Байжев Николай Георгиевич

Викидатала элемент тултырылмаған

Байжев Николай Георгиевич (1 ноябрь 1938 йыл2012 йыл) — рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) һәм атҡаҙанған рәссамы (1980)[1]. Милләте — мордва-эрзә.

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Георгиевич Байжев 1938 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Яңы Сүлле ауылында тыуған. Краснодар дәүләт педагогия институтын тамамлаған (рәсем сәнғәте-графика факультеты), һөнәре буйынса мәктәптәрҙә һәм махсус урта уҡыу йорттары уҡытыусыһы (1965).

1965—1966 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 44-се урта мәктәбендә уҡыта.

1966 йылда РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһендә эшләй башлай. Биҙәү эштәре, монументаль һәм станокта рәсем төшөрөү, маркетри (төрлө тоҡом ағастарҙан мозаика яһау) техникаһында ижад менән шөғөлләнә.

Башҡортостандың төрлө ҡалаларында биҙәү эштәре менән шөғөлләнгән ижади бриадаларға етәкселек итә. РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһенең профком ағзаһы итеп һайлана.

Ижады үҙгәртергә

Рәссамдың тыуған ауылы музейында уның әҫәрҙәре лә һаҡлана. Н. Г. Байжевтың ижады шул тиклем юғары баһалана — маркетри техникаһы менән эшләнгән В. И. Ленин портреты КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары Л. И. Брежневтың кабинетына ҡуйыла. Был хеҙмәте КПСС-тың XXIV съезында уға Башҡортостан халҡы исеменән республика делегаттары бүләк итә.

Уның ижады күп ҡырлы, бай мәғәнәле. Байтаҡ уңышлы эштәре сит ил ҡунаҡтарына, сәйәси эшмәкәрҙәренә бүләк ителгән. Н. Байжевтың әҫәрҙәре донъяның 32 илендә һаҡлана[2].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Р. Гареев. Николай Георгиевич Байжев. — Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан.- Уфа: Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Уфимский полиграфкомбинат, 2010.- 200 с., илл.- ISBN 878-5-85051-504-1. Автор статьи: Гареев, Рифмир Вахитович [↩] [↩]

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Летнее путешествие по Ермекеевской земле Башкортостана: продолжение знакомства c селом Новые Сулли[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. О присвоении почетного звания «Заслуженный художник Башкирской АССР» Байжеву Н. Г., Зайнагутдинову Г. А. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 18.07.1980 N 6-2/217.[1](недоступная ссылка)
  2. Летнее путешествие по Ермекеевской земле Башкортостана: продолжение знакомства c селом Новые Сулли [2](недоступная ссылка)
  3. [3](недоступная ссылка)