Рәсәй тарихы
Рәсәй тарихы VI—VII быуаттарҙа көнсығыш славяндарҙың Көнсығыш-Европа (Рус) тигеҙлегенә күсенеп, һуңынан урыҫтарға, украиндарға һәм белорустарға бүленеүенән алып мең йылдан ашыу иҫәпләнә. Ил тарихын яҡынса ете осорға бүлергә мөмкин: боронғо (дәүләтселеккә тиклем) (беҙҙең эраның IX быуат аҙағына тиклем), Киев Русе (боронғо рус дәүләте) (XII быуат урталарына тиклем), тарҡаулыҡ осоро (XVI быуат башына тиклемт), берҙәм дәүләт (1547 йылдан батшалыҡ) (XV быуат аҙағы −1721), империя (1721—1917), совет осоро (1917—1991) һәм яңы тарих (1991 йылдан).
Рәсәй тарихы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | тарихсы[d] |
Рәсәй тарихы Викимилектә |
Урыҫ дәүләтселегенең башы тип ғәҙәттә 862 йылда Ладога һәм Илмән буйы территорияһына варягтарҙы саҡырып килтереп уларҙың кенәзе Рюрик төҙөгән дәүләт һанала. 882 йылда Новгород ҡалаһы кенәзе Олег Киевты баҫып алып, көнсығыш славяндарҙың төньяҡ һәм көньяҡ ерҙәрен бер власҡа берләштереп, Киев Русенә нигеҙ һала[1]. Дәүләт мәжүсилек урынына христиан динен 988 йылда Византиянан ҡабул итә. XII быуат уртаһына Рустә үҙ аллы кенәзлектәр барлыҡҡа килә, ә Киев Русе 1237—1240 йылдарҙа монгол баҫҡынсылығынан һуң тарҡала.
XIV быуатта көньяҡ һәм көнбайыш кенәзлектәре Бөйөк Литва кенәзлеге составында ҡала. Иван III Бөйөк хакимлыҡ иткән осорҙа берҙәм рус дәүләте ойоша XVI быуатбашында Бөйөк Мәскәү кенәзлеге тирәләй төньяҡ һәм консығыш кенәзлектәренең берләшеүе тамалана[2].
XVI быуат уртаһында рус үҙәкләштерелгән дәүләте батшалыҡ тип иғлан ителә, беренсе батша Иван IV Грозный була. Уның хакимлығы ваҡытында Рәсәйҙә беренсе парламент (Земство соборы) ойошторола. Һуңынан дәүләт элекке Алтын урҙа ханлыҡтарын ҡушып, үҙ биләмәләрен киңәйтә. Рус-литва һуғышында еңелгән Бөйөк Литва кенәзлеге власы дәүләт үҙаллылығын юғалта һәм көньяҡ рус ерҙәрен Польша власына тапшыра. Ливония һуғышында еңелгәндән һәм эске террор сәйәсәтенән һуң (опричнина), Рәсәй буталсыҡ заман кисерә. Ул интервенттарҙы ҡыуыу һәм батшалыҡҡа Романовтар династияһын һайлау менән тамамлана, бер үк ваҡытта (1497—1649) крепостной хоҡуҡ формалаштырылыуы дауам итә.
XVIII быуатта Бөйөк Петр етәкселегендә ҙур реформалар була (атап әйткәндә, беренсе регуляр армия төҙөлә һәм Земство соборына саҡырыу туҡтатыла), батшалыҡ империяға әйләнә[3]. XVIII һәм XIX быуаттар дауамында дәүләт даими киңәйә һәм Балтиканы; Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарын; Кавказды; Финляндияны; Урта Азияны ҡуша; Речь Посполитаяны бүлеү барышында Рәсәй элекке Русь ерҙәрен, Карпат буйынан башҡа, контролгә ала. XIX быуат башында Рәсәй Наполен Францияһын еңә һәм бер нисә тиҫтә йыл «Европа жандармы» була. Монарихияны сикләргә һәм крепостной правоны бөтөрөргә тырышҡан декабристар ихтилалы баҫтырыла (1825). Һуңынан бер нисә бөйөк реформа үткәрелә, әммә улар тамамланмай (1861 йылда Крепостное право бөтөрөлә, әммә крәҫтиәндәрҙең буйһоноуының феодаль формалары 1905-1907 йылғы революцияларға тиклем ергә түләү төрө булып һаҡлана) һәм киң күләм халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Kievan Rus | historical state (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 24 май 2019.
- ↑ Формирование государственной территории Северо-Восточной Руси в X—XIV вв. М.: Наука, 1984. 353 c. krotov.info. Дата обращения: 24 май 2019.
- ↑ О. Г. Агеева. Титул «император» и понятие «империя» в России в первой четверти XVIII века. www.historia.ru. Дата обращения: 24 май 2019.
- ↑ Революционные организации и кружки середины 60-х — начала 70-х годов: В.А. Федоров. История России 1861—1917 . society.polbu.ru. Дата обращения: 24 май 2019. Архивировано из оригинала 17 июль 2019 года. 2019 йыл 17 июль архивланған.