Халыҡ-ара олимпия комитеты

олимпия хәрәкәтен координациялаусы халыҡ-ара ойошма

Халыҡ-ара олимпия комитеты ( рус. Международный олимпийский комитет, ҡыҫҡ. МОК, франц. Comité international olympique, ингл. International Olympic Committee) — Олимпия уйындарын тергеҙеү һәм олимпия хәрәкәтен пропагандалау өсөн ойошторолған халыҡ-ара ойошма. Комитеттың штаб-фатиры  Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан.

Халыҡ-ара олимпия комитеты
ингл. International Olympic Committee
франц. Comité international olympique
Нигеҙләү датаһы 23 июнь 1894[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы International Olympic Committee һәм Comité International Olympique
Ҡыҫҡаса атамаһы IOC һәм CIO
Нигеҙләүсе Пьер де Кубертен һәм Деметриус Викелас[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы президент МОК[d]
Етәксе Томас Бах[d]
Рәсми тел Француз теле һәм инглизсә
Девиз тексы Citius, Altius, Fortius – Communiter
Дәүләт  Швейцария
Ойошма ағзаһы International Association for Sports and Leisure Facilities[d][2] һәм SportAccord[d][3]
Ағзалар һаны 103[4]
Барлыҡҡа килеү урыны Париж
Бойһонған ойошма (филиал) Olympic Channel Services[d], Олимпийская вещательная служба[d], Европа олимпия комитеттары, Ассоциация национальных олимпийских комитетов Африки[d], Панамериканская спортивная организация[d], Азия олимпия советы һәм Национальные олимпийские комитеты Океании[d]
Милке Olympics.org[d], Olympics.com athletes database[d] һәм Olympic Channel на русском[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Лозанна[d], Швейцария
Château de Vidy[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт olympics.com/ioc
Рәсми блог olympics.com/ioc/news
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе Олимпия уйындары
Зона обслуживания бөтә донъяла[d]
Категория членов Категория:Члены Международного олимпийского комитета[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Collection Sports Heritage NOC*NSF[d][6][7]
Cтатус официального наблюдателя в организации БМО-ның Генераль Ассамблеяһы[8] һәм Всемирная организация интеллектуальной собственности[d][9]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 6 569 913, 160 866 һәм 54 600 ± 99[10]
 Халыҡ-ара олимпия комитеты Викимилектә
Лозаннала Халыҡ-ара олимпия комитетының штаб-фатиры

Халыҡ-ара олимпия комитеты  1894 йылдың 23 июнендә Парижда  барон Пьер де Кубертен башланғысы менән ойошторола. Грек Деметриус Викелас Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе президенты була[11].

Йыл һайын 23 июндә Халыҡ-ара Олимпия көнө билдәләнә.   

Халыҡ-ара олимпия комитетының  бурыстары

үҙгәртергә

Халыҡ-ара олимпия комитеты, Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия хәрәкәтенә  һәм Олимпия уйындарының үҫешенә етәкселек итә. Халыҡ-ара олимпия комитеты спортты үҫтереүҙе, спорт ярыштары үткәреүҙе дәртләндерә,  Олимпия уйындарының даими үтеп тороуын тәьмин итә.

Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына бөтә хоҡуҡтарға эйә.  Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү буйынса эшмәкәрлекте Халыҡ-ара олимпия комитеты түгел, ә уйындар үтә торған илдә булдырылған Ойоштороу комитеты атҡара.  

Халыҡ-ара олимпия комитетын финанслау

үҙгәртергә

Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр төрлө шәхси сығанаҡтарҙан финанслана.  Средстволарҙың күп өлөшө телевизион  компанияларҙан һәм бағыусыларҙан килә. Ошо  партнерҙар арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын үткәреүгә, милли олимпия комитеттарының  һәм халыҡ-ара спорт делегацияларының эшмәкәрлегенә тос ҡына ярҙам күрһәтә ала. 

2010 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын трансляциялауға хоҡуҡтарҙы һатыуҙан  (бөтә күләмдең 53 проценты), бағыусыларҙан (34 процент),  билеттар һатыуҙан (11 процент) һәм лицензиялар биреүҙән (2 процент) килем ала.  Халыҡ-ара олимпия комитетының кереме   2008 йылда  $2,4 млрд тәшкил итә.

Халыҡ-ара олимпия комитетында ҡарарҙар ҡабул итеү барышы

үҙгәртергә

Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкәләттәре уның органдары тарафынан атҡарыла, был органдар:

  1. Сессия  (йылына 1 тапҡыр үткәрелә)
  2. Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты  
  3. Президент. 

Сессия   Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының дөйөм йыйылышы рәүешендә үткәрелә.  Сессия —  Халыҡ-ара олимпия комитетының юғары органы, уның ҡарарҙары  ҡайтанан ҡаралмай.

Халыҡ-ара олимпия комитетының сираттан тыш сессияһы  Президент тарафынан йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының кәм тигәндә өстән бер өлөшөнөң яҙма талабы буйынса үткәрелә ала.   

Сессия түбәндәге вәкәләттәргә эйә:

  • Олимпия хартияһына төҙәтеүҙәр тәҡдим итеү һәм индереү
  • Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын, Почётлы президентты, Почётлы ағзаларын һайлау
  • Президентты, вице-президентты һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты Башҡарма комитетының башҡа ағзаларын һайлау
  • Олимпия уйындарын ойоштороусы ҡаланы һайлау  
  • Халыҡ-ара олимпия комитетының йыллыҡ отчетын һәм бюджетын раҫлау.

Сессияла Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының яртыһы плюс бер тауыш кәрәкле кворумды булдыра. Сессияның ҡарарҙары тауыштарҙың ябай күпселеге менән ҡабул ителә; ләкин Олимпизмдың нигеҙ принциптарына, Олимпия хартияһының ҡағиҙәләренә йәки Олимпия хартияһына ингән башҡа положениеларға  үҙгәрештәр индереү өсөн  тауыштарҙың өстән ике өлөшө кәрәк.  Халыҡ-ара олимпия комитетының һәр ағзаһы бер тауышҡа эйә. Тауыштарҙы һанағанда тауыш биреүҙән тотҡарланып тороусыларҙың тауышы, шулай уҡ буш йә боҙолған бюллетендәр иҫәпкә алынмай. Ышаныс ҡағыҙы буйынса тауыш биреү рөхсәт ителмәй.  Йәшерен тауыш биреү был Олимпия хартияһында ҡаралған осраҡтарҙа, йә рәйестең ҡарары буйынса, йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының  сессияла ҡатнашҡан ағзаларының кәм тигәндә сирегенең үтенесе буйынса үткәрелә. Тауыштар һаны тигеҙ булғанда хәл иткес ҡарарҙы рәйес сығара. 

Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары

үҙгәртергә

Халыҡ-ара олимпия комитетында физик шәхестәр ағза булып тора, уларҙың һаны 115-тән артмай, шуларҙың 70-е ниндәй ҙә булһа вазифа йә эшмәкәрлеккә бәйле түгел, 15 ағза — ғәмәлдәге спортсы,  15 ағза — халыҡ-ара спорт федерациялары йә уларҙың ассоциациялары вәкиле, тағы 15 ағза милли олимпия  комитеттарының йә уларҙың ассоциацияларының вәкиле булып тора. Оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары итеп гел  ирҙәр һайлана,  ҡатын-ҡыҙҙар Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп тәүге тапҡыр тик 1981 йылда ғына һайлана[12].

Милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты таныуы нигеҙендә эш итә.

2016 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған 206 милли олимпия комитеты бар.

Уларҙың 193-ө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәрҙеке, ә тағы 13-ө (Америка  Самоаһы, Аруба, Бермуд утрауҙары, Британия  Виргин утрауҙарыВиргин Утрауҙары (АҠШ), Гонконг, Гуам, Кайман  Утрауҙары, Кук утрауҙары, Фәләстин Дәүләте, Пуэрто-Рико, Косово Республикаһы, Ҡытай Тайбэйы) төрлө  статуслы  территорияларҙан вәкиллекте тормошҡа ашыра. 

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған бөтә дәүләттәрҙең милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан да танылған.  Милли олимпия комитеттарының һәр береһе үҙ ҡитғаһындағы  континенталь олимпия ассоциацияһына буйһона:

  • Африка — ANOCA (ингл. Association of National Olympic Committees of AfricaAssociation of National Olympic Committees of Africa — Африка милли олимпия комитеттары ассоциацияһы)
  • Америка — PASO (ингл. Pan American Sports OrganisationPan American Sports Organisation — Панамерика спорт ойошмаһы)
  • Азия — OCA (ингл. Olympic Council of AsiaOlympic Council of Asia — Азия олимпия советы)
  • Европа — EOC (ингл. European Olympic CommitteesEuropean Olympic Committees — Европа олимпия комитеттары)
  • Океания — ONOC (ингл. Oceania National Olympic CommitteesOceania National Olympic Committees — Океанияның милли олимпия комитеттары)

Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты

үҙгәртергә
Вазифа Исем-шәрифе Ил
Президент Томас Бах   Германия
Вице-президент Нәүәл әл-Мөтәүәкил   Марокко
Вице-президент Крейг Риди   Бөйөк Британия
Вице-президент Джон Коутс   Австралия
Вице-президент Цайцин Ю   КНР
Генераль директор Кристоф де Кеппер   Бельгия
Ағза Ву Чин-куо   Ҡытай Республикаһы
Ағза Рене Фазель   Швейцария
Ағза Хики Патрик   Ирландия
Ағза Бокель Клаудиа   Германия
Ағза Самаранч Хуан Антонио (кесе)   Испания
Ағза Бубка Сергей Назарович   Украина
Ағза Лухан Вили Калтшмитт   Гватемала
Ағза Дефранц Анита   АҠШ
Ағза Эрденер Угур   Төркиә
Ағза Линдберг Гунилла   Швеция

Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссиялары, комитеттары һәм структуралары 

үҙгәртергә

2015 йылдың 23 июненә ҡарата 

Комиссия/комитет Инглизсә атамаһы  Ойошторолоу йылы Рәйесе
Башҡарма комитет IOC Executive Board 1921   Томас Бах
Спортсылар комиссияһы Athletes’ Commission 1981   Клаудия Бокель
Спортсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре комиссияһы[13] Athletes’ Entourage Commission   Сергей Бубка
Аудит комитеты Audit Committee   Пьер-Оливье Бекерс-Вьёжан
Коммуникациялар буйынса комиссия Communications Commission   Камил Эйрлингс
Пхёнчхан-2018-ҙең координация комиссияһы Coordination Commission For PyeongChang 2018   Гунилла Линдберг
Токио-2020-нең координация комиссияһы Coordination Commission For Tokyo 2020   Джон Коатс
Буэнос-Айрес-2018-ҙең координация комиссияһы Coordination Commission YOG Buenos Aires 2018   Фрэнк Фредерикс
Мәҙәниәт һәм олимпия мираҫы буйынса комиссия[14] Culture and Olympic Heritage Commission   Ламбис Николау
Delegate Members Delegate Members   Патрик Хики
Этика комиссияһы Ethics Commission 1999   Юссуфа Ндиай
ЮОИ-2020-нең баһалау комиссияһы Evaluation Commission YOG 2020   Ян Ян (A)
ЗОИ-2022-нең баһалау комиссияһы Evaluation Commission Olympic Winter Games 2022   Александр Жуков
Финанс комиссияһы Finance Commission   Ын Сер Мианг
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын һайлау комиссияһы[15] IOC Members Election Commission   Принцесса Анна
 ВАДА башҡарма комитетында һәм Ойоштороусылар советында Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәре IOC Representatives on the WADA Executive Committee and Foundation Board   Крэйг Риди
Хоҡуҡ эштәре буйынса комиссия[16] Legal Affairs   Джон Коатс
Маркетинг буйынса комиссия   Marketing Commission   Цунэкадзу Такэда
Медицина һәм фән буйынса комиссия[17] Medical And Scientific Commission   Угур Эрденер
Олимпия белеме биреү буйынса комиссия[18] Olympic Education Commission   Филип Крэйвен
Олимпия программаһы буйынса комиссия Olympic Programme Commission   Франко Карраро
Олимпия теләктәшлеге буйынса комиссия Olympic Solidarity Commission 1981   Ахмед аль-Фахад ас-Сабах
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм спорт аша социаль үҫеш комиссияһы[19] Public Affairs And Social Social Development Through Sport   Марио Песканте
«Спорт һәм әүҙем йәмғиәт» комиссияһы[20] Sport And Active Society Commission 1983   Сэм Рамсами
«Үҫеш һәм мираҫ» комиссияһы[21] Sustainability and Legacy Commission 1995   Альбер II
«Ҡатын-ҡыҙҙар спортта» комиссияһы[22] Women In Sport Commission 2004   Лидия Нсекера
Олимпия каналы Olympic Channel   Лэрри Пробст
Olympic Channel Services S.A. (Швейцария) Olympic Channel Services S.A.   Томас Бах
Olympic Broadcasting Services S.A. (Швейцария) Olympic Broadcasting Services S.A.   Ричард Паунд

Халыҡ-ара олимпия комитеты президенттары 

үҙгәртергә

Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә  президенттары,  Брендедждан башҡалары, европалы була.

Президенттар Ил Президентлыҡ йылдары Иҫкәрмәләр
Деметриус Викелас   Греция 18941896
Барон Пьер де Кубертен   Франция 18961916 һәм 19191925 1925—1937 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты
Барон Годфруа де Блоне   Швейцария 19161919 (вазифа башҡ.)
Граф Анри де Байе-Латур   Бельгия 19251942
Зигфрид Эдстрём   Швеция 19461952 (вазифа башҡ. 19421946)
Эвери Брендедж   АҠШ 19521972 Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ ҡатнашҡан тәүге президенты
Лорд Майкл Моррис, 3-сө барон Килланин   Ирландия 19721980
Маркиз Хуан Антонио Самаранч   Испания 19802001 2001—2010 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты
Граф Жак Рогге   Бельгия 20012013 Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан тәүге президенты (1968, 1972 һәм 1976). 2013 йылдан Почётлы Президент
Томас Бах[23]   Германия 2013 йылдан Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия чемпионы булған тәүге президенты (1976, фехтование)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ҡалып:Https://www.nflreddit.net/ 2024 Olympics 2024 Olympics 2020 йыл 12 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. https://iaks.sport/find-a-member
  3. https://www.sportaccord.sport/faq/#stakeholders
  4. https://olympics.com/ioc/members
  5. https://olympics.com/ioc/olympic-house
  6. IOC // (unspecified title)
  7. Drietal documenten betreffende de visie van Pierre de Coubertin voor de Olympische beweging
  8. https://www.undocs.org/Home/Mobile?FinalSymbol=A%2FRES%2F64%2F3&Language=E&DeviceType=Desktop&LangRequested=False
  9. https://www.wipo.int/members/en/organizations.jsp?type=NGO_INT
  10. Интерфейс программирования приложения YouTube
  11. Александр Губский. «Учтен каждый доллар», — Жак Рогге, президент Международного олимпийского комитета // Ведомости, 03.02.2010, 18 (2536)
  12. FACTSHEET THE OLYMPIC MOVEMENT (ингл.). olympic.org (октябрь 2013). — «In 1981, Pirjo Häggman and Flor Isava Fonseca were the first women to be elected as IOC members.» Дата обращения: 5 октябрь 2014.(инг.). olympic.org (октябрь 2013). — «In 1981, Pirjo Häggman and Flor Isava Fonseca were the first women to be elected as IOC members.»  5 октябрь 2014 тикшерелгән.
  13. Ранее — Комиссия по взаимоотношениям
  14. Ранее — Комиссия по культуре и олимпийскому образованию
  15. Ранее — Комиссия по номинациям
  16. Ранее — Юридическая комиссия и комиссия «Спорт и право»
  17. Ранее — Медицинская комиссия
  18. Ранее — часть комиссии по культуре и олимпийскому образованию
  19. Ранее — Комиссия по международным отношениям
  20. Ранее — Комиссия «Спорт для всех»
  21. Ранее — комиссия «Спорт и окружающая среда»
  22. Ранее — комиссия «Женщины и спорт»
  23. Томас Бах стал новым президентом Международного олимпийского комитета.