Гарин Фёдор Данилович

тимер юл эшсеһе

Гарин Фёдор Данилович (10 февраль 1908 йыл — 1987 йыл) — Транссебер тимер юл магистраленең Кемерово өлкәһендәге 233-сө төҙөлөш-монтаж поезының юл эшсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Гарин Фёдор Данилович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 10 февраль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1]
Рәсәй, Йәрмәкәй районы, Һыуыҡҡул ауылы[1]
Вафат булған көнө 1987
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Томск өлкәһе, Томск ҡалаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

БиографияһыҮҙгәртергә

Фёдор Данилович Гарин 1908 йылдың 10 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Башланғыс белемле. Милләте сыуаш.

1937 йылға тиклем шәхси хужалығында һәм «Националь» колхозында эшләй, 1937 йылдан — Йәрмәкәй районының «Еңеү» сәнәғәт артелендә эшсе. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылдан алып — Транссебер тимер юл магистраленең Кемерово өлкәһендә 233-сө төҙөлөш-монтаж поезының юл эшсеһе.

Фёдор Гарин Төньяҡ-Кавказ тимер юл магистрален аяҡҡа баҫтырыуҙа, Омск — Татарск, Барнаул — Кузнецк, Сталинск (Новокузнецк) — Абакан, Асино — Белый Яр тимер юлы участкаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

Сталинск — Абакан тимер юл линияһын төҙөгәндә өлгәшкән ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн 1960 йылдың 19 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Фёдор Гаринға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1968 йылда пенсияға сыға. 1987 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. т. 2. В-Ж. 2006. − 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә