Азия олимпия советы

Азия олимпия советы[1] (ингл. Olympic Council of Asia, OCA) — халыҡ-ара олимпия ойошмаһы. Бөгөнгө көндә Азия ҡитғаһындағы 45 илдең милли олимпия комитетын берләштерә. Советтың штаб-квартираһы Күвейт дәүләтенең баш ҡалаһы Әл-Күвәйттә урынлашҡан. ОКА башланғысы менән Азиада — Азия уйындары уҙғарыла.

Азия олимпия советы
Olympic Council of Asia
Файл:Olympic Council of Asia.png

Ҡатнашыусы илдәр

Ағза

45 милли олимпия комитеты

Штаб-квартира

Әл-Күвәйт

Ойошма төрө

Спорт Федерацияһы

Рәсми телдәре

инглиз теле

Етәкселәре
Президент

en:Ahmed Al-Fahad Al-Ahmed Al-Sabah

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

1982

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.ocasia.org/

 Азия олимпия советы Викимилектә

Ҡатнашыусы илдәр

үҙгәртергә

Түбәндәге таблицала Азияның милли олимпия комитеттары (МОК) булған һәм Азия олимпия советына ингән илдәр күрһәтелгән. Даталар тап килмәгән осраҡта: дүртенсе бағаналағы беренсе дата — милли олимпия комитетының ойошторолған йылын, икенсе дата — уның Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылыу йылын күрһәтә.

Илдәр МОК коды Милли олимпия комитетының исеме Ойошторолған йылы/
МОК тарафынан танылыған йылы
Сығанаҡ
  Афғанстан AFG Афғанстандың милли олимпия комитеты —
كميته ملى المپيك دولت اسلامى افغانستا ن
1935/1936 [1]
  Бахрейн BRN Бахрейндың олимпия комитеты 1978/1979 [2]
  Бангладеш BAN Бангладештың олимпия комитеты —
বাংলাদেশ অলিম্পিক এসোসিয়েশনের
1979/1980 [3]
  Бутан BHU Бутандың олимпия комитеты 1983 [4]
  Бруней BRU Бруней-Даруссаламдың
милли олимпия советы
1984 [5]
  Камбоджа CAM Камбоджаның олимпия комитеты —
គណៈកម្មាធិការជាតិអូឡាំពិកកម្ពុជា
1983/1994 [6]
  Тайвань TPE Ҡытай Тайбэйының олимпия комитеты —
中華奧林匹克委員會
1960 [7]
  КХДР PRK Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһының

олимпия комитеты —
조선민주주의인민공화국 올림픽 위원회

1953/1957 [8]
  Гонконг HKG Гонконгтың спорт федерацияһы һәм олимпия
комитеты — 中國香港體育協會暨奧林匹克委員會]]
1950/1951 [9]
  Һиндостан IND Һиндостандың олимпия комитеты —
भारतीय ऑलिंपिक संघ
1927 [10]
  Индонезия INA Индонезияның олимпия комитеты —
Komite Olimpiade Indonesia
1946/1952 [11]
  Ираҡ IRQ Ираҡтың олимпия комитеты —
للجنة الاولمبية الوطنية العراقية
1948 [12]
  Иран IRI Иран Ислам Республикаһының милли олимпия
комитеты — کمیته ملی المپیک جمهوری اسلامی ایران]]
1947 [13]
  Япония JPN Японияның олимпия комитеты —
日本オリンピック委員会
1911/1912 [14]
  Иордания JOR Иорданияның олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية الأردنية
1957/1963 [15]
  Ҡаҙағстан KAZ Ҡазағстан Республикаһының милли олимпия комитеты — Қазақстан Республикасының ұлттық Олимпиада комитеті 1990/1993 [16]
  Көньяҡ Корея KOR Корея Республикаһының Олимпия комитеты —
대한올림픽위원회]]
1946/1947 [17]
  Күвейт KUW Күвейттың олимпия комитеты —
للجنة الاولمبية الكويتية‎‎
1957/1966 [18]
  Ҡырғыҙстан KGZ Ҡырғыҙ Республикаһының
милли олимпия комитеты
1991/1993 [19]
  Лаос LAO Лаостың олимпия комитеты —
ກ່ຽວກັບ ຄ.ອ.ລ
1975/1979 [20]
  Ливан LIB Ливандың олимпия комитеты —
اللجنة الاولمبية اللبناني‎‎
1947/1948 [21]
  Малайзия MAS Малайзияның олимпия комитеты —
Majlis Olimpik Malaysia
1953/1954 [22]
  Мальдив Республикаһы MDV Мальдивтың олимпия комитеты 1985 [23]
  Монголия MGL Монголияның милли олимпия комитеты —
Монголын Үндэсний олимпийн хороо
1956/1962 [24]
  Мьянма MYA Мьянманың олимпия комитеты 1947 [25]
  Непал NEP Непалдың олимпия комитеты 1962/1963 [26]
  Оман OMA Омандың олимпия комитеты —
عمان اللجنة الأولمبية
1982 [27]
  Пакистан PAK Пакистандың олимпия ассоциацияһы —
Pakistan Olympic Association
1948 [28]
  Фәләстин PLE Фәләстин Дәүләтенең олимпия комитеты —
اللجنة الاولمبية الفلسطينية
1995 [29]
  Ҡытай CHN Ҡытай Халыҡ Республикаһының олимпия комитеты —
中國奧林匹克委員會]]
1910/1979 [30]
  Филиппин PHI Филиппиндың олимпия комитеты —
Philippine Olympic Committee
1911/1929 [31]
  Катар QAT Катарҙың олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية القطرية
1979/1980 [32]
  Сәғүд Ғәрәбстаны KSA Сәғүд Ғәрәбстанының олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية العربية السعودية‎‎
1964/1965 [33]
  Сингапур SIN Сингапурҙың олимпия комитеты —
Singapore National Olympic Council
1947/1948 [34]
  Шри-Ланка SRI Шри-Ланканың милли олимпия комитеты 1937 [35]
  Сүриә SYR Сүриәнең олимпия комитеты —
الأولـمبية الســـوريــة
1948 [36]
  Тажикстан TJK Тажикстандың олимпия комитеты —
Кумитаи миллии Олимпии Тоҷикистон
1992/1993 [37]
  Таиланд THA Таиландтың олимпия комитеты —
คณะกรรมการโอลิมปิกแห่งประเทศไทย
1948/1950 [38]
  Көнсығыш Тимор TLS Көнсығыш Тиморҙың милли олимпия комитеты —
Comitê Olímpico Nacional de Timor-Leste
2003 [39]
  Төркмәнстан TKM Төркмәнстандың олимпия комитеты —
Türkmenistanyň Milli olimpiýa komitety
1990/1993 [40]
  UAE Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең олимпия комитеты —
الامارات العربية المتحدة اللجنة الأولمبية الوطنية
1979/1980 [41]
  Үзбәкстан UZB Үзбәкстандың милли олимпия комитеты —
O‘zbekiston Milliy Olimpiya qo‘mitasi
1992/1993 [42]
  Вьетнам VIE Вьетнамнамдың олимпия комитеты —
Uỷ ban Olympic Việt Nam
1976/1979 [43]
  Йәмән YEM Йәмәндең олимпия комитеты —
للجنة الأولمبية اليمنية
1971/1981 [44]

Азияның барлыҡ дөйөм танылған илдәре Азия олимпия советы ағзалары. Шул уҡ ваҡытта Азия биләмәләрендә ҙур ғына майҙандары булған Рәсәй менән Төркиә, ерҙәре тулыһынса тиерлек Азияла урынлашҡан Әзербайжан менән Грузия, тулыһынса Азияла урынлашҡан Әрмәнстан, Кипр Республикаһы, Израиль һәм Азияла аҙ ғына биләмәләре булған Мысыр был ойошма ағзалары түгел. Өлөшләтә танылған Ҡытай Республикаһы (Тайвань), Фәләстин һәм айырым статуслы Ҡытай биләмәләре Гонконг, Макао (Макаоның спорт һәм олимпия комитеты) ОКА ағзалығына алынған. Тайвань ойошмала «Ҡытай Тайбэйы» исеме менән ҡатнаша.

Ойошманың элекке ҡатнашыусы илдәре

үҙгәртергә

Азия олимпия советында элек «Израилдың олимпия комитеты» ағза булып торған, 1981 йылда үткәрелгән структур үҙгәртеүҙәрҙән һуң ул Европа олимпия комитеттары составына инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҙур Олимпия Энциклопедияһы (БОЭ)|Олимпийский совет Азии, ОСА (Olympic Council of Asia, OCA)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Азиатские игры Ҡалып:АНОК