Марс (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Марс — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәБоронғо Рим мифологияһындағы һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә ҡулланылған атама, исем. Шулай уҡ планета атамаһынан[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЮлдашев Марс Тимербулат улы (14 апрель 1937 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы һәм ҡоролтайҙың комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостандың (1992) атҡаҙанған табибы.
Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12 март 1952 йыл — 16 сентябрь 2019 йыл) — бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Кашапов Марс Фәрәх улы (28 ғинуар 1966 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 2012—2017 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары, 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы. Өсөнсө (2012) һәм дүртенсе (2016) саҡырылыш район Советы депутаты.
Нуриев Марс Ғималетдин улы (15 июнь 1941 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, публицист, педагог, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫы.
Миһранов Марс Шәрифулла улы (6 март 1964 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
Сәфәров Марс Ғиләж улы (18 апрель 1937 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (рус. Ахметшин Марс Аглиуллович; 21 февраль 1948 йыл) — яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993).
Клявлин Марс Сәлих улы (27 апрель 1949 йыл) — инженер-технолог, химия фәндәре докторы (1994), профессо (2000); Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре (1999), уйлап табыусы һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең Бөтә Союз премияһы лауреаты (1978). Октябрь Революцияһы ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдары кавалеры.
Әмиров Марс Ғизетдин улы (1 август 1930 йыл — 12 сентябрь 1992 йыл) — совет, һуңынан Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. 1967—1992 йылдарҙа — Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983), БАССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы һәм унынсы — ун беренсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ контроле комитетына инә (1985)[1]. 12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар. 40-тан ашыу ғилми баҫма хеҙмәт авторы.
Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (22 май 1955 йыл, Талбазы ауылы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, "Газпромнефть"тең фән буйынса директоры һәм Каспий төбәге илдәренең күҙәтеү советы рәйестәше.
Шаһиев Марс Хызыр улы (рус. Шагиев Марс Хзырович) — 5 октябрь 1946 йыл — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Прайс-Марс Жан (франц. Jean Price-Mars; 15 октябрь 1876 йыл, Гранд-Ривьер-дю-Норд — 2 март 1969 йыл, Петьонвиль) — Гаити яҙыусыһы, табип, этнограф, педагог, философ, публицист, дәүләт, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре, дипломат. Гаити Республикаһының сит ил эштәре, милли мәғариф һәм культ буйынса дәүләт комитеты секретары (1946—1947, 1956—1957), Гаитиҙың сит ил эштәре министры (1946).
Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (2 ноябрь 1963 йыл) — башҡорт эшҡыуары һәм меценаты. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
Ауылдар
үҙгәртергәМарс (рус. Марс) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районындағы ауыл.
Марс (рус. Марс) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәМарс — Ҡояш системаһындағы дүртенсе планета, Ерҙең тышҡы күршеһе. Ҙурлығы буйынса етенсе, бәләкәйлеге буйынса икенсе планета. Боронғо Рим мифологияһындағы һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә аталған. Өҫтө ҡыҙыл тимер окисы (III) менән ҡапланғанлыҡтан «Ҡыҙыл планета» тип тә атайҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |