йылғы), балет артисы, балетмейстер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996), Урыҫ милли балет театрына нигеҙ һалыусы.
- Ҡыҙы — Ольга Игоревна Моисеева (1943 йылғы), ансамбль солисы һәм педагог-репетитор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы(1973).
- Өсөнсө ҡатыны (1974 йылдан) — Моисеева Ирина Алексеевна (1925 йылғы, үҙ фамилияһы Сағаҙаева), халыҡ-сәхнә бейеүҙәре артисы, солист (1941 йылдан алып) һәм халыҡ бейеүҙәре ансамбле педагогы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1958). И. Моисеев үлгәндән һуң — ансамбль менән етәкселек иткән ижади коллегияһы рәйесе[16].
Хәтер
үҙгәртергә- Мәскәүҙә, артист йәшәгән йорт, а мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Халыҡ бейеүҙәре ансамбле И. Моисеев исемен йөрөтә.
- Моисеев ижадына"мәңгелек хәрәкәт" («mobile Perpetuum», 1967) документаль фильмы һәм « Игорь Моисеев балеты» телефильмы арналған (1982).
- «Ҡайынҡай» («Березка») сериалында Щербина Дмитрий Игорь Моисеев прототибы Борис евсеев ролен уйнай.
Ҙур театрҙағы репертуары
үҙгәртергә- «Корсар» (А. Адан; М. Петипа хореографияһы, А. Горский редакцияһы) — Ҡол
- «Конек-Горбунок»(Ц. Пуня; хореографияһы, А. Горский редакцияһы) — — Ҡол, мазурка
- «Теолинда» (Ф. Шуберт; балетмейстеры. К. Голейзовский) — Рауль
- «Матур Иосиф» (С. Василенко; балетмейстеры К. Голейзовский)— Иосиф
- «Футболсы» (В. Оранский: үҙенең постановкаһы) — Футболсы
- «Саламбо» (А. Арендс; А. Горский постановкаһы)— Мато
- «Ҡыҙыл мәк» (Р. Глиэр) — Ма Ли-чен
Партияларҙың тәүге башҡарыусыһы
үҙгәртергә- 1932 — «Саламбо» (А. Арендс; үҙенең постановкаһы) — Мато
- 1933 — «Дионис» (А. Шеншин; «Шопениана», «Чарда», балетмейстеры К. Голейзовский) — Солист
- 1935 — «Яҡты шишмә» (Д. Шостакович, балетмейстеры Ф. Лопухов) — Үзбәк
Ҙур театрҙағы постановкалары
үҙгәртергә- Балеттар
- 1930 — «Футболсы» (В. Оранский; Л. Лащилин һәм Лю Жуков менән берлектә)
- 1930 — «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ» (П. Гертель; А. Мессерер менән берлектә, ГАБТ ҡарамағындағы Эксперименталь театр сәхнәһенә)
- 1932 — «Саламбо» (А. Арендс; А. Глазунов, В. Небольсин һәм А. Цфасман музыкаһы менән)
- 1958 — «Спартак» (А. И. Хачатурян)
- Опера бейеүҙәре
- 1930 — «Загмук» (А. А. Крейн)
- 1930 — «Турандот» (Дж. Пуччини)
- 1932 — «Демон» (А. Г. Рубинштейн)
- 1933 — «Өс әфлисунға һөйөү» (С. С. Прокофьев)
- 1936 — «Кармен» (Ж. Бизе)
Халыҡ бейеүҙәре ансамбле
үҙгәртергә1937 йылдан алып — үҙе булдырған «СССР-ҙың халыҡ бейеүҙәре ансамбле» (1991 йылда «Игорь Моисеев етәкселегендге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле» тип үҙгәртелә", 2007 йылдан — Игорь Моисеев исемендәге).
Ҡуйылған бейеүҙәре
үҙгәртергә- Игорь Моисеев 50-нән ашыу донъя халыҡтары бейеүҙәрен ҡуя, улар араһында башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ» ҙа бар. Шулай уҡ ул бик күп сюжетлы, төрлө балеттарға бейеүҙәрен, эстарда номерҙарын ҡуяринт".
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1961 — За рампой — Америка (документаль)
- 1961 — СССР с открытым сердцем (документаль)
- 1967 — Perpetuum mobile. Вечное движение (документаль)
- 1984 — И снова звёздный час! (документаль)
- 2006 — 100 лет неодиночества. Игорь Моисеев (документаль)
Архив кадрҙар
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәСССР һәм Рәсәй Федерацияһы наградалары:
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (20 ғинуар 1976 йыл) — совет хореография сәнғәтен үҫтереүҙәге оло ҡаҙаныштары өсөн һәм 70 йәше тулыу айҡанлы[17]
- Өс Ленин ордены:
- Октябрь Революцияһы Ордены (1981)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены:
- "Почет Билдәһе"ордены (2 июнь 1937 йыл) — опера һәм балет сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[20]
- 1-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» (21 ғинуар 2006 йыл) — ватан һәм донъя хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[21]
- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены (12 июнь 1999 йыл) — мәҙәниәт менән бәйләнештә үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн һәм ижади эшмәкәрлегенең 75 йыллығы айҡанлы[22]
- 3-сө дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены (28 декабрь 1995 йыл) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, хореография сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн[23]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (11 апрель 1994 йыл) — мәҙәниәт һәм донъя хореография сәнғәте үҫешенә ҙур шәхси өлөш өсөн[24]
- Миҙалдар
- Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (20 ғинуар 2001 йыл) — донъя хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[25]
- «Мәскәү алдындағы хеҙмәттәре өсөн» Ооличие билдәһе (26 декабрь 2005 йыл) — хореография сәнғәте үҫешендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм Мәскәү мәҙәни тормошона ҙур өлөш индергәне өсөн[26]
Сит ил наградалары:
- Болгария (1945),
- Румыния (1945, 2003)
- Югославия (1946)
- Польша (1946, 1996)
- Монголия (1947, 1976)
- Венгрия (1954, 1960, 1989, 1997)
- Ливан (1956)
- Чехословакия (1980))
- Испания (1996)
- Украина, 1999), 2006
- ЮНЕСКО (2001)
- Аргентина (2004)
- Ҡырғыҙстан (2006)
Премиялар:
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1942) — халыҡ бейеүҙәре өлкәһендә күренекле эштәр өсөн
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — «Славян халыҡтары бейеүҙәре» программаһы өсөн
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн
- Ленин премияһы (1967) — концерт программаһы өсөн (1965)
- СССР дәүләт премияһы (1985) — концерт программаһы өсөн (1983—1984)
- Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы 1995 йыл өсөн (1996)[27]
- Халыҡ-ара фондтың «Рәсәй һәм АҠШ араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн» премияһы (1995)[28]
- «Триумф» Рәсәй бойондороҡһоҙ премияһы (1997)
- «Овация» Рәсәй милли премияһы, «Тере легенда» номинацияһы (2000)
- "Быуат «легендаһы», беренсе премия (Мәскәү хөкүмәте, 2001) —донъя хореография сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән95 йәше тулыу айҡанлы[29]
- «Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт иткән өсөн» премияһы (Уланова Г. фонды 2004)
- «Иман һәм Тоғролоҡ» халыҡ-ара премияһы (Андрей Первозванный фонды, 2006)
- «Йыл рәсәйлеһе» милли премияһы (2006)[30]
- Бейеү өлкәһендә Америка «Оскар» премияһы (1961, 1974)
- Бейеү өлкәһендә «Данс Магазин» америка журналы премияһы[31]
Исемдәре:
- Бүрәт-Монгол АССР-ының халыҡ артисы (1940)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (27 октябрь 1942 йыл)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1944)
- Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1950)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (19 декабрь 1953 йыл)
- Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1976)
- Франция Милли йыйылышы Почетлы ағзаһы һәм француз музыка һәм бейеү академияһы ағзаһы (1955)
- Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһы фән докторы ,
- Пекин академияһының почетлы профессоры
- Рәсәй театр сәнғәте академияһы профессоры (1997)
- «Кеше-Эпоха» исеме (2005).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119496577 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Моисеев Игорь Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ http://www.iht.com/articles/ap/2007/11/02/europe/EU-GEN-Russia-Obit-Moiseyev.php
- ↑ Igor Moiseyev // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Igor Moiseyev // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 7,0 7,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/4a3707e3-4555-48eb-a710-dd7397fb6dda / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Моисеев Игорь Александрович . Дата обращения: 18 март 2008. Архивировано 15 август 2009 года. 2009 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Моисеев И. А. Я вспоминаю... Гастроль длиною в жизнь. — М.: Согласие, 1996. — С. 5. — 224 с. — ISBN 5-86884-040-2.
- ↑ Скончался выдающийся хореограф Игорь Моисеев — Новости Владивостока на VL.ru 2018 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Ушел из жизни Игорь Моисеев 2018 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ Биография Игоря Моисеева " Igor Moiseyev Ballet | Балет Игоря Моисеева
- ↑ Герой Соц. Труда Моисеев Игорь Александрович :: Герои страны
- ↑ Танцующий век «Российская газета» 20.01.2006
- ↑ «Моисеева боялась больше, чем Сталина» — От первого лица — Газета «Культура»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 января 1976 года № 2869 «О присвоении народному артисту СССР Моисееву И. А. звания Героя Социалистического Труда»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 января 1986 года № 4040 «О награждении тов. Моисеева И. А. орденом Ленина»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 января 1966 года № 4403 «О награждении тов. Моисеева И. А. орденом Трудового Красного Знамени»
- ↑ Указ Центрального Исполнительного Комитета СССР от 2 июня 1937 года «О награждении артистов Государственного Академического Большого театра СССР»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 января 2006 года № 34 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Моисеева И. А.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 1999 года № 739 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Моисеева И. А.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 декабря 1995 года № 1325 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 апреля 1994 года № 704 «О награждении орденом Дружбы народов Моисеева И. А.»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 20 января 2001 года № 33-рп «О поощрении Моисеева И. А.»
- ↑ Указ мэра Москвы № 94-УМ от 26 декабря 2005 года "О награждении знаком отличия «За заслуги перед Москвой»
- ↑ Указ Президента РФ от 27 мая 1996 г. № 779
- ↑ Игорь Моисеев. Видеоматериалы . Дата обращения: 6 август 2012. Архивировано 13 февраль 2012 года. 2012 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Постановление Правительства Москвы № 210-ПП от 13 марта 2001 года «Об учреждении Премии Правительства Москвы „Легенда века“» 2018 йыл 21 май архивланған.
- ↑ «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства 2013 йыл 1 май архивланған.
- ↑ Моисеев, Игорь Александрович — RuData.ru 2020 йыл 18 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сладков Л. Танец — жизнь моя // Филателия СССР. — 1975. — № 7. — С. 52-54
Һылтанмалар
үҙгәртергәИгорь Моисеев Викимилектә | |
Игорь Моисеев Викияңылыҡтарҙа |
Моисеев Игорь Александрович . «Герои страны» сайты.
- Государственный академический ансамбль народного танца под руководством Игоря Моисеева
- YouTube сайтында Ансамбль Игоря Моисеева. Москва 1962 год
- Ведущая: Оксана Пашина; гость: Елена Щербакова, художественный руководитель и директор ансамбля Игоря Моисеева.: Дифирамб . Эхо Москвы (2 май 2017). Дата обращения: 7 февраль 2017.