Мацуо Басё
Мацуо Басё (япон. 松尾芭蕉, Matsuo Bashō (псевдоним); ысын исемендә Басё урынына Киндзаку тора, йәше етеү исеме — Мунэфуса (япон. 宗房); тағы бер исеме — Дзинситиро (япон. 甚七郎)) — күренекле япон шағиры, шиғриәт теоретигы. 1644 йылда Хонсю утрауының Ига провинциялағы Уэно замоклы ҡалаһында тыуған. 1694 йылдың 12 октябрендә Осакала вафат.
Сығышы менән самурай ғаиләһенән. Шиғриәтте 1664 йылда Киотола өйрәнә башлай. 1672 йылда Эдо ҡалаһында дәүләт хеҙмәтенә эшкә төшә, һуңғараҡ шиғриәт буйынса дәрестәр бирә. Мацуо Басёға билдәлелекте уның комик рэнгта оҫталығы алып килә[10], әммә төп ҡаҙанышы уның — хайку жанрына һәм эстетикаһына индергән өлөшө[11]. Ул пейзаж жанры лирикаһына нигеҙләнгән саф комик жанрын алдынғы лирик жанрына әүерелдерә[12], уға философик мәғәнә һала.
Уның образдар системаһы, тасуирлау саралары, художество үҙенсәлеге берҙәмлеген ябай нәфислек, гүзәллектең гармонияһы, донъя гармонияһын тойоу тәрәнлеге айырып тора. 1680-се йылдарҙа Басё дзэн-буддизм йоғонтоһо аҫтында үҙенең ижадында «йәнләндереү» принцибын ҡуллана[10].
Басё үҙенән һуң 7 антология ҡалдыра, уларҙы булдырыуҙа уның уҡыусылары ла ҡатнаша: «Ҡышҡы көндәр» (1684), «Яҙғы көндәр» (1686), «Юҡҡа сыҡҡан баҫыу» (1689), «Ҡабаҡ» (1690), «Маймылдың һалам кейеме» (1-се китап, 1691, 2-се китап, 1698), «Күмер тоғо» (1694), лирик көндәлектәр, китаптарға һәм шиғырҙарға инеш һүҙҙәр, сәнғәт һәм шиғриәттәге ижад процесы тураһында уйланыуҙар булған хаттар[10]. Лирик юлъяҙма көндәлектәр пейзаждарҙы, осрашыуҙарҙы, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлауҙы үҙ эсенә алған. Уларға шәхсән яҙылған шиғырҙар һәм күренкле шағирҙарҙың әҫәрҙәренән цитаталар индерелгән. Улар араһында иң яҡшыһы тип «Себер һуҡмаҡтарынан» («Окуно хосомити», 1689) һанала[11].
Басёның шиғриәте һәм эстетикаһы ул осорҙағы япон әҙәьиәтенә бик ҙур йоғонто яһаған[10], «Басё стиле» япон шиғриәтенең үҫешен 200 йылға тиклем тиерлек билдәләй[11].
Биографияһы
үҙгәртергәМацуо Басё Ига провинцияһында тыуған (хәҙерге Миэ префектураһындағы ҡала), теүәл көнө һәм айы билдәһеҙ[13]. Тыуған урыны тураһында ике версия бар: Акасаки теорияһы (хәҙерге Ига ҡалаһы, элек — Уэно ҡалаһы, Акасака ауылы)</ref> Насчёт места рождения есть две теории: теория Акасаки (нынешний город Ига бывший город Уэно, деревня Акасака)[13]һәм Цугэ теорияһы (хәҙерге Ига ҡалаһы, Цугэ ауылы)[14]. Версияларҙың төрлөлөгө Мацуо ғаиләһе Цугэнан Акасакаға Басё тыуғанға тиклем йәки тыуғандан һуң күскәне билдәһеҙ булыуынан килеп сыға. Ул бай булмаған. самурай Мацуо Ёдзаэмона (яп. 松尾与左衛門) .ғаиләһендә тыуып үҫә. Басё өсөнсө бала була, өлкән ағаһынан башҡа уның дүрт апа-һеңлеһе була. Атаһы уға 13 йәш булғанда вафат була (1656 йыл)[13]. төрлө йылдарҙа Басё Кинсаку, Хансити, Тоситиро, Тюэмон, Дзинситиро (甚七郎) исемдәрен йөрөтә. Басё (芭蕉) — әҙәби псевдонимы, тәржемәлә — «банан ағасы»[15].
Атаһы һәм өлкән ағаһы хәлле самурайҙар йорттарында каллиграфия һабаҡтарын бирәләр, һәм ул өйҙә булғанда уҡ яҡшы белем ала. Үҫмер саҡта Ду Фу кеүек (ул ваҡытта уның китаптары урта ҡуллы дворяндарҙа ла була) Ҡытай шағирҙары менән . 1664 йылдан алып Киотола шиғриәтте өйрәнә. Билдәле һәм бай самурай Тодо Ёситадыла (藤堂良忠, 1642—1666) хеҙмәтсе булып эшләй, ул да хайкай жанры менән мауыға. 1665 году Ёситада һәм Басё бер нисә таныштары менән йөҙ буйлыҡ хайкай ижад итәләр. 1666 йылда Еситада ҡапыл вафат булып ҡалғас, Мацуо өсөн тыныс тормош тамамлана һәм ул был йортто ташлап сыға[16]. Эдоға (хәҙер Токио) барып етеп, 1672 йылдан дәүләт хеҙмәтендә була, әммә чиновник тормошо уның түҙгеһеҙ булып сыға һәм ул эштән китә һәм шиғриәт уҡытыусыһы була.
Басё бик һомғол кәүҙәле, нәфис йөҙлө, ҡуйы ҡашлы һәм ҙур ғына танаулы кеше булған тип һанала. Буддистар ғәҙәте буйынса ул башын ҡыра. Һауылғы уның насар була, ғүмер буйы ул ашҡаҙан ауырыуы менән яфалана. Хаттарынан күренеүенсә, ул тыныс холоҡло, сама белгән, бик хәстәрлекле, йомарт һәм туғандарына, дуҫтарына ҡарата тоғро кеше булған. Ғүмер буйы ярлылыҡтан интекһә лә, Басё, ысын философ-буддист булараҡ, быға артыҡ әһәмиәт бирмәй. Эдо ҡалаһында Басё бик ябай аласыҡта йәшәй, уны ла уға уҡыусыларының береһе бүләк итә. Өй эргәһендә ул үҙ ҡулдары менән банан ултырта. Тап ошо ваҡиға шағирға «банан» (яп. 芭蕉) басё һүҙен псевдоним итеп алыуға этәргес көс бир, тип иҫәпләнә. Банан пальмаһы бер нисә тапҡыр уның әҫәрҙәрендә телгә алына. 1682 йылда Эдо ҡалаһы сираттағы тапҡыр яңғынға дусар була. Яңғын шағирҙың аласығын юҡ итә, Басё үҙе көскә ҡотолоп ҡала. Шағир өйһәҙ ҡалыуына бик ныҡ ҡайғыра. Һуңынан Эдоға ҡабаттан күсенә һәм уҡыусылары ярҙамында 1683 йылдың сентябрендә яңы өй төҙөй һәм ҡабаттан банан ағасын ултырта.
Ошо юғалтыуҙан һуң Басё бер урында оҙаҡ йәшәргә теләмәй. Күпселегендә ул яңғыҙ сәйәхәт итә, ҡайһы берҙә — бер йәки ике иң яҡын уҡыусылары менән. Уны хатта ябай хәйерсеһегә оҡшап йөрөүе лә аптыратмай.Ҡырҡ йәшендә 1684 йылдың авгусында бер уҡыусыһы оҙатыуында ул үҙенең тәүге сәфәренә. Ул ваҡытта Японияла сәйәхәт итеүе бик ҡыйын була. Бер туҡтауһыҙ паспорттар тикшереү юлсыларҙы ныҡ йонсота. Уның юл кейеме эшләпәнән, плащтан ғына тора, муйынында муҡса, ҡулында таяҡ һәм йөҙ ҙә һигеҙ бөртөклө. Муҡсаһында бер-ике ҡытай йәки япон антологиялары һәм бәләкәй генә ағас гонг (музыкаль инструмент). г. Күп көндәрҙән һуң улар Исэ провинцияһына килеп етәләр, унда Ҡояш алиһәһе Аматэра́суға бағышланған храм комплексына баш эйәләр. Сентябрҙә улар Басёның тыуған яғына киләләр, бында шағир ағаһы менән осраша һәм ата-әсәһе вафат булыуы тураһында белә. Артабан уның юлдашы тиро ҡайтып китә, ә Басё Ямато, Мино һәм Овари провинцияларында булғандан һуң ҡабаттан Уэноға (ағаһына) ҡайта, бында Яңы йылды ҡаршылай һәм тағы ла Ямато, Ямасиро, Оми, Овари һәм Каи провинцияларында сәйәхәт ҡылып, апрелдә үҙ йортона ҡайта. Басё сәфәре ваҡытында үҙенең стилен таратыу менән шөғөлләнә, уны бөтә ерҙә лә шағирҙар һәм аристократтар ҡунаҡҡа саҡыра. Әммә уның һаулығы дуҫтарын бик ныҡ борсоуға һала һәм улар уның ҡайтҡанынан һуң еңел һулап ҡалалар.
Ғүмеренең аҙағынаса Басё сәйәхәт итә һәм тәбиғәт матурлығынан көс-ҡөҙрәт ала. Табыныусылары уның артынан өйөр булып йөрөйҙәр, уны бөтә ерҙә ижадына хөрмәт менән ҡараусы крәҫтиәндәр һәм аристократтар көтөп тора. Уның сәйәхәттәре һәм уның юғары һәләте тағы ла бер проза жанрын аса — юлъяҙма көндәлеге жанры. Басёның иң яҡшы көндәлеге булып «Оку но хосомити» («себер һуҡмаҡтарынан») һанала. 1691 йылда ул ҡабаттан Киотоға юллана, төс йылдан тыуған яғында була, ә һуңынан Осакаға ҡайта. Был сәйәхәт уның өсөн аҙаҡҡыһы була. Басё 51 йәшендә вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://jpsearch.go.jp/entity/chname/松尾芭蕉 (яп.) — 2020.
- ↑ Record #12304628 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118653369 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962.
- ↑ Matsuo Bashō // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Bashô Matsuo // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Tôkyô To // Prent
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Боронина, 1974
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Мацуо Басё // Краткая литературная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1962—1978.
- ↑ Хокку // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 佐藤編(2011)、p.30-34、芭蕉の生涯 伊賀上野時代(寛永~寛文期)
- ↑ 北出楯夫. 【俳聖 松尾芭蕉】第1章 若き日の芭蕉 . 伊賀タウン情報YOU. — «生誕地については、(伊賀町)柘植説もあるが、柘植説は芭蕉の没後84年を経た安永7年(1778年)に、蓑笠庵梨一の『奥の細道菅菰抄』に「祖翁ハ伊賀国柘植郷の産にして...」と書かれたのが始まり。その後いくつかの伝記に引用されることになるが、その根拠は乏しい。». Дата обращения: 12 июнь 2016. Архивировано 2016年6月12日 года. 2016 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Бреславец, 1981, с. 13
- ↑ Ueda, Makoto. The Master Haiku Poet, Matsuo Bashō. — Tokyo: Kodansha International, 1982. — ISBN 0-87011-553-7. р. 20—21
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мацуо Басё / Боронина И. А. // Ломбард — Мезитол. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 15).
- Басё / Торопыгина М. В. // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 84. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
- Бреславец Т. И. Ночлег в пути: стихи и странствия Мацуо Басё. — Влдв. : Изд-во Дальневост. ун-та, 2002. — 212 с. — ISBN 5-7444-1316-2.
- Бреславец Т. И. Поэзия Мацуо Басё / Отв. ред. Т. П. Григорьева. — М. : Наука, 1981. — 152 с.
- Григорьева Т. П., Логунова В. В. Мацуо Басё // Японская литература. Краткий очерк. — М. : Наука, 1964. — С. 45—52. — 282 с.
- Shirane H. Traces of Dreams: Landscape, Cultural Memory, and the Poetry of Basho : [англ.]. — Stanford University Press, 1998. — 400 p. — ISBN 978-0-8047-3098-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМацуо Басё Викиөҙөмтәлә | |
Мацуо Басё Викикитапханала | |
Мацуо Басё Викимилектә |
- Мацуо Басё на «Викиливре»
- Bosque de Bambú, camino del haiku — Bashô — Oku no Hosomichi Japones — Español
- Притчи про Басё на Притчи.ру
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.