Космополитизм
Космополити́зм (бор. грек. κοσμοπολίτης (kosmopolites) — космополит, донъя кешеһе) — донъя гражданы булыу идеологияһы, тотош кешелек мәнфәғәттәрен айырым милләт йәки дәүләт мәнфәғәттәренән өҫтөн ҡуйыу һәм кешене Ер шарында йәшәүсе ирекле индивид тип һанау. Дж. Р. Сол буйынса, космополитизм — ул донъяның берлеген, универсаллеген таныусы ҡараш[1].
Тарихы
үҙгәртергәКосмополитизм Боронғо Грецияла барлыҡҡа килә, донъя гражданы булыу тураһындағы фекерҙәрҙе Сократ әйткән, ләкин үҙен «космополит» тип беренсе булып Диоген иғлан иткән[2]. Ул саҡта космополитизм киниктарҙың ғилемендә үҫеш алған, Пелопоннес һуғышы уға көслө этәргес биргән. Артабан был ғилемде стоиктар үҫтерә. Айырыуса Рим дәүерендә ул ныҡлы үҫә, быға империяның универсаллеге сәбәпсе була.
Урта быуаттарҙа космополитизм дини төҫ ала һәм католик сиркәүенең папа теократияһын урынлаштырырға ынтылышы аша ғәмәлләшә, ләкин теория йәһәтенән үҫмәй. XVI быуаттан башлап космополитизм нигеҙҙә донъяуи төҫ ала. 1544 йылда Гийом Постель «космополитизм», терминына яңы мәғәнә һала, уныңса, донъя дәүләте милләттәрҙән һәм диндәрҙән өҫтә торған туғанлыҡ, ул һәр кемдең ирекле һайлауына нигеҙләнә. Космополитизм алхимиктарҙың һәм гермессыларҙың йәшерен ойошмаларында ла танылыу таба һәм үҫтерелә.
Масонлыҡ, күләмле һәм сәйәси яҡтан йоғонтоло берләшмә булараҡ, космополитизм үҫешенә ҙур өлөш индерә[3]. Һуғыштарҙан йонсоған Европа халҡына ла был идея оҡшай. Монтескье һәм Вольтер кеүек Мәғрифәтселек дәүере вәкилдәре Европаның бер республика булып берләшеүе яҡлы була. Бентамдың һәм Канттың «Мәңгелек солох» проекты Европала даими эшләүсе конгресс ойошторорға һәм солох хаҡына державаларҙы берләштерергә тәҡдим итә.
XX быуатта космополитизм яңырыу ала, быға революциялар һәм һуғыштар сәбәпсе була. Быуат башында космополитизм марксистик интеллигенция тарафынан интернационализмдың оппоненты булараҡ иғтибарға алына, ләкин интернационализм ҡулайыраҡ тип табыла. Владимир Ильич Лениндың алыҫ киләсәктә, «донъя күләмендә пролетариат диктатураһын урынлаштырғандан һуң», кешелектең ваҡ дәүләттәргә һәм милләттәргә бүлгеләнеүен юҡҡа сығарыу ғына түгел, «милләттәрҙең берләшеүе» идеяһын да үҫтергәнлеген билдәләйҙәр[4]. Европала 1921 йылда Эжен Ланти Милләттәрҙән өҫтөн Бөтә донъя Ассоциацияһын ойоштора. Уның бурыстарына милләттәрҙең юҡҡа сығыуына булышлыҡ итеү һәм берҙәм мәҙәни тел итеп эсперантоны файҙаланыу тора.
Икенсе донъя һуғышынан һуң капиталистик илдәрҙә космополитизмдың уңышлы проекттары асыла: 1948 йылдың 10 декабрендә «Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы» төҙөлә, ул халыҡ-ара ҡануниәттә Ерҙә йәшәгән һәр кешенең тәбиғи хоҡуҡтарын нығыта. 1954 йылда Гарри Дэвис "Донъя граждандарының бөтә донъя хөкүмәте"н (World Service Authority) нигеҙләй.
XXI быуатта космополитизм глобалләшеү тулҡынында үҫеүен дауам итә. Либертариандарҙың һәм хатта коммунитаристарҙың ҡайһы берҙәре, космополитизмды нигилизмға һәм индивидуализмға ҡаршы ҡуйып, уны кеше иркен тәьмин итеүсе төп таяуҙарҙың береһе итеп һанай[5].
Космополитизм мәҙәниәттә
үҙгәртергә- Фужере де Монброн 1750 йылда «Космополит, йәки Донъя гражданы» тигән роман яҙа. Сомерсет Моэм 1936 йылда «Космополиттар» тигән хикәйәләр йыйынтығы баҫтыра. Билдәле халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар журналы «Cosmopolitan» («Космополит») тип атала. Александр Генистың проза әҫәрҙәре йыйынтығы «Космополит. Географик фантазиялар» тигән исем менән нәшер ителә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Национализм versus космополитизм ← Философия и политика ← Психология человека 2015 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Диоген Лаэртский. О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов. — М.: Мысль, 1986.
- ↑ Фрейхоф В. Космополитизм // Мир Просвещения. Исторический словарь. М.: Памятники исторической мысли, 2003, с. 31-41.
- ↑ Ленин В. И. ПСС. — Т. 27. — С. 256.
- ↑ Галлахер. Противостоят ли друг другу коммунитаризм и космополитизм? http://academia.edu/2371246/Are_Cosmopolitanism_and_Communitarianism_Really_Opposites
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бек У. Космополитическое мировоззрение. — М.: Центр исследований постиндустриального общества, 2008. — 336 с. — ISBN 978-5-903844-036.
- Блюмин И. Г. Буржуазный космополитизм — идеологическое оружие империалистов // Критика буржуазной политической экономии: В 3 томах. — М.: Изд-во АН СССР, 1962. — Т. II. Критика современной английской и американской политической экономии. — С. 280-287. — 519 с. — 3 200 экз.
- Киршин Ю.Я. Космополитизм - будущее человечества?. — Клинцы: Клинцовская городская типография, 2013. — 408 с. — ISBN 978-5-88898-463-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Деррида Ж. Глобализация. Мир. Космополитизм. / перевод Дмитрия Ольшанского // журнал «Космополис», № 2 (8), 2004. — С. 125—140;
- Фрейхоф Виллем. 2016 йыл 18 декабрь архивланған.Космополитизм // Мир Просвещения. Исторический словарь 2016 йыл 18 декабрь архивланған.