Төп менюны асырға

Зәйҙуллин Хәмит Вәли улы (12 май 1934 йыл23 ноябрь 1993 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1990 йылдарҙа Татар АССР-ының Баулы районы «Баулы» совхозында тракторсы, звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Зәйҙуллин Хәмит Вәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй районы, Сөйәрмәт ауылы
Вафат булған көнө 23 ноябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Татарстан Республикаһы, Баулы районы, Новозареченск[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Хәмит Вәли улы Зәйҙуллин 1934 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы[1] Сөйәрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауыл мәктәбендә 7 класс тамамлаған. 1946 йылда Татар АССР-ының Баулы районы «Баулы» совхозында тракторсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, 1960 йылдан шул уҡ хужалыҡта тракторсы-кукуруз үҫтереүсе, кукуруз үҫтереү буйынса звено етәксеһе булып эшләй.

Республикала һәм районда кукуруз эшкәртеү ваҡытында ҡулланылған алдынғы агротехника алымдары комплексын индереп, X. В. Зәйдуллин йыл һайын йәшел массанан юғары уңыш алыуға өлгәшә. 1963 йылда 154 гектар майҙанда гектарынан 520 центнер йәшел масса ала, 1964 йылда — гектарынан 510 центнер, климат шарттары буйынса уңайлы булмаған 1965 йылда — гектарынан уртаса уңыш совхоз буйынса 208 центнер һәм район буйынса — 101 центнер булғанда, гектарынан 410 центнер уңыш ала. Кукуруздың бер центнер йәшел массаһының үҙҡиммәте 1963 йылда 26 тин тәшкил итә, совхоз буйынса — 83 тин, 1964 йылда — шуға ярашлы 28 тин һәм 43 тин, 1965 йылда — 39 тин һәм 65 тин. Кукуруздың юғары уңышы совхозға ете йыллыҡтың һуңғы өс йылында ҡышҡылыҡҡа силос күләмен ихтыяждың 150%-ы күләмендә һалырға мөмкинлек бирә, был малдың продуктлылығына йоғонто яһай. Был йылдарҙа бер һыйырҙан һауым 490 килограмға арта. 1965 йылда һәр һыйырҙан 2409 килограмм һөт һауып алына, был район буйынса күрһәткестән 391 килограмға күберәк.

МТЗ тракторында эшләп, X. В Зәйҙуллин һөрөү буйынса юғары производство-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшә. Мәҫәлән, 1965 йылда бер тракторға эшләү күләме 1010 гектар йомшаҡ һөрөлгән ер тәшкил итә, яғыулыҡ экономияһы — 600 килограмм һәм запас частәр экономияһы — 170 һумлыҡ.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән, бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән ҙур уңыштары һәм техниканы етештереүсәнле файҙаланғаны өсөн, Хәмит Вәли улы Зәйҙуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1990 йылда пенсияға киткәнгә тиклем «Баулы» совхозында эшләүен дауам итә.

Баулы ҡасабаһында йәшәй. 1993 йылдың 23 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.
  • Исмагилов И. Герои татарского народа. Казань, 2006.
  • Хакимов М., Сафаров М. Татары. Воины. Труженики. Патриоты. Москва, 2006.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә