Хаҡ Хәлифәлек (ғәр. الخلافة الراشدية‎‎), Рәшидиә Хәлифәлеге — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң 632 йылда төҙөлгән Хаҡ хәлифәлек тоғро идара ителгән хәлифәлек мәғәнәһендәге атама. Уға дүрт Хаҡ Хәлифә: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талип етәкселек иткән. Хәлифәлеккә Ғәрәп ярымутрауы, Шам, Кавказ, Төньяҡ Африка (Мысырҙан Тунисҡа һәм Иран таулыҡтарына тиклем). Хаҡ хәлифәлек нигеҙендә Ғәрәп хәлифәлеге барлыҡҡа килгән.

Хаҡ хәлифәт
ғәр. الخلافة الراشدة
Флаг
Нигеҙләү датаһы июнь 632
Ҡатнашыусы Осада Алеппо[d]
Нигеҙләүсе Әбү Бәкер
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Хаҡ хәлифә
Рәсми тел Ғәрәп теле
Донъя ҡитғаһы Азия һәм Африка
Административ үҙәк Мәҙинә һәм Әл-Күфә
Идара итеү формаһы һайланған монархия[d] һәм теократия[d]
Дәүләт башлығы вазифаһы Хаҡ хәлифә
Дәүләт башлығы Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн Хәттаб, Усман ибн Әффан, Али һәм Хәсән ибн Али
Валюта динар[d]
Нигеҙендәге текст Мединская конституция[d]
Алдағы Византия империяһы, диоцез Египет[d], Сәсәниҙәр дәүләте, эпоха пророка Мухаммеда[d], Мәҙинә йәмәғәте һәм Мухаммед в Медине[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Алыштырған Мәҙинә йәмәғәте
Ҡулланылған тел Ғәрәп теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 28 июль 661
Төп көйләүсе текст Ҡөрьән һәм Сөннәт
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине ислам
 Хаҡ хәлифәт Викимилектә

Хәлифәләре

үҙгәртергә
Əбү Бәкер 632 634
Ғүмәр 634 644
Усман 644 656
Али (Ғәли) 656 661

Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ

үҙгәртергә

Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ Ғәҙел Хәлифәлегенең тәүге ғәҙел хәлифе, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тоғро сәхәбәләренең береһе[1].

Уға Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң Исламдан китә башлаған ҡәбиләләр менән көрәшергә тура килә. Уға Хәлит ибн әл-Вәлит тоғро ярҙамсы була, ғәскәр башында йөрөй. Көрәш Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡтың еңеүе һәм ғәрәп ҡәбиләләренең берләшеүе менән тамамлана.

Фетнәләрҙе еңгәс, Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ Ғәрәп ярымутрауынан ситтә ғазауат (яулап алыу һуғыштары) башлай. Ул Хәлит ибн әл-Вәлитте ғәскәр менән Ираҡҡа, Сүриәгә ебәрә.

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб

үҙгәртергә

634 йылда Әбү Бәкер ауырып китә һәм хәлифә итеп Ғүмәр ибн әл-Хәттабты ҡуйырға васыят иткән.

Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) ваҡытындағы Исламды таратыу буйынса ғазауатты дауам иткән. Шам ерҙәренән хәүеф сығып торғанға күрә, ғәскәре ярҙамында ул бар иғтибарҙы Фарсы ерҙәрен һәм Ираҡты яулап алыуға бүлгән һәм ошоға ирешкән.

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Хәлифәттең сәйәси структураһын барлыҡҡа килтергән. Ул Диван (министрлыҡ) барлыҡҡа килтергән, һалым йыйыуҙың һөҙөмтәле системаһын барлыҡҡа килтергән. Әмирҙәрҙе үҙе тәғәйенләгән. Һижри календарь ҙа уның осоронда ҡабул ителгән.

644 йылда Ғүмәрҙе Әбү Лүлү Фирүз тигән ҡол үлемесле яралай.

Усман ибн Әффан

үҙгәртергә

644 йылда Ғүмәр ибн әл-Хаттаб үлемесле яраланған һәм үлер алдынан иң хөрмәтле алты мосолман исемен атаған, һәм улар үҙҙәре араһынан яңы хәлиф һайларға тейеш булған. Һайлау һөҙөмтәһендә Усман ибн Әффан өсөнсө Ғәҙел хәлиф булып киткән[2].

Усман ибн Әффан ун ике йыл идара иткән. Эске эштәрҙә ҡатмарлыҡтар булһа ла, Усман да ғазауаттарҙы дауам иткән. Хәлифәт ғәскәре Төньяҡ Африканы, Пиреней ярыутрауы яр буйҙарын, Сәсәниҙәр империяһын яулап алған, Һинд йылғаһы буйҙарына барып сыҡҡан. Усман р.ғ. осоронда Ҡөрьән тулыһынса тупланма итеп эшләнгән.

656 йылда Усман ибн Әффан үлтерелгән.

Али (Ғәли) ибн Әбү Талип

үҙгәртергә

Өсөнсө хәлифәне үлтергәстәр, сәхәбәләр Али (Ғәли) ибн Әбү Талип ибн Ғәбд әл-Моталлипты хәлифә итеп һайлай. Хәҙрәте Али яңы ярҙамсылар ала, элеккеләрен эштан бушата. Уның осоронда баш ҡала Мәҙинәнән Әл-Күфәгә күсерелә.

Усмандың (р.ғ.) үлтереүселәренә яза биреүҙе талап итеп үҙ-ара һуғыш сыға («Дөйә һуғышы»). Һөҙөмтәлә Хәҙрәте Али Хәлифәттең күп өлөшөн юғалта.

661 йылда хәҙрәте Алиҙы хәрижи Ибн Мүлжәм үлтерә. Хәрижиҙәр өммәттең бүлгесләнеүенә ғәйеплеләр тип Алиҙы, Мүәвиәне һәм Әмер ибн әл-Әсте үлтерергә булалар, тик Мүәвиәне үлтерә алмайҙар.

Хәсән ибн Али Мүәвиә менән хәлифәлекте үҙенә алырға һөйләшә, әммә ул 661 йылда үлеп ҡала. Мүәвиә иһә хәлифәлекте улы Йәзидкә ҡалдыра. Шулай итеп, 661 йылда Өмәүиҙәр хәлифәлеге хаҡ хәлифәләр идараһын юҡҡа сығара.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. taqawalife.com 2013 йыл 24 декабрь архивланған. 2012 г.
  2. Рыжов, 2004