Милләтселек
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Милләтселек (франц. nationalisme) — сәйәсәттең идеологияһы һәм йүнәлеше. Уның нигеҙ принцибында «милләт — йәмғиәт берлегенең иң юғары формаһы, дәүләтте барлыҡҡа килтереү процесында милләт ҡиммәте беренсел» тигән тезистар ята. Сәйәси хәрәкәт булараҡ, милләтселек дәүләт власы менән мөнәсәбәттәрҙә айырым милли берлек мәнфәғәттәрен яҡларға ынтыла.
Милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә[1]. Ул илһөйәрлеккә — патриотизмға тиң булған милли тойғо менән һуғарылған. Был идеология йәмғиәттең ҡапма-ҡаршы мәнфәғәтле синфи ҡатламдарын берләштерергә тырыша. Капиталистик иҡтисадҡа күсеү осоронда ул халыҡты уртаҡ сәйәси маҡсат тирәһендә туплау һәләтен күрһәтте.
Хәҙерге радикаль хәрәкәттәр үҙҙәренең миллилеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырышһа ла, милләтселек бик йыш этник, мәҙәни һәм дини түҙмәүсәнлек (йәки «башҡа» этник төркөмдәргә теләһә ниндәй кире мөнәсәбәт) менән ассоциациялана. Бындай түҙмәүсәнлек милләтселектә уртасылыҡта тороусылар тарафынан ғәйепләнә.
Киң мәғлүмәт саралары «милләтселек» тип йыш ҡына этномилләтселекте, бигерәк тә уның (шовинизм, ксенофобия һ. б.) кеүек, бер милләттең башҡаларынан өҫтөн булыуына[2] баҫым яһаған киҫкен формаларын атай. Киҫкен этномилләтселектең күпселек сағылышы, милләт-ара ыҙғыш һәм этник дискриминацияны ла индереп, халыҡ-ара хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.
Доктрина
үҙгәртергәМилләтселек — ул тәү сиратта «идеология». Ул тойғо булып торған һәм шул рәүешле үҙ-үҙеңде тотошҡа йоғонто яһаған түбәндәге элементтарҙы[3][4][5] үҙ эсенә алған патриотизмдан һәм милли ғорурлыҡтан нимәһе менән айырыла:
- «Милләттәрҙең йәшәүе». Милләтселек кешелек тәбиғәт ҡанундары менән фундаменталь берәмектәргә — автоном һәм үҙлекле милләттәргә бүленгән һәм улар билдәле бер объектив ҡылыҡһырлау тупланмаһы менән айырылып тора, тип нигеҙләй.
- «Милләттең үҙбилдәләнешкә мөстәҡил хоҡуғы». Милли проекттар бары тик үҙ дәүләтеңдә генә тормошҡа ашырылырға мөмкин. Милләт барлыҡ ағзаларын да индергән үҙенең дәүләтен булдырырға хоҡуҡлы[6]. Һәр территориаль-административ берәмек өсөн сәйәси дәүләт сиге мәҙәни-этник сик менән тап килергә тейеш. Шулай итеп, милләт аныҡ билдәләнгән, бер милләт халҡы йәшәгән территорияла юғары (мөстәҡил) власҡа эйә.
- «Дәүләт булырыу процесында милләттең беренселлеге». Милләт барлыҡ сәйәси властың сығанағы булып тора. Хөкүмәттең берҙән-бер легитим төрө булып милли үҙидаралыҡ тора. Милләттең һәр ағзаһы сәйәси процеста туранан-тура ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шулай итеп, милләтселек халыҡты элитаға тиңләштерә.
- «Милләтеңде таныу». Милләтселек бер административ-территориаль берәмек сигендә барлыҡ халыҡ өсөн тел һәм мәҙәниәт берлеген мотлаҡ тип һанай. Кешеләр азатлыҡ һәм үҙ-үҙен раҫлау өсөн милләтен таный. Икенсе яҡтан, милләт үҙен башҡа бер ниндәй төркөмдөң өлөшө тип тоймаусыларға ла[7] ағзалыҡты һәм милләтте таныуҙы гарантиялай.
- «Теләктәшлек». Бер төрлөлөк ниндәйҙер мәҙәниәтте көсләп тағыу аша түгел, ә һөйөү һәм туғанлыҡ аша кешеләрҙең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Милләт ағзалары теләктәшлек тойоп, бер төрлө түгел, ә килешеп[4], үҙҙәренең тырышлығын башҡаларҙың ынтылышы менән сағыштырып эшләүе мөһим.
- «Милләт — иң юғары ҡиммәт». Индивидтың милли дәүләткә тоғролоғо шәхси йәки башҡа төркөм ихтыяждарынан өҫтөнөрәк тора. Граждандарҙың бурысы — үҙ дәүләтенең легитимлығын һаҡлау. Милли дәүләтте нығытыу дөйөм азатлыҡ һәм гармония өсөн төп шарт булып тора.
- «Дөйөм белем алыу». Кешеләр милләт тормошонда ҡатнашыу, шулай уҡ уның мәҙәниәте, тарихы һәм телен[3] белеү, аралашыу өсөн һәр яҡлы формаль белем алырға тейеш.
Милләтселек милләттәрҙең айырмалығын, колоритын һәм үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был айырма һыҙаттар мәҙәни-этник характерға эйә[7]. Милли үҙаң мәҙәниәткә индерелгән ғәмәлдәге сит мәҙәниәтте таныуҙы һәм үҙ милләтеңә файҙа килтерерҙәй нәмәләрҙе башҡа мәҙәниәттәрҙән алыу перспективаларын рациональ анализлауға ярҙам итә[8].
Бынан тыш, милләтселек милләтте индивидуумдың эквиваленты, социологик организм итеп ҡарай. Закон алдындағы тиңлек милләттәрҙең социаль сығышына бәйле булмаған кеүек, уларҙың күләме йәки ҡеүәтенә бәйле түгел. Милләтселәр күҙаллауынса, милләттәр һәләттәргә эйә йәки үҙҙәрен ҡорбан итеп тоя. Милләт шулай уҡ хәҙерге быуынды үткәндәр һәм киләсәк менән бәйләй, кешеләрҙе юғары фиҙакәрлеккә дәртләндерә, хатта улар уны ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡылырға ла риза [9].
Был концепцияға «милли ҡиммәттәр», «милли ихтыяж», «милли именлек», «милли бойондороҡһоҙлоҡ», «милли уҙаң» һ.б. атамалар бәйле.
Әйтеп үтелгәндәр дөйөм милләтселеккә ҡағылһа ла, уның төрҙәре шулай уҡ башҡа идеологик талаптар күтәрергә лә мөмкин: билдәле этнос (милләт) тирәләй милләт формалаштырыу, дөйөм хоҡуҡи статус һ.б.
Типология
үҙгәртергәКүтәрелгән һәм хәл ителергә тейешле бурыстар күҙлегенән ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта милли хәрәкәттең бер нисә төрө формалаша[10]. Ханс Кон булдырған һәм «сәйәси», «этник» милләтселек[11] атамаларын индергән классификация киң ҡулланыла. Белгестәрҙең күпселеге (Кондың үҙен дә индереп), һәр өлгөрөп еткән милләт үҙендә ике компонентты ла йөрөтә, тип белдерә.
«Гражданлыҡ милләтселеге» (икенсе атамалары: рефолюцион-демократик, сәйәси, көнбайыш милләтселек), дәүләттең легитимлығы граждандарҙың сәйәси ҡарарҙар ҡабул иткәндә, йәғни дәүләт «милләт ихтыярын» кәүҙәләндергәндә ниндәй дәрәжәлә ҡатнашыуы менән билдәләнә, тип раҫлай. Милләттең ихтыярын билдәләүҙә төп ҡорал булып һайлауҙар, референдумдар, һорау алыуҙар, асыҡ йәмғиәт дискуссияһы һ.б. формаларҙа булған плебисцит тора. Бында кешенең милләте уның шәхси һайлауы нигеҙендә билдәләнә һәм гражданлығында сағылыш таба. Кешеләрҙе уларҙың граждан булараҡ сәйәси статусы, закон алдындағы хоҡуҡи статусы, милләттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу[11], дөйөм сәйәси ҡиммәттәргә һәм дөйөм гражданлыҡ мәҙәниәтенә[4] тоғролоҡ теләге берләштерә. Милләттең бер территорияла йәшәргә теләгән кешеләрҙән тороуы әһәмиәтле[12].
Гражданлыҡ милләтселек бер нисә өҫтәмә төргә бүленә: «Дәүләт милләтселеге» милләтте шәхси мәнфәғәттәрен дәүләттең ҡеүәтен нығытыу һәм хуплау бурыстарына буйһондорған кешеләр барлыҡҡа килтерә, тип раҫлай. Ул енес, раса йәки этник сығышҡа бәйле бойондороҡһоҙ мәнфәғәттәрҙе һәм хоҡуҡтарҙы танымай, сөнки бындай автономия милләт берлеген ҡаҡшата, тип уйлай.
«Либераль милләтселек» либераль ҡиммәттәргә баҫым яһай һәм патриотик әхлаҡи категориялар бойондороҡло булған кеше хоҡуҡтары кеүек дөйөм кешелек ҡиммәттәре барлығын раҫлай. Либераль милләтселек яҡын һәм ҡәҙерле булыусыларға ҡарата өҫтөнлөктәр булыуын инҡар итмәй, ләкин улар башҡалар иҫәбенә булырға тейеш түгел, тип һанай.
«Этник милләтселек» (башҡа атамалары: этномилләтселек, мәәҙәни-этник, органик, романтик, көнсығыш милләтселек) милләт этностың үҫеш фазаһы булып тороуҙы һәм ниндәйҙер кимәлдә үҙен гражданлыҡ милләтселеккә ҡаршы ҡуйыуҙы күҙаллай. Хәҙерге ваҡытта этномилләтселеккә баҫым яһаған хәрәкәттәрҙе «милләтсел» тип атайҙар. Уныңса, милләт ағзаларын дөйөм мираҫ, тел, дин, йолалар, тарих, ҡан берлеге, ергә бәйлелек берләштерә һәм улар барыһы бергә бер халыҡты барлыҡҡа килтерә (нем. Volk)[4]. Милләтселек нигеҙендә мәҙәни традициялар йәки этник сығыш торһон өсөн улар йәмғиәт йүнәлеш алырлыҡ дөйөм күҙаллауҙарға эйә булырға тейеш[13]. Ҡайһы берҙә мәҙәни милләтселекте айырып, этник милләтселекте тар аңлатма итеп ҡалдыралар. Бер төрлөлөк булмаһын өсөн был мәҡәләлә һуңғыһы «беренсел (примордиаль) этник милләтселек» тип атала.
«Мәҙәни милләтселек» милләтте тел, йолалар һәм мәҙәниәт берлеге буйынса билдәләй. Дәүләттең легитимлығы милләтте яҡлау һәләте һәм уның мәҙәни, ижтимағи тормошоноң үҫешенә ярҙам итеүгә бәйле. Ҡағиҙә булараҡ, был этник күпселектең мәҙәниәтен һәм телен дәүләт яҡлауын, шулай уҡ милләттең бер төрлөлөгөн һаҡлау өсөн этник аҙсылыҡты ассимиляцияланыуҙан һаҡлауҙы аңлата.
«Беренсел (примордиаль) этник милләтселек» милләт дөйөм аныҡ йәки күҙалланған сығышына нигеҙләнә, тип иҫәпләй. Милләттең сығышы объектив генетик факторҙар, ҡан аша билдәләнелә. Был форма яҡлылар кешенең милләтен таныуы боронғо этник тамырҙарға барып тоташа, шуға ла тәбиғи характерға эйә, тип раҫлай. Улар этник күпселектең башҡа төркөмдәрҙән айырымланыуы яҡлы һәм ассимиляцияны хупламай.
«Киҫкен милләтселек» бик йыш экстремизм менән күҙаллана һәм эске йәки дәүләт-ара низағтар сәбәпсеһе була. Күпселек осраҡта киҫкен милләтселек рәсми рәүештә социаль күренеш тип таныла. Рәсәйҙә милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыу енәйәт тип һанала. Дәүләттең ниндәйҙер өлөшөндә йәшәгән халыҡ өсөн ошо территорияла айырым дәүләт булдырырға тырышыу сепаратизмға килтерә. Дәүләттең радикаль милләтселеге фашизмдың һәм нацизмдың төп өлөшөн тәшкил итә. Күпселек этник милләтселәр милли өҫтөнлөк һәм милли үҙенсәлелелек (ҡарағыҙ — шовинизм), шулай уҡ мәҙәни һәм дини түҙемһеҙлек (ҡарағыҙ — ксенофобия) идеяларын хуплай. Ҡайһы бер халыҡ-ара документтар, шул иҫәптән Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы һәм Раса дискриминацияһын бөтөрөү тураһында халыҡ-ара конвенция этник дискриминацияны ғәйепләй һәм уны ҡанунға ярашлы түгел, тип баһалай. Милләтселек өсөн хас булған идеологияның аныҡ булмауы һәм сәйәси хәрәкәттәрҙең ҡатнаш (эклектик) структураһы ике төрлө стандарттар сәйәсәтенә мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, үҙенең мәҙәниәтен һаҡларға тырышыусы «гегемон-милләттәр» бөйөк держава шовинизмында ғәйепләнә, ә аҙ һанлы халыҡтарҙың милли бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшен сепаратизм, тип — һәм киреһенсә, атайҙар.
Хәҙерге урыҫ телендә «милләтселек» билдәләмәһенең аңлатмалары
үҙгәртергәХәҙерге урыҫ телендә «милләтселек» һүҙенең был мәҡәләлә яҙылған аңлатмаһынан һәм идеологияһынан айырмалы иң киң ҡулланылған мәғәнәһе шовинизмға, этнократияға һәм ксенофобияға яҡыныраҡ тора[14].
Был аңлатма телгә совет осоронда индерелә. Ул кире мәғәнәне сағылдыра һәм үҙ милләтеңдең өҫтөнлөгөнә, милли антагонизмға һәм милли сикләнгәнлеккә баҫым яһай. Урыҫ теленең бер нисә һүҙлеген төҙөүсе автор, совет тел белгесе Ожегов Сергей Иванович милләтселекте «милли өҫтөнлөктән һәм үҙ милләтеңде башҡаларға ҡаршы ҡуйыу идеяларынан килеп сыҡҡан идеология һәм сәйәсәт» тип билдәләй[15]. Грицанов Александр Алексеевич, ябай аң өсөн «милләтселек» һүҙе өсөн урталыҡ юҡ һәм ул һәр саҡ эмоциялар менән тулы, тип белдерә[16]. Урыҫ теле традициялары шулай уҡ «милләт» билдәләмәһен этниклыҡ менән тиңләй. Тарихсы Миллер Алексей Ильич фекеренсә, был, бер яҡтан, Рәсәйҙең милләтселек идеологияһы менән бик аҙ таныш булыуы, икенсе яҡтан, Рәсәй империяһы һәм Совет Социалистик Республикалар Союзында был терминдың донъяла ҡабул ителгән мәғәнәһен аңлы рәүештә боҙоуына бәйле[17]. Һөҙөмтәлә, терминдарҙың алмашыныу практикаһы барлыҡҡа килә һәм уны милләтселеккә ҡаршы булыусылар ҙа, милли үҙенсәлекте яҡлаусылар ҙа үҙ маҡсаттарында ҡуллана. Путин Владимир Владимирович үҙен һәм Медведевты «яҡшы мәғәнәләге милләтселәр»[18] тип атай. «Милләтсе» билдәләмәһен кире мәғәнәлә Рәсәйҙә генә ҡулланмайҙар. Мәҫәлән, Германия президенты Рау Йоханнес инаугурация ваҡытындағы телмәрендә: «Патриот — үҙ ватанын яратыусы, ә милләтсе — башҡа халыҡтарҙы һәм башҡа илдәрҙе[17] күрә алмаусы», — тип аңлатты. Америка тарихсыһы Б. Шейфер «милләтселек» терминына түбәндәге мәғәнәләр һала[19]:
- Уртаҡ ергә, расаға, телгә һәм тарихи мәҙәниәткә һөйөү
- Сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа, милләт именлегенә ынтылыу һәм уның абруйы хаҡында хәстәрлек күреү
- Милләт һәм халыҡ булараҡ билдәле ғәҙәттән тыш социаль организмға мистик тоғролоҡ
- Индивидуумдар, үҙҙәрендәге маҡсатты тормошҡа ашырып, милләт өсөн генә йәшәй, тигән ҡанун
- Был милләт башҡалар араһында өҫтөнлөклө йәки өҫтөнлөклө булырға тейеш, тигән доктрина.
Проблема милләтселектең хис-тойғоға һәм эмоцияларға нигеҙләнгән булыуы менән дә тәрәнәйә[20]. Бер үк терминға һәм лозунгыларға төрлө кешеләр тарафынан һалынған мәғәнә ҡайһы бер ваҡыт ҡапма-ҡаршы булыуы мөмкин. Мәҫәлән, «Рәсәй урыҫтар өсөн» тигән лозунгты берәүҙәр этник урыҫтарҙың айырым хоҡуҡтарға дәғүә итеүе тип ҡараһа, икенселәр дәүләт халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш, тигән талап тип уйлай. Миллер Алексей Ильич хатта урыҫтар тигән һүҙ ҡәтғи этник (примордиаль) мәғәнәлә лә, шулай уҡ мәҙәни категориялар аша һәм уртаҡ яҙмышта ҡатнашыу[17] мәғәнәһендә лә ҡабул ителеүе ихтимал, тип билдәләй.
Ошоға бәйле ҡайһы бер Рәсәй тикшеренеүселәре, «милләтселек» һүҙен бары тик этномилләтселекте билдәләү өсөн генә ҡулланырға кәрәк, тип ныҡыша. Башҡалар, был аҙым ғилми мөхиттең йәмғиәт менән аралашыу мөмкинлеген ябасаҡ, тип бара. Өсөнсөләр нигеҙ һүҙҙәрҙең мәҙәни билдәләмәһен идеологик нейтралләштереүҙе тәҡдим итә[21].
Милләт
үҙгәртергәМилләтселек милләтте ысынбарлыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта милләтте аңлатҡан мәғәнәне лә бирә, тип ҡарай[13]. Милләт идеяһы быуындан-быуынға тапшырылып килгән тарих тойғоһона, иҫтәлектәргә һәм традицияларға нигеҙләнә. Уның йәшәүе, ғәҙәттә, боронғо этностың дауамы итеп йәки уның барлыҡҡа килеүенең айырым тарихи мәлдәренә бәйләп ҡарала. Ысынбарлыҡта милләт — айырым территорияға тарихи бәйләнгән, үҙен мәҙәни һәм сәйәси таныған үҙаңлы кешеләр берлеге[22]. Бер яҡтан, был берлек хыялда ғына: уның һәр ағзаһы уның образын йөрөтә, уның сиген күҙаллай, үҙендә туғанлыҡ хистәрен тоя һәм уның юғары власына инана. Кеше үҙенең тормошон бер ваҡыта ла күрмәгән һәм күрмәйәсәк[9]. Ватандаштарының тормошона параллель барған уртаҡ юл эргәһендәге траектория кеүек ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта милләтте тәшкил итеүсе кешеләр берләшкән, үҙҙәрен уртаҡ эшмәкәрлеккә бағышлаған һәм бер хөкүмәт ҡулы аҫтында булырға, был хөкүмәттә уларҙың вәкилдәре ултырыуын теләй[23].
Икенсе яҡтан, күпселек милләттәрҙең тамырҙары өҫтөнлөклө этнос тирәһендә нығына. Милләттең күпселек ағзалары уртаҡ тормош рәүешен уртаҡлаша һәм ғәҙәттәге танылған ландшафты булған территорияла бергәләп йәшәү бәйлелегенә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта бергә йәшәү бер ни тиклем ваҡыттан һуң тышҡы оҡшашлыҡҡа[24] һәм тышҡы ҡиәфәт, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм тарихи иҫтәлектәрҙең оҡшашлығы һөҙөмтәһендә уртаҡ генеалогик сығышҡа ышанған этник төркөм формалашыуға килтерә[25]. Был берлек милли теләктәшлек булдырырға ярҙам итә. Әммә милли уҙаң этник үҙаңдан тамырынан айырыла, сөнки йәмғиәттең дәүләткә ҡарата үҙ мәнфәғәттәрен аңлау процесында, ә этник үҙаң бер этник берлектең башҡалары менән үҙ-ара мөнәсәбәте барышында[26] барлыҡҡа килә. Этник төркөмдәр аныҡ территорияға бер нисек тә бәйләнмәгән кеүек, милләттәрҙең дә уртаҡ генеалогия тураһындағы мифҡа нигеҙләнмәүе мөмкин.
Милли дәүләт
үҙгәртергәМилли дәүләт (дәүләт-милләт) — социаль ойошма, сәйәси хакимиәт һәм мәҙәни оҡшашлыҡ үҫтерелгән территориаль берәмек. Был ҡәтғи талапҡа тап килгән илдәр ни бары 10 процент ҡына, әммә хәҙерге күпселек дәүләттәр уның күп кенә элементтарына эйә[27].
Хәҙерге дәүләттәр үҙәкләштерелгән, дифференцияланған һәм автономиялы структуралар ярҙамында бик күп ҡалалар һәм күрше төбәктәр менән идара итә. Улар мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр булдырыу[25] һәм үҙ территорияһында көс ҡулланыу[20] монополияһына эйә. Шулай итеп улар үҙҙәренең турана-тура идара итеүен ошо территориялағы барлыҡ халыҡҡа тарата һәм кешеләрҙең тормошон иҡтисади үҫеш йәки оборона өсөн билдәле йүнәлештә ойошторорға ынтыла. Төпкөлдө интеграцияларға тырышмаған, халыҡтың көндәлек эшмәкәрлеген күҙәтеп торорға тырышмаған[13] ҡала-дәүләттәрҙән һәм империяларҙан улар шул яғы менән айырыла. Бынан тыш, милли дәүләт халыҡтарҙың үҙ ихтыяры менән интеграцияланыуына ынтыла һәм яңы территорияларҙы баҫып алып, уларҙы буйһондороу һәм колонияға әйләндереү маҡсатын алға ҡуйған империянан[26] шул яғы менән айырыла Милли дәүләт уның граждандары менән күҙаллана, әммә эске һәм тышҡы аренала уны ғәҙәттә бер генә дәүләт лидеры күрһәтә.
Шарль де Голль француздарҙың дәүләт башлығы «Франция тураһында ниндәйҙер идеяны» (франц. une certaine idée de la France) кәүҙәләндерергә тейеш, тип раҫлаған.
«Милләт» һәм «милли дәүләт» тигән аңлатмаларҙың оҡшашлығына ҡарамаҫтан, милләтселек уларҙы бер ни тиклем айыра. «Милләт», «дәүләт» һәм «йәмғиәт» билдәләмәләре төрлө кимәлгә ҡарай: мәҙәни, сәйәси һәм социаль[27]. Мәҫәлән, армия дәүләтте түгел, халыҡты яҡлай, тип ҡабул ителгән.
Геосәйәсәт
үҙгәртергә«Об общественном договоре» трактатында (1762 г.) Жан-Жак Руссо, дәүләттең дәүмәле «ерҙәр халыҡты туйҙырырлыҡ булырға тейеш», тип яҙа. Һуңғараҡ был фекер, дәүләттең сиктәре милләт ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек матди ресурстар менән билдәләнергә тейеш, тигәнгәсә үҫешә. Ратцель Фридрих, әгәр дәүләттәр үҫмәй икән, улар үлә, тип күҙаллай. Бының менән ул Африкала дауам иткән Европа державаһының колониаль экспансияһын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Маккиндер Хэлфорд Джон да шундай уҡ фекерҙә була.
1899 йылда географ Челлен Рудольф ҡулланылышҡа геосәйәсәт тигән атаманы индерә, уны артабан Хаусхофер Карл үҫтерә. Геосәйәсәт дәүләттең сәйәсәтен хуплау һәм йүнәлеш өсөн географик белемде файҙаланыуҙы өйрәнеүсе дисциплина[22]. Геосәйәсәт күберәген колониализм һәм нацизм агрессияһын легитимлаштырыуға хеҙмәт иткәс, һуғыштан һуң был теория юҡҡа дискредитациялана.
Тарих
үҙгәртергәМилләтселек яңы ваҡыт продукты булып тора[28]. Тарих дауамында кешеләр тыуған еренә бәйләнеш тойоп, урындағы власты хуплай. Әммә күпселек сәйәси һәм мәҙәни күренештәр яңы ваҡытҡа тиклем милли түгел, ә универсаль характерға эйә була.
«Милләтселек» терминын беренсе тапҡыр ҡулланылышҡа XIX быуатта философ Гердер һәм аббат Баррюэль индерә. Уның иртә сағылышы булып Англиялағы Данлы революция тора. Милләтселек күтәрелеше либерализм барлыҡҡа килеү менән тап килә һәм оҙайлы осор дауамында ике идеология бергә үҫешә. Милләтселектең сағыу сағылышы булып Яңы Донъя (Новый Свет) элитаһының испан колониализмына ҡаршы көрәше тора[9]. Әммә иң көслө сағылышы булып Америкалағы һәм Франциялағы революциялар иҫәпләнә. 1815 йылда милләтселек донъяла алдынғы идеологияларҙың береһе була. Ул йәмғиәтте капиталистик иҡтисадҡа күсереү осоронда тупларға һәләтле булып сыға һәм милли дәүләттәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм уларҙың иҡтисад ҡеүәтен үҫеүгә килтерә[22].
Әгәр XVIII быуат һуңындағы милләтселек Францияла һәм АҠШ-та гражданлыҡ булһа, үҙәк һәм көнсығыш Европаның күпселек илдәрендә ул француз оккупацияһына реакция булараҡ барлыҡҡа килә һәм башта этник характерға эйә була. Мәҫәлән, Германия берләшмәһе һәм Эльзас-Лотарингия аннексияһы пангерманизм йүнәлешендә тормошҡа ашырыла. XIX быуаттың икенсе яртыһында милләтселек Австро-Венгрияның, Рәсәй империяһының һәм Ғосман империяһының бөтөнлөгөн ҡаҡшата башлай һәм улар Беренсе донъя һуғышынан һуң бөтөнләй тарҡала. XX быуат башында ул Азияла һәм Африкала сәскә атып, француз һәм британ империализмына ҡаршы көрәштең киҫкенләшеүенә килтерә, һөҙөмтәлә колониаль система тарҡала.
Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң килешеүҙәрҙә Вильсон Томас Вудроның Европаны моноэтник милли дәүләттәргә бүлеү планы һөҙөмтәле булып тора һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн Милләттәр Лигаһы ойошторола. Шул уҡ ваҡытта һуғыш либерализмдың нигеҙе булып торған гуманизмға ышанысты ҡаҡшата һәм был башҡа факторҙар менән берлектә фашизмды һәм нацизмды барлыҡҡа килтерә. Икенсе донъя һуғышында Германияның еңелеүенән һуң киҫкен милләтселек һәм уға бәйле белемдең барлыҡ формалары дискредитациялана.
Һуғыштан һуң Көнбайыш Европала Европа берлегенә интеграцияланыу процестарына бәйле милләтселек әүҙемлеге кәмей. Күпселек илдәрҙә раса һәм этник дискриминация сикләүҙәре бөтөрөлә. Шулай ҙа, посткоммунистик Көнсығыш Европала гражданлыҡ милләт булдырыу фонында киҫкен этник низағтар һәм этник таҙартыуҙар[13] булып тора.
Хәҙерге донъяла милләтселек халыҡ-ара аренала актив роль уйнауын дауам итә һәм төрлөсә сағылыш ала. Киҫкен милләтселек рәсми рәүештә ғәйепләнә һәм ҡануниәт менән сикләнә. Шул уҡ ваҡытта милли дәүләт тураһындағы күҙаллауҙар либераль-демократик илдәрҙә[4][28] халыҡ менталитетының нигеҙендә ята.
«Этник милләтселек һәм сепаратизм иҡтисади илдәрҙәге кеүек үк ярлы илдәрҙә лә барлыҡҡа килә. Федератив демократияларҙа ла, ҡаты авторитар идаралыҡты ла. … Дини оҡшашлыҡ һәм милләтселек араһында ышаныслы корреляция юҡ, — сепаратизм католик, ислам, протестант һ.б. диндә лә булыуы мөмкин. Шулай уҡ тарихи үҫештең айырым алгоритмдарына бәйләнеш тә юҡ»"[29] .
Милләтселекте өйрәнеүгә ҡараштар
үҙгәртергәМилләтселекте тикшереүҙә өс алдынғы мәктәпте айыралар: примордиализм, модернизм, этосимволизм.
Примордиализм милләт һәм милләтселек прототиптары һәр саҡ йәшәгән һәм бер этник йәмғиәткә ҡараусы кешеләр өсөн уларҙың тәртибен билдәләүсе ниндәйҙер мәҙәни үҙенсәлек хас, тип раҫлай[30]. Примордиализмдың маҡсаты булып ысын этник нигеҙҙе эҙләү тора. Хәҙерге ваҡытта был мәктәп яҡлылар бөтөнләй ҡалмаған. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ысынлап боронғо булған традициялар юҡ, ә мәҙәни нормалар һәм ҡиммәттәр уларҙы булдырыусы социаль институттар һаҡланыуы арҡаһында ныҡлы йәшәй[13].
Модернизм күҙлегенән ҡарағанда, милләт һәм милләтселек индустриаль эра таңында барлыҡҡа килеп, дәүләттәрҙең көсәйеүе һәм капитализм үҫешенә бәйле тарихи күренеш[3]. Был теорияға ярашлы, дәүләттең халыҡ менән туранан-тура идара итеүе көсәйгән һайын, мәҙәниәт һәм көндәлек тормош йәшәгән илдән нығыраҡ бәйлерәк була бара. Аралашыу технологиялары һәм иҡтисад баҙарының үҫеше бығаса аралашмаған кешеләр араһында бәйләнештәр булдырыуға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә һәр илдә тормош бер төрлөгә әйләнә бара, ә илдәр араһында айырмалыҡтар барлыҡҡа килә. Был йүнәлеш яҡлылар этник сығыш милләтселек барлыҡҡа килеүҙә, ә мәҙәниәт — милләт формалашыуҙың һуңғы стадияһында роль уйнауын инҡар итмәй, әммә милләтселектең этник сығыш менән бәйләнешен тап килеү тип ҡарай.
Этносимволизм (перенниализм) милләтселектең тамырында, иҡтисад менән бер рәттән, этник сығыш ята, тигән ҡарашты яҡлай. Әммә этносимволистар милләтте тәбиғи берләшмә тип һанамай һәм уның нигеҙендә сағыштырмаса боронғо тарих һәм милли үҙаң ята[4] тип күҙаллай. Был теорияға ярашлы, индустриаль дәүергә тиклем уртаҡ мәҙәниәт элементтары, тарихи хәтере, ата-олатайҙар тураһында мифтары булған һәм билдәле бер теләктәшлеккә эйә халыҡты берләштереүсе бик күп этник төркөмдәр барлыҡҡа килгән. Был этник территорияларҙың сиктәре аныҡ билдәләнмәй. Әгәр ҙә мифтар, символдар, иҫтәлектәр һәм ҡиммәттәр яйлап үҙгәргән мәҙәниәт һәм тормош элементтары менән күсһә, этник берләшмәләр оҙаҡ йәшәй. Был берләшмәләрҙең ҡайһы берҙәре мәҙәни-этник интеграция һәм стандартлашыуҙың яңы кимәленә сығып, билдәле бер тарихи территорияға бәйләнә һәм үҙҙәренең ҡанундарын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен барлыҡҡа килтерә, йәғни милләткә әүерелә. XVIII быуат һуңында милләтселек идеологияһы барлыҡҡа килеүе милләттәрҙең сифатын һәм уларҙың формаһын ҡырҡа үҙгәртә. Рәсәй ғалимы Миллер Алексей Ильич фекеренсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа милләтселекте теоретик яҡтан өйрәнеү теге йәки был дәрәжәлә Карл Дойчтың хеҙмәттәренә нигеҙләнә[31].
Милләтселек һәм мәҙәниәт
үҙгәртергәXVIII быуат һуңында дәүләтте национализациялау мәғарифты һәм йәмғиәт тормошон национализациялау менән йәнәш бара[28]. Шағирҙар һәм ғалимдар туған телде реформалаштырыуға тотоноп, уны әҙәби кимәлгә күтәрә. Уларҙың тарих өлкәһендәге хеҙмәттәре милли дәүләтселеккә ҡарата сәйәси талаптарына нигеҙ булды. Милли дәүләттәрҙә яңы йолалар: фестивалдәр, байрамдар, флагтар, музыка, поэзия, патриотик телмәрҙәр барлыҡҡа килә. Һуңынан әкиәттәрҙә, архитектура стилендә, муниципаль закондарҙа һ.б. милли элементтар күренә башлай. Диндең сәйәси роле яйлап юҡҡа сығып, дәүләт телен белеү мөһим әһәмиәткә эйә була башлай. Һуңғыһы аралашыу технологияларының һәм берҙәм баҙарҙың сиктәре киңәйеүе менән ҡыҙыҡһынған капитализмдың үҫешенә бәйле[9]. Индустриализмға тиклемге осорҙа йәмғиәт вертикаль ҡатламдарға бүленә, яңы ваҡытта дәүләттәрҙең сәйәсәте ошо бүленеште бөтөрөргә ярҙам итергә тырыша. Милләтселек арҡаһында юғары мәҙәниәт йәмғиәтте тотошлай ялмай, уны билдәләй һәм сәйәси ярҙам ала[3]. Милләтселек кешене дин, йәшәү урыны, ырыуы һ.б. менән түгел, ә милли мәҙәниәт һәм тел менән идентификацияларға ынтылғанлыҡтан, мәғариф[3] мөһим роль уйнай. Дөйөм формаль белем биреү системаһы халыҡты грамотаға ғына өйрәтеп ҡалмай, ә милли дәүләттең үҙ граждандары менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ мәғариф системаһы этник күпселектең ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен, тарихын һәм телен яҡлауға ярҙам итә[32]. Милләтселек үҙен милләт менән тиң күреү тойғоһон тәрбиәләү өсөн тарихты уҡытыуға һәм уны аңлатыуға айырым иғтибар бүлә. Күпселек ғалимдар, бындай иғтибар идеологик характерға эйә һәм үҙенең талаптары өсөн мифологик нигеҙ булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла[7] ти. Ренан Жозеф Эрнест әйтеүенсә, «онотоу, дөрөҫөрәге, тарихи яңылышлыҡ милләтте булдырыуҙың иң төп факторҙарының береһе, шуға күрә тарихи тикшеренеүҙәрҙең үҫеше бик йыш милләтселек өсөн хәүеф тыуҙыра»[33]. Донъяның күпселек илдәрендә милләтселек хәҙерге йәмғиәт структураһының бер өлөшө булып тора. Халыҡ уны ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә һәм хатта милли риторикаға, әгәр ул йәмғиәт тәртибенә янамаһа йәки ниндәйҙер объектив көрсөк менән бәйле булмаһа[4], иғтибар ҙа бирмәй. Кешеләрҙә милләтте туҡтауһыҙ булдырып тороуҙы тәьмин иткән («ябай милләтселек») идеология ғәҙәттәре барлыҡҡа килгән[20].
Тәнҡит
үҙгәртергәМилләтселектең киҫкен формалары бик ҙур ғазаптар һәм емергес һөҙөмтәләргә, шул иҫәптән геноцидҡа һәм этник таҙартыуҙарға килтереүе мөмкин[4]. Милләтселектең төп йүнәлеше лә тәнҡит предметы булып тора. Ҡайһы бер ғалимдар милләттең һәм милләтселектең дөйөм теорияһы мөмкин генә түгел, уның булыуы ла кәрәк түгел, уның урынына төп иғтибарҙы өҫтәмә аспекттарға йүнәлтеү зарур, тигән фекер яҡлы[34]. «Милләтселек» һәм «милләт» терминына билдәләмә биреүе ауыр, сөнки был концепциялар хәҙерге сәйәсәт менән тығыҙ үрелгән һәм ниндәй генә билдәләмә булмаһын, ул бер талапты легитим, икенсеһен легитим түгел тип таныуы ихтимал[13]. Милләтселек аңлатмаһына теоретиктар тарафынан бирелгән аныҡһыҙлыҡ һәм киңлек был төркөм лояллегенең теге йәки был аныҡ йөкмәткеһе формаһын анализлағанда субъектив иреклеккә нигеҙ булып тора[19].
Ғалимдарҙың бер ни тиклеме милләтселеккә ҡаршы һәм улар уны хәүефле, демократия менән яраша алмай, мәҙәни-йәмғиәт айырмалыҡтарына, хатта һуғыштарға килтереү ихтималлығына килтерә, тип раҫлай. Улар, әгәр һинең милләтең әхлаҡлылыҡтың иң юғары баҫҡысында тора икән, башҡаларҙың позицияһы түбән, тип күҙаллай. Антимилләтселектең хәҙерге теорияһына ярашлы, Э. Балибарҙың хеҙмәттәрендә теләһә ниндәй милләтселектең юлдашы булып расизм тора. Милләтселектең дошмандары уны хәҙерге халыҡ-ара низағтарҙың күпселегенең нигеҙендә ята, тип иҫәпләй. Лев Николаевич Толстой һуғыштарҙың сәбәбе — «үҙ халҡыңа айырым яҡшылыҡтар теләү»[35] тип яҙа.
Милли дәүләттә бөтөн нәмә мәҙәни берлекте нығытыуға йүнәлтелә. Был ирекһеҙҙән шәхестең үҙен индетификациялау хоҡуғын хәүеф аҫтына ҡуя. Милләттә ағзалыҡ ирекле булһа ла, нигеҙҙәге милли ҡиммәттәр менән риза булмаусылар хоҡуҡи дискриминацияға эләгә йәки ксенофобия ҡорбандары була. Шулай уҡ милли берҙәмлекте боҙоуҙан ҡасып, демократик дәүләт сит ил кешеләренә йәки милли аҙсылыҡҡа ғына түгел, тотош милләткә ҡарата көс ҡулланыуға барып етеүе мөмкин. Был инде авторитаризмды аңлата. Шуға күрә мәҙәни либерализм яҡлылар сәйәси система аҙсылыҡты күпселек диктатураһынан яҡларға тейеш, тип бара. Был осраҡта гражданлыҡ ҡиммәттәре һәм гражданлыҡ йәмғиәт институттары нығынған милләт гарант булып тора ала[26].
Коммунитаризм яҡлы бәғзеләр, гражданлыҡ һәм либераль милләтселек гражданлыҡ йәмғиәте структураһына зыян килтерә, тей. Сөнки этник берләшмәләрҙең сиктәрен танымай. Уларға эске этник сиктәрҙе таныу теге йәки был этник төркөмгә инеүгә килтерәсәк һәм быға юл ҡуймаҫ өсөн дәүләт һәр кешегә берләшмәләрҙәге ағзалыҡ азатлығын гарантияларға тейеш тип иҫәпләгән мультикультурализм сәйәсәте дошмандары ҡаршы сыға.
Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, гражданлыҡ милләтселеге үҙенә үҙе милләт берҙәмлеген тәьмин итә алмай, сөнки күберәген аңға нигеҙләнгән һәм гражданлыҡ милләтселектең төп категориялары (гражданлыҡ, сәйәси хоҡуҡтар һ.б.) кеше өсөн «тышҡы» булып тора. Шуға күрә ғәмәлдә милләтселек һәр саҡ хислерәк булған һәм «эске» категориялар (дин, ғөрөф-ғәҙәттәр һ.б.) менән эш иткән мәҙәни элементҡа эйә. Гражданлыҡ милләтселеге шулай уҡ милли уҙлелеккә асыҡ айырмалыҡ һыҙаттарын индерергә һәләтле түгел. Уның милли үҙенсәлекте формалаштырыуға индергән өлөшө бер ни тиклем территориаль бәйлелелккә таяна, әммә демократияның таралыуы Европа дәүләттәре араһында башҡа айырмалыҡтарҙы тигеҙләүгә килтерҙе[32].
Этник һәм гражданлыҡ милләтселек яҡлылар араһында киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡтар булып тора. Милләтселәр гражданлыҡ милләтселек «милләт» атамаһына дөрөҫ булмаған аңлатма бирә һәм уны интернационализмдың бер формаһы тип иҫәпләү яҡлы, тип раҫлай. Улар милләтттең үҙ эсенә төрлө милләт вәкилдәрен индерә алыуын инҡар итеп, ҡайһы бер ваҡытта аҫаба булмаған ассимиляцияға тиҙ бирелгән милләттәр өсөн ташлама яһарға әҙерҙәр.
Примордиаль этник милләтселекте тәнҡитләүселәр, ниндәйҙер этносҡа ҡарау — «ситтәрҙе»ң айырмалыҡтарын күрһәтеп, «үҙеңдекеләр»ҙе яҡынайтҡан коллектив идентификация тойғоһон сағылдырыуҙың иң еңел ысулы, тип билдәләй. Бында «үҙеңдекеләр» өсөн нимә уртаҡ булып тороуы бигүк асыҡ түгел. Атап әйткәндә, ассимиляция процестары төркөмдөң этник сығышы эволюцияға һәләтле икәнен күрһәтә. Сәйәси һәм мәҙәни нормалар тиҙ ҡабул ителә. Иммигранттарҙың тышҡы айырмалыҡтары аҫаба халыҡтың нормаларына тура килмәй, әммә уларҙың вариҫтарында был айырмалыҡтар ҡатнаш никахтар һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға бара. Быға ярашлы, «ысын» милләтселек теориялары нигеҙһеҙ. Шул уҡ ваҡытта этник милләтселек «ситтәрҙең» милләткә ҡушылыу процесын тотҡарлай, сөнки үҙенең йәки ата-бабаларының генын үҙгәртә алмай. Шул сәбәпле күпселек социологтар, этник ҡиммәттәр шәхси тормош өлкәһе сиктәренә сығырға тейеш түгел,[32] тип иҫәпләй.
Һул хәрәкәттәр милләтселекте социал-демократияға дошман булған һәм консерватив-авторитар режимды яҡлаған уң идеология тип ҡарай. Әммә икенсе ҡараш та бар, уға ярашлы, бары тик уртаҡ яҙмыш һәм милли оҡшашлыҡ арҡаһында бер-береһенә ышаныс менән бәйләнгән берләшмә генә социаль ғәҙеллеккә һәм демократияға өлгәшә ала[5].
Марксизм күҙлегенән, синыф айырмалыҡтарын бөтөрөүгә ярҙам иткән айырым осраҡтарҙан тыш, милләтселек «пролетариат өсөн ҡапҡан» булып тора. Марксистар бөтөн донъя буйынса универсаль эшсе аңын таратыу һәм капитализмдың ҡолауы милләтселекте нигеҙенән мәхрүм итәсәк, тип күҙаллай. Әммә, тәү сиратта эшсе синыф сәйәси хакимлыҡ яулап, бөтөн ил буйынса «милләт булараҡ билдәләнергә» тейеш[36]. Космополитизм кешеләрҙе, тәү сиратта, раса, дин, мәҙәниәт һ.б. сиктәрҙе һанға һуҡмаған дөйөм кешелек мәсьәләләре борсорға тейеш, тип раҫлай. Космополиттар милли сәйәсәттән киңерәк булған мәсьәләләр ҙә барлығын күрһәтә һәм улар бары тик трансмилли кимәлдә генә хәл ителә алғанына күрһәтә[37]. Ҡағиҙә булараҡ, космополиттар именлек һәм тәртип тәьмин итеү проблемаларына тейешле иғтибар бирмәй һәм уны хәл ителгән тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдә именлек милли дәүләттәрҙең көс структуралары ярҙамында булдырыла[38]. Космополиттар бик йыш милләтселектең уртасыл формаларында шовинистик ҡеүәт һәм уның киләсәктә нацизмға әүерелеү хәүефен күрә. Бындай раҫлауҙарға комментарий биреп, М. Уолцер, «XX быуаттағы енәйәттәр аҙғын патриоттар һәм аҙғын космополиттар тарафынан башҡарыла. Әгәр фашизм был боҙоҡлоҡтоң беренсеһе булып торһа, Ленин һәм Мао версияларындағы коммунизм — уның икенсеһе»[39], тип белдерә. Индивидуализм яҡлылар, йәмғиәттең нигеҙ элементы булып ғаилә лә, берләшмә лә, милләт йәки ниндәй ҙә булһа башҡа айырым коллектив түгел, ә кеше тора, тип раҫлай. Бары тик индивидуумдар ғына хоҡуҡҡа эйә, ә коллектив хоҡуҡтар ошо кешеләрҙең ниндәйҙер коллективта ағза булып тороуы эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Атап әйткәндә, коллектив хоҡуҡтар барлыҡ кешеләр өсөн дә бер тигеҙ һәм айырым төркөмдәргә өҫтөнлөк бирә.
«Милләтселек христиан сиркәүе тарафынан, мөртәтлек булараҡ, ғәйепләнергә тейеш» (Н. А. Бердяев).
Рәсәйҙә милләтселек
үҙгәртергә- Урыҫ милләтселеге
Милләтселек Рәсәйҙә XVIII быуаттың икенсе яртыһында юғары даирәләрҙең Көнбайыш Европа философияһы һәм сәйәси фекер ағымдарына ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә тыуа. Башта милләт атамаһы аҫтында билдәләнгән тәртип сиктәрендә мәҙәни һәм интеллектуаль элита (күп осраҡта дворянлыҡ) аңлашыла. Милләтселеккә примордиализм рухында аңлатма бирелә, был иһә Рәсәй тарихына, уның мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята. Рус телендә милләтселеккә бәйле билдәләмәләрҙең аныҡ эквиваленты булмағанлыҡтан, оҙаҡ ваҡыт француз терминдары ҡулланыла, тәржемәләр ҙә эшләп ҡарала. Мәҫәлән, Вяземский Пётр Андреевич уны франц. nationalité «халыҡсанлыҡ»[40] тип тәржемә итә.
Феофан Прокоповичта һәм Петр эпохаһындағы рәсми документтарҙа[41], «милләт» һүҙе осрауға ҡарамаҫтан, «милләтселек» терминын ҡуллана башлаған беренсе рәсәйле 1844 йылда үҙенең көндәлегендә: «…көнбайыш-либераль баштар милләтселекте хөкүмәттең терәге, ти»[42] тип яҙып ҡалдырған Герцен Александр Иванович[43] була.
Петр I идара иткән осорҙа Рәсәйҙең ҡаҙаныштары донъяла һоҡланыу тыуҙыра, батшаның арҡаҙаштары ла европалыларға тиң итеп ҡарай. Әммә XVIII быуат аҙағына Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр тирәләй аңлашмаусылыҡтар тыуа. Үҙ илендә, сит илдәр менән сағыштырғанда, тиңлек, азатлыҡ һәм шәхескә ихтирам дефициты урыҫ илһөйәрҙәрендә оялыу тойғоһо тыуҙыра[44].
Милли ғорурлыҡҡа бындай баҫым бер-береһенә ҡаршы тороусы ике төркөм барлыҡҡа килтерә: көнбайышҡа йөҙ бороусылар Рәсәй Көнбайыш Европа һәм АҠШ барған юлды һайлап, прогрессив һәм либераль көстәр артынан барырға тейеш тип иҫәпләһә, славянофилдар Көнбайышта лидер итеп күрергә, уға оҡшарға теләмәй. Улар Рәсәйҙең географик урынлашыуы, авторитар һәм православие үткәненә бәйле, үҙенең айырым юлы барлығына ышана.
Самодержавияны бөтөрөүгә саҡырған 1825 йылғы декабристар ихтилалы юғары даирәләрҙе тетрәндерә һәм күпселек көнбайыш ҡиммәттәрҙә Рәсәйгә туранан-тура хәүеф күрә башлай, 1830 йылғы Польша ихтилалы һәм Европалағы ваҡиғалар быны нығыраҡ раҫлай. Был көнбайыш яҡлыларҙы һәм славянофилдарҙы тағы ла нығыраҡ бер-береһенә ҡаршы ҡуя. 1833 йылда граф Уваров «Рәсәйҙең башланғысында Православие тора»[40] тигән тезис тәҡдим итә.
Рәсәй империя булғанлыҡтан, власть аҙсылыҡтың милләтселегенә дошмандарса ҡарай һәм рус этномилләтселегенә таянырға ла ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта ул башҡа дәүләттәрҙәге аҙсылыҡтың милләтселеген үҙенең тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрендә файҙаланырға тырыша. Шундай ҡараштан сығып ул Автро-Венгрияла һәм Ғосман империяһында панславизмды хуплай. XX быуат башында Рәсәй абсолютизм бөтөүгә табан бара, власть ҡара груһсыларҙың хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә һәм империя эсендә милләт-ара ыҙғыштар тыуҙыра.
1917 йылда власҡа килгән большевиктар рус милләтселәренең хәрәкәтен туҡтата. Бөйөк держава милләтселеге дошман идеологияһы тип рәсми рәүештә белдерелеп, уға ҡаршы Интернационализм ҡуйыла. Шул арҡала, ниндәй генә сағылышта булыуына ҡарамаҫтан, милләтселекте совет режимы тарафынан баҫтырыла, тигән ҡараш киң тарала. Ҡайһы бер авторҙар, СССР-ҙа «социалистик патернализм»ға — бүленергә тейешле йәмғиәт продуктындағы ҡлҡшкә хоҡуҡ бәйле, ул кешеләр һәм дәүләт араһындағы әхлаҡҡа өҫтөнлөк бирелгән, тип раҫлай[45]. Милли дәүләттәрҙән айырмалы, СССР-ҙа граждандарҙан сәйәси әүҙемлек тә, этник оҡшашлыҡ та талап ителмәй; улар дәүләттең биргәненә риза булырға тейеш була[45].
Шул уҡ ваҡытта сәйәсәттең ҡайһы бер элементтары милли характерға эйә була. Мәҫәлән, урыҫлаштырыу программаһы XX быуатта батша осоронда башлана һәм совет власы тарафынан дауам ителә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Сталин Иосиф Виссарионович миллилеккә һәм илһөйәрлеккә саҡыра, һуңыраҡ урыҫтарҙы «етәкселек итеүсе халыҡ» тип иғлан итә. Был "һатлыҡ халыҡ"тарға фобия таратыу һәм этник таҙартыуҙар менән бергә алып барыла. Брежнев идара иткән осорҙа сәйәси милләт элементын үҙ эсенә алған[46], хотя и не наделяла её национальным духом[47]. «совет халҡы» концепцияһы эшләнелә.
Шуға ҡарамаҫтан, совет Рәсәйе бер ваҡытта ла милләт төҙөү менән маҡсатлы рәүештә шөғөлләнмәй. СССР-ҙа "милли сәйәсәт"те рус булмаған халыҡтарҙың проблемаһын хәл итеү[26] тип аңлайҙар. Рәсәй Федерацияһы милли республика милли республика түгел, ә рус халҡы — айырым этниклыҡты[26] йөрөтөүсе тип иҫәпләнмәй. Көндәлек тормошта күпселек үҙен дәүләткә мөнәсәбәте буйынса ғына билдәләй, төп параметр булып власть иерархияһындағы дәрәжә тора[26]. 1991 йылда рустарҙың күпселеге (80 %) үҙенең тыуған иле тип тотош Советтар Союзын[48] атай. Үҙгәртеп ҡороу аҙағына тиклем еткерелмәһә лә, киң күләмле демократик реформаларға юл аса, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сепаратизм үҫеүгә юл аса.
Постсовет осорондағы илдең тарҡалыуы, социалистик идеалдарҙың юҡҡа сығыуы һәм иҡтисади реформаларҙан күңел ҡайтыу күпселек кешене милләтселек идеяларына тап килгән, шул иҫәптән киҫкен формаларҙа сығыш яһаған партиялар һәм хәрәкәттәргә мөрәжәғәт итеүгә этәрә. XXI быуат башында милләтселек популярлыҡ яулай бара, әммә этник һәм гражданлыҡ милләтселегенә тартылыу һаман да тотороҡло түгел.
Киң таралған ҡараш буйынса, Рәсәйҙең империянан милли дәүләткә күсеүе әлегәсә тамамланмаған[49], һәм был мәсьәлә буйынса бәхәстәр дауам итә. Традиционалистар дәүләтте нығытыу — власть вертикале идеяһын хуплаһа, модернистар уны миллиләштереү һәм горизонталь йәмғиәт бәйләнештәрен нығытыуҙы көсәйтергә саҡыра[26].
Башҡортостанда милләтселек
үҙгәртергәБөгөн Башҡорт милли хəрəкəте атамаһын алған башҡорттарҙың 1917—1921 йылдарҙағы автономия өсөн хәрәкәте тарихтың бер осоронда «милләтселек» тип баһаланып, уның башында тороусыларға «милләтсе» мөһөрө баҫылып, улар 1937, 1938 йылдарҙа репрессияланыуға дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, милли хәрәкәттең төп талабы булып XVII—XX быуаттарҙа Рәсәй хөкүмәтенең колониялаштырыу сәйәсәте арҡаһында башҡорттарҙың юғалтылған аҫаба ерҙәрен кире алыу[50], Башҡортостан милли‑территориаль автономияһын төҙөү[51] һәм башҡа милли мәсьәләләрҙе хәл итеү торған. Халыҡты туплау, киләсәккә йүнәлештәр билдәләү йәһәтенән башҡорт ҡоролтайҙары мөһим роль уйнай.
Тап башҡорттарҙың милли хәрәкәте һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә федератив дәүләткә, федерализмға нигеҙ һалына.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Доктрина бүлеген ҡара
- ↑ Милләтселек" билдәләмәһенең аңлатмалары бүлеген ҡара.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Геллнер Э., 1991
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Смит Э. Д., 2004
- ↑ 5,0 5,1 Коротеева В. Существуют ли общепризнанные истины о национализме? // Pro et Contra. 1997. Т. 2, № 3. [1] 2008 йыл 3 октябрь архивланған.
- ↑ . «Һәр милләт дәүләт булып тора, әммә барлыҡ милләттәрҙең бары тик бер генә дәүләте бар» (Джузеппе Мадзини)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Хобсбаум Э., 1998
- ↑ Bowden B. Nationalism and cosmopolitanism: irreconcilable differences or possible bedfellows? // National Identities. 2003. Vol. 5, No. 3. P. 235. DOI:10.1080/1460894031000163139 (инг.)
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Андерсон Б., 2001
- ↑ Соловьёв А. И. Политология: Политическая теория, политические технологии: Учебник для студентов вузов. — М.: Аспект Пресс, 2001. — 559 с.
- ↑ 11,0 11,1 Кон Х. Идея национализма // Ab Imperio: Теория и история национальностей и национализма в постсоветском пространстве. 2001. № 3. С.419.
Кон Г. Национализм: его смысл и история. Дайджест книги. [2] 2007 йыл 6 август архивланған. - ↑ «Мы создали Италию, теперь осталось создать итальянцев» (Массимо де Адзельо)
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 Calhoun C. Nationalism and ethnicity // Annu. Rev. Sociol. 1993. Vol. 19. P. 211. [3] (инг.)
- ↑ . Мәҫәлән, С. А. Кузнецов мөхәррирлегендәге Современный толковый словарь русского языка (СПб.: Норинт, 2001) китабы милләтселекте «милли өҫтөнлөктө һәм үҙеңдең милләтеңде башҡаларға ҡаршы ҡуйыуҙан килеп сыҡҡан идеология һәм сәйәсәт», тип билдәләй. Шуға оҡшаш билдәләмә А. М. Прохоров мөхәррирлегендә нәшер ителгән Большой энциклопедический словарь (М.: Большая российская энциклопедия, 2004.) баҫмаһында ла бар [4], Новый словарь русского языка под ред. Т. Ф. Ефремовой (М.: Русский язык, 2000) и др.
- ↑ Значение слова Национализм орфографическое, лексическое прямое и переносное значения и толкования (понятие) слова из словаря Словарь Ожегова
- ↑ Александр Грицанов Национализм 2009 йыл 28 июль архивланған. // Новейший философский словарь / Сост. Грицанов А. А. — Мн.: Изд. В. М. Скакун, 1998.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Миллер А. О дискурсивной природе национализмов // Pro et Contra : журнал. — 1997. — Т. 2. — № 4.
- ↑ YouTube — Медведев — русский националист, как и сам Путин
- ↑ 19,0 19,1 Shafer B. C. Nationalism: Myth and Reality. — N. Y.: Harcourt Brace, 1955. — P. 6. — ISBN 0-15-662355-2.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Биллиг М., 2005
- ↑ Зверева Г. Националистический дискурс и сетевая культура // Pro et Contra. 2005. Т. 9, № 2. [5](недоступная ссылка)
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Penrose J. Nations, states and homelands: territory and territoriality in nationalist thought 2015 йыл 20 июнь архивланған. (инг.) // Nations and Nationalism. 2002. Vol. 8, No. 3. P. 277. DOI:10.1111/1469-8219.00051
- ↑ Милль Дж. Ст., 2006
- ↑ Этнические группы и социальные границы: Социальная организация культурных различий: Сборник статей / Под ред. Ф. Барта; пер. с англ. М.: Новое издательство, 2006. — 200 с.
- ↑ 25,0 25,1 Вебер М. Хозяйство и общество / Пер. под ред. Л. Г. Ионина. — М.: Изд-во ГУ ВШЭ, 2007. ISBN 5-7598-0333-6
- ↑ 26,0 26,1 26,2 26,3 26,4 26,5 26,6 Паин Э., 2004
- ↑ 27,0 27,1 McCrone D., Kiely R. Nationalism and citizenship 2015 йыл 11 декабрь архивланған. // Sociology. 2000. Vol. 34, No. 1. P. 19. DOI:10.1177/S0038038500000031 (инг.)
- ↑ 28,0 28,1 28,2 Britannica, 2007
- ↑ Барбашин М.Ю. Национализм как фактор и движущая сила в международных отношениях // Научная мысль Кавказа. — 2006. — № 1. — С. 11-12.
- ↑ Тишков В. А. Очерки теории и политики этничности в России. М.: Русский мир, 1997.
- ↑ Миллер А. Теоретические принципы изучения национализма 2009 йыл 18 март архивланған.
- ↑ 32,0 32,1 32,2 Shulman S. Challenging the civic/ethnic and West/East dichotomies in the study of nationalism // Comparative Political Studies. 2002. Vol. 35, No. 2. P. 554. DOI:10.1177/0010414002035005003 (инг.)
- ↑ Ренан Ж. Э., 1882
- ↑ Özkirimli U. Theories of Nationalism: A Critical Inroduction. London: Macmillan, 2000.
- ↑ Толстой Л. Патриотизм или мир? 2016 йыл 5 май архивланған.
- ↑ Маркс К. и Энгельс Ф. Манифест коммунистической партии
- ↑ Нуссбаум М. Патриотизм и космополитизм // Логос. 2006. № 2
- ↑ Ignatieff M. Blood & Belonging: Journeys Into the New Nationalism. London: BBC Books, 1993.
- ↑ Уолцер М. Сферы привязанности // Логос. 2006. № 2
- ↑ 40,0 40,1 Миллер А. Триада графа Уварова. Лекция. 5 марта 2007 г 2009 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Результаты поиска слова «нация» в основном корпусе//НКРЯ, данные на 05.03.2015.
- ↑ Сергей Сергеев. Нация в русской истории: Цена империи//«Москва». — 2009. — Июнь.
- ↑ Результаты поиска слова «национализм» в основном корпусе//НКРЯ, данные на 05.03.2015.
- ↑ Greenfeld L. The formation of the Russian national identity: the role of status insecurity and ressentiment // Comp. Stud. Soc. Hist. 1990. Vol 32, No. 3. P. 549.
- ↑ 45,0 45,1 Verdery K. What Was Socialism, and What Comes Next? Princeton: Princeton Univ. Press., 1996.
- ↑ Гражданственность или этничность?
- ↑ Кудрявцев И. Феномены политического национализма на примере Латвийской Республики [6]
- ↑ Русские: Энциклопедические очерки / Под. ред. Ю. В. Арутюняна и др. М., 1992. С. 415.
- ↑ Бызов Л. Г. Придут ли к власти радикальные русские националисты? // Вестник российской академии наук. 2005. Т. 75. № 7. С. 635—637
- ↑ Ишемғолов Н. У., Ҡолшәрипов М. М. Башҡорт милли хәрәкәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорттарҙың Рәсәй составында милли‑мәҙәни автономияһын яҡлаусы М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге төркөм айырылып сыға
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андерсон Б. Воображаемые сообщества. Размышления об истоках и распространении национализма. — М.: Канон-Пресс-Ц, 2001. — 320 с. — ISBN 5-93354-017-3.
- Андерсон Б., Бауэр О., Хрох М. и др. Нации и национализм. — М.: Праксис, 2002. — 416 с. — ISBN 5-901574-07-9.
- Балибар Э., Валлерстайн И. Раса, нация, класс. Двусмысленные идентичности. — М.: Логос-Альтера, Ессе Homo, 2003. — 272 с. — ISBN 5-8163-0058-X.
- Биллиг М. Нации и языки // Логос. — 2005. — В. 4 (49). — С. 60−86..
- Геллнер Э. Нации и национализм. — М.: Прогресс, 1991.
- Гринин Л. Е. Национализм и проблема национального суверенитета // История и математика: Процессы и модели / Под ред. С. Ю. Малкова, Л. Е. Гринина, А. В. Коротаева. С. 102—106. Москва: Книжный дом «Либроком».
- Гринфельд Л. Национализм: Пять путей к современности / Пер. с англ. Грингольц Т. и Вирозуба М. — М.: ПЕР СЭ, 2008. ISBN 978-5-9292-0164-6
- Зайцев А. УКРАИНСКИЙ ИНТЕГРАЛЬНЫЙ НАЦИОНАЛИЗМ В ПОИСКАХ «ОСОБОГО ПУТИ» (1920—1930-е годы). Независимый филологический журнал. 2011. № 108.
- Ильясов Ф. Национальное сознание и поведение 2016 йыл 4 март архивланған. // Страна и мир. Мюнхен. 1990. Ноябрь-декабрь. № 6 [60]. С.78-89.
- Ильясов Ф. Н. Национализм: цель или средство? 2016 йыл 4 март архивланған. // Вестник Российской Академии Наук. 1997. Том.67. № 9. С. 808—814
- Кедури Э. Национализм / Пер. с англ. Новохатько А. — СПб.: Алетейя, 2010. ISBN 978-5-91419-400-7
- Кирчанов М. В. Конструируя нации, создавая Отечества (история европейских периферийных национализмов во второй половине XIX — первой половине ХХ века) / М. В. Кирчанов. — Saarbrücken: Lambert Academic Publishing, 2011. — 383 с. — ISBN 978-3-8433-2382-6.
- Кирчанов М. В. Нация, класс, протест: европейские периферийные национализмы во второй половине ХХ − начале XXI века / М. В. Кирчанов. — Saarbrücken: Lambert Academic Publishing, 2011. — 507 с. — ISBN 978-3-8454-2790-4.
- Леонтьев К. Культурный идеал и племенная политика
- Леонтьев К. Национальная политика как орудие всемирной революции
- Леонтьев К. Плоды национальных движений на православном Востоке
- Малахов В. С. Национализм как политическая идеология: Учебное пособие. — М.: КДУ, 2005. — 320 с.
- Милль Дж. Ст. Гл. XVI // Рассуждения о представительном правлении. — М.: Социум, 2006. — 416 с. — ISBN 5-901901-57-6.
- Мифы и заблуждения в изучении империи и национализма(недоступная ссылка). М., 2010.
- Ноженко М. Национальные государства в Европе. — СПб.: Норма, 2007. — 344 с. — ISBN 978-5-87857-130-2.
- Оруэлл Дж. Заметки о национализме. 1945.
- Паин Э. Между империей и нацией. 2-е изд., доп. — М.: Новое изд-во, 2004. — 248 с. — ISBN 5-98379-012-9.
- Ренан Ж. Э. Что такое Нация?. — 1882.
- Ровдо В., Чернов В., Казакевич А. Идеология национализма // Мировые политические идеологии: классика и современность. — Минск: Тонпик, 2007. — ISBN 985-6730-84-8.
- Рузвельт Т. Новый национализм / Выступление в Осаватоми, Канзас. 1910-08-31. [7] 2009 йыл 1 август архивланған. (инг.), [8]
- Смит Э. Д. Национализм и модернизм: Критический обзор современных теорий наций и национализма. — М.: Праксис, 2004. — 464 с. — ISBN 5-901574-39-7.
- Старовойтова Г. В. Национальное самоопределение: подходы и изучение случаев. — СПб., 1998.
- Тимофеев М. Ю. Нациосфера: Опыт анализа семиосферы наций. — Иваново: Иван. гос. ун-т, 2005. — 279 с. — ISBN 5-7807-0496-1.
- Уолцер М. О терпимости. — М.: Идея-Пресс, 2000. — ISBN 5-7333-0019-1.
- Хобсбаум Э. Нации и национализм после 1780 г. — СПб.: Алетейя, 1998. — 306 с.
- Nationalism // [Британская энциклопедия / Ed. Kohn H. — Chicago: Encyclopædia Britannica, 2007.
- Эвола Ю. Два лика национализма // Традиция и Европа. — Тамбов, 2009. — С. 135-145. — ISBN 978-5-88934-426-1.
- М. И. Крупянко, Л. Г. Арешидзе Японский национализм (идеология и политика) — М.: Международные отношения, 2012, твердый переплет,408 с., ил., формат: 60x90/16, ISBN 978-5-7133-1416-3
Һылтанмалар
үҙгәртергәНационализм Викимилектә | |
Национализм Викияңылыҡтарҙа |
- Милләтселек Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Бромлей Ю. Человек в этнической (национальной) системе
- Гнатенко П. И. Национальная психология. Гл. 6. [9]
- Кагарлицкий Б. Ю. Марксизм и национальный вопрос
- Национализм как понятие // Лекция Михаила Соколова в проекте. ПостНаука (24.05.2012)
- Кон И. К проблеме национального характера
- Кон И. «Психология предрассудка» — О социально-психологических корнях этнических предубеждений
- Ланцов С. А. Национализм 2009 йыл 31 май архивланған. // Террор и террористы. Словарь. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2004.
- Миллер А. Империя и нация в воображении русского национализма. Взгляд историка. Лекция. 31 марта 2005 г. [10]
- Сотниченко А. А. Против течения: национализм в современном мире // Нева, № 2, СПб., 2009.
- Фридман Вл. Национализм и ксенофобия: социальные причины и психологическая основа явления