Венера
Венера — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Венера |
Этимологияһы
үҙгәртергәВенера исеме башҡорт теленә латин теленән килеп ингән. Венера планетаһының (Зөһрә йондоҙо) исеме; Таңсулпан, Сулпан, Зөһрә исемдәре менән бер мәғәнәлә[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИбраһимова Венера Латип ҡыҙы (19 декабрь 1940 йыл) — ғалим-тел белгесе. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2011 йылдарҙа дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел белеме кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы (6 июль 1959 йыл) — журналист, «Казанские ведомости» гәзитенең баш мөхәррире (1995 йылдан). ТР журналистар союзы президиумы ағзаһы. ТР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Татарстан журналистарының Хөсәйен Ямашев исемендәге Республика бүләгенә эйә (1990). РФ һәм Татарстан журналистар, Татарстан Яҙыусылар (2002 йылдан) һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы (17 сентябрь 1955 йыл) — кинорежиссёр, тележурналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006); Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2002); Евразия Телевидение һәм радио академияһының ағзаһы.
Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы (10 июнь 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ҡурсаҡ театры артисы. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. «Незнайка на луне» мультсериалында Незнайка ролен тауышландырыу арҡаһында киң билдәлелек ала.
Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы (18 март 1939 йыл — 5 май 2006 йыл)- табип- офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981).
Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы (15 декабрь 1940 йыл) — юғары категориялы нейроофтальмолог, иридодиагност. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Балалар офтальмологы.
Васильева Венера Әнүр ҡыҙы (9 июнь 1962 йыл) — статистик, иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе. Статистика отличнигы. Дәүләт статистикаһының Почетлы хеҙмәткәре.
Ильясова Венера Йомай ҡыҙы (4.5.1959, Туймазы ҡалаһы) — журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006)[2].
ЙӘНГИРОВА Венера Мәғәсүм ҡыҙы (10 апрель 1953 йыл) — педагог. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Әйүпова Венера Хәҙис ҡыҙы (10 ғинуар 1955 йыл) — музыка белгесе. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Халыҡ‑ара музыка эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996).
Ғәлимова Венера Үзбәк ҡыҙы (6 февраль 1950 йыл) — офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы.
Ғәлимова Венера Хәким ҡыҙы (1 октябрь 1937 йыл) — балет артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1975) һәм атҡаҙанған (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961).
Хәбирова Венера Әхмәҙулла ҡыҙы (1943 йыл) — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының элекке монтажсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Хәкимова Венера Миҙхәт ҡыҙы (16 февраль 1958 йыл) — инженер-иҡтисадсы. Социология фәндәре кандидаты. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Рәхмәтуллина Венера Тимерғәле ҡыҙы — йырсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.
Ағишева Венера Әхтәм ҡыҙы (10 май 1950 йыл) — уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» республика конкурсы лауреаты (2002).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Сулпан (Зөһрә, рус. Венера) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе планета. Сулпан, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.
- Венера павильоны, йәки Трельяж, — Гатчинала Һарай паркындағы павильон, Аҡ күл ярында Мөхәббәт утрауы осонда урынлашҡан.
- Венера ́Милосская (Милос утрауындағы Афродита һыны) — беҙҙең эраға тиклем 130 һәм 100 йылдар араһында төҙөлгән боронғо грек скульптура. Тәүҙә авторлыҡ Праксирға, һуңынан Александр Антиохияға яҙыла. Әлеге ваҡытта скульптура билдәһеҙ авторҙың әҫәре һанала.
- Венара (лат. venus, эйәлек килеш veneris — «гонаһлы мөхәббәт») — грек мифологияһында матурлыҡ, тән һөйөүе, теләктәр, уңдырышлылыҡ һәм сәскә атыу алиһәһе. Ул боронғо грек алиһәһе Афродитаға тура килә.
Был алиһә хөрмәтенә ҡояш системаһының икенсе эске планетаһына Венера тип атама бирелгән. Йәғни, был планета һөйөү символы булып тора.
- «Венера» — совет йыһан аппараттары серияһы.
- «Венера-экспресс» — Европа йыһан агентлығының йыһан аппараты.
Топоним
үҙгәртергәВенера — Минск өлкәһенең Логолы районындағы ауыл.
Венера — Липецк өлкәһендә элекке ҡасаба.
Венера — Мордовияның Инсар районында ҡасаба.
Венера — Ырымбур өлкәһенең Абдулла районында ҡасаба.
Венера — Һамар өлкәһенең Похвистровка районындағы ҡасаба.
Венера — Липецктағы район, элекке Липецк өлкәһендәге ҡасаба.
Венера — Запорожье өлкәһенең Запорожье районындағы Розовка ауылының 1958 йылға тиклемге исеме.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ ИЛЬЯСОВА Венера Йомай ҡыҙы/ Венера // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |