Ғосман I Ғази (ғосм. عثمان غازي — Aŝmâân Ğaazi, төр. Gazi Osman Paşa, Birinci Osman. Gazi Osman Paşa, Birinci Osman) — Бөйөктәрҙән-бөйөк Ғосман дәүләтенең олобейе, Иртуғрул бей менән уның төркмән ҡатыны Хәлимәнең улы. 1258 йылда Сёгут ҡалаһында тыуған[1]

Ғосман I Ғази
عثمان غازي‎ - Aŝmâân Ğaazi
Ғосман I Ғази
Флаг
Флаг
Бөйөктәрҙән-бөйөк Ғосман дәүләтенең олобейе
12811326
 
Дине: Ислам сөнни
Тыуған: 1258({{padleft:1258|4|0}})
Сёгют, Византия
Үлгән: 1 август 1326({{padleft:1326|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Бурса, Ғосман империяһы
Ерләнгән: Бурса
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Әртуғрул
Әсәһе: Хәлимә-хатун
Ҡатыны: Рабия Бала Малхун Хатун
Балалары:

улдары:Орхан I, Хәмит бей, Әләйетдин-паша, Малик бей һәм Сәвжи бей, Мәхмүт

ҡыҙҙары: Фатима Хатун, Хан Хатун
Ғосман осоронда Ғосман дәүләте

1281 йылда Ғосман, атаһының мираҫы булараҡ, Фригияла төйәкләнгән төркмән ҡәбиләләре өҫтөнән хакимлыҡты ҡабул итә. Уның исеме буйынса улар ғосман төрөктәре йәки ғосмандар тип йөрөтөлә башлай.

Ғосман 1299 йылда бәләкәй генә илен сәлжүктәрҙән бойондороҡһоҙ тип иғлан итә һәм солтан титулын ала. Ғосман империяһына нигеҙ һалыусы булып тора. Тиҙ арала ғосмандар Кесе Азияның бөтә көнсығышын яулап ала.

Ғосман 1326 йылда вафат була.

Империяның барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Ғосмандың атаһы Иртуғрул ҡайи ҡәбиләһен монголдар ҡыҫымы аҫтында көнбайыштағы Анатолияға эйәртеп алып китә.  Ғосмандың әсәһе Хәлимә-хатун атлы була. Рум сәлжүктәренең ризалығы менән ул Сёгют ҡалаһын нигеҙләй. Был урын бик ҡулайлы булып сыға, сөнки Көнбайышта бай Византия империяһы хәлһеҙләнгән, ә Көнсығыштағы мосолман көстәре монгол һөжүмдәренән һуң тарҡалған. Ғосман донъяға килгән 1258 йылда Хулагу хан тарафынан Бағдад алынған була. 

1281 йылда Иртуғрул мәрхүм булғандан һуң, Ғосман бей булып ҡала. Был ваҡытта бөтә ислам донъяһы ғәскәрҙәре көсһөҙләнеп барған православие империяһына ҡаршы көрәшер өсөн уның батшалығына йүнәлә.  Төрки ғәскәрен Хулагу хан монголдарынан ҡасыусылар тулыландырып тора.  Уларҙың күбеһе ғазауат яугирҙәре була. 

Атаһының урынын  Ғосман  24 йәшендә биләй. Ул үҙен етәксе һәм яугир итеп күрһәтеп өлгөргән була. Йәшләй яулаған уңыштары һәм батырлыҡтары, гүзәл Малхун хатунға булған һөйөү тарихы  шәреҡ авторҙарының яратҡан темаһына әйләнә. 

Ғосман тарихсылары уның исеменең мәғәнәһенә лә ҙур иғтибар бирә. «Һөйәктәрҙе ватыусы» тигән мәғәнәһе уның һәм вариҫтарының күп ерҙәрҙе яулап алырлыҡ көс-ҡеүәте тураһында һөйләй, тип юрай улар. 

Ғосман ваҡытында уҡ ғосмандар менән Ҡараманоғуллары әмиренең ырыуы араһында власть өсөн аяуһыҙ көрәш башлана һәм уларҙың күп вариҫтары  дәүерҙәрендә лә дауам итә. Ғосман дәғүәсеһе Ҡараманоғуллынан көслөрәк була, ләкин уны Кесе Азиялағы Ҡараман тигеҙлектәренә ҡарағанда ҡеүәте бөткән бай Византия нығыраҡ ылыҡтыра.  Шуға ул Византияны яулау менән мәшғүл була. 

Ғосман төбәк тарихында сағыу эҙ ҡалдыра. Уны ҡеүәтле империяға нигеҙ һалыусы һәм ғазауат йолаһын тотоусыларҙың береһе итеп иҫкә алалар.  Төрөк халҡының байтаҡ өлөшө үҙен Ғосман империяһы тарҡалғанға тиклем ғосманлы тип йөрөтөр була. 

Хәрби еңеүҙәре

үҙгәртергә

1300-сө йылдар башында сәлжүктәрҙең Конья солтанлығы тарҡалғас,  Анатолия бер нисә бойондороҡһоҙ бейлеккә бүленә. 1300 йылға көсһөҙләнгән Византия империяһы Анатолияла 10 бейлек тәшкил иткән ерҙәренең күбеһен юғалта. Ошондай шарттарҙа Ғосман I, үҙ бейлегенең сиктәрен киңәйтеп, ипләп кенә Византия империяһы сиктәренә табан шыуыша.

1301 йылда Никея эргәһендә Византия ғәскәрен еңгәндән һуң, Ғосман көстәре Византия өлкәләренә тағы ла нығыраҡ яҡынлаша [2]. Ғазауат яугирҙәре, ислам ғалимдары һәм дәрүиштәр күпләп Ғосман идара иткән төбәктәргә күсә. Уның ғәскәренең ҙур өлөшөн күскенселәр тәшкил итә[2].

Ғосмандың йоғонтоһо көсәйеүҙән шөрләгән византийҙар Анатолиялағы ауылдарҙы ташлап китә башлай һәм бөтә көстәрен флотты нығытыуға һала. Византия императоры Андроник II Палеолог, был хәүефкә ҡаршы  ышаныслы альянс төҙөргә тырышып, үҙ йортондағы принцессаларҙың береһен Ғосман өҫтөндәге сюзерен Ғазан ханға, ул вафат булғас, уның ҡустыһына тәҡдим итә. Ләкин көтөлгән ярҙам килмәй, һәм 1303—1304 йылдарҙа Андроник төрөк һөжүменән  һаҡланыр өсөн «каталон  компанияһы»нан  авантюрист испан  тәре йөрөтөүселәрен яллай. Ялланма отрядтарҙың күбеһе кеүек, каталондар ҙа үҙ белдеге менән эш итә, төркиҙәрҙе бер яҡлы булырға саҡыра.   Византия менән Серб короллегенең союзы ғына төрки-каталон һөжүменә кәртә була. 

Византия командованиеһы Ғосмандың Европаға сығыуына һәм ары Көнбайышҡа үтеүенә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡарар итә. Ләкин  Ғосман көнбайыш йүнәлешен тыныслыҡта ҡалдырмай һәм Византияның Эфес ҡалаһын ала, был ҡала Эгей диңгеҙендә урынлашҡан була[2]. Үҙ территорияһына ынтылған мигранттар ярҙамында Ғосман I был тарафта барыуын дауам итә һәм Анатолияның Ҡара диңгеҙ буйындағы Византия биләмәләрен баҫып ала.

Ҡартайып вафат булыр алдынан Ғосмандың византийҙарға ҡаршы һуңғы яуы Бурса ҡалаһында була[3], хәйер, Ғосман үҙе был һуғышта ҡатнашмай тиерлек. Бурсалағы еңеү ғосмандар өсөн үтә мөһим була, сөнки артабан ҡала Константинополдә византийҙарға ҡаршы нығытма булып хеҙмәт итә һәм Ғосмандың улы Орхан өсөн яңы баш ҡала була. 

Ғосман ваҡытында Ғосман хөкүмәте төҙөлә, империя йәшәгән бөтә дәүер эсендә уның ойошторолошо үҙгәртелеп тора. Был империяны йәһәт киңәйтер өсөн ифрат мөһим була. Хөкүмәт дини һәм этник әҙселектәр үҙәк властан бойондороҡһоҙ булған социаль-сәйәси ҡоролошто ҡуллана. Дини түҙемлелек төрөктәрҙең яңы территорияларҙы алғанында әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтелмәүенә килтерә.

Идара итеү структураһы

үҙгәртергә

Мосолман булмағандар ирекһеҙ мөғәләмәгә мәжбүр ителмәй, был дини сабырлыҡ, төрөктәр яңы территорияларҙы баҫып алғанда, ҙур ҡаршылыҡҡа килтермәй[4]. Успенский яҙғанса, «Ғосман илде туҙҙырыусы булмай. У ҡала һәм ауылдарҙы үҙенең ярандарына хужалыҡ итергә бирә, халыҡты аялай, һалымдарҙы кәметә, христианлыҡты хөрмәт итә. Уның партриархаль власы аҫтында кәрҫтиәндәр Византия түрәһе тураһында үкенмәй; һәм, бөтә был мәғлүмәттәргә ҡарағанда, илдең тығыҙлығы һәм байлығы тиҙ үҫешә»[5].

Бейлектең тәүге ваҡытында ул күсенселәр өсөн традицион ысул менән идара итә: идара итеүҙә ғаиләнең бөтә ағзалары ла ҡатнаша, совет һайлап ҡуйған уларҙың береһе юғары хаким сифатында таныла. Ғаиләнең башҡа ағзалары ғәмәлдә төрлө өлкәләр менән үҙаллы идара итә. Ғосман сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, Ғосман күрһәтмәһе менән Орхан Караджахисар өҫтөнән идара итә, уға Гондоҙ Альп ярҙам итә, Хәсән Альп Ярхисарҙы ала, Тургуд Альп Инегёлгә йүнәлтелә, Шәйех Эдебали Биледжикта һалымдар йыя. Ғосман ваҡытында тимарҙар (хеҙмәт осоронда ер бүлемдәре) биреү практикаһы башлана. Ғосман тәңкә һуға[6]. Ике төрлө тәңкә табыла .

Ҡалаларҙы, ҙур булмаһа ла, яулаған һайын, Ғосман үҙе өсөн социаль ҡоролоштоң яңы формалары менән осраша. Ултыраҡ тормошҡа күсеү менән идара итеүҙең институттарын төҙөргә кәрәк була. Был эштә уға ҡайныһы Эдебали, шулай уҡ уның етәкселеге аҫтына килгән белемле кешеләр, шул иҫәптән баҫып алған ҡала халҡы араһынан килгәндәр ярҙам итә. Ғосман ваҡытында беренсе һалымдар һәм пошлиналар ҡуйыла, мәсеттәрҙә имамдар тәғәйенләнә. Ғосман осоронда ҡәбиләләр ислам динен тота[7]. Территорияларҙың киңәйеү йөүнәлешен дөрөҫ билдәләп, Ғосман «изге һуғыш» девизын ҡуллана башлай, уны тоҡомдары эләктереп ала. Уның арҡаһында Ғосман улемдарҙың һәм ахи (һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр берләшмәһе) хуплауын ала, был уға административ моделде Кесе Азия ҡалаларынан күсерергә мөмкинлек бирә[8].

Ғосмандың ике ҡатыны тураһында билдәле: Малхун-хатун (1324 йылдан һуң үлгән) һәм Рабия Бала-хатун (1324 йылдар тирәһендә үлгән). Рабия Бала билдәле тәҡүә ҡыҙы була. Легендалар уны Алаэддина-пашаның әсәһе тип атай. Колин Имбер Ғосмандың «Алаэддин-паша» исемле улы булмаған, тип иҫәпләй. Имбер Аноним хроника һәм Оруджда Ғосмандың Орхан түгел бер улы тураһында тәүге тапҡыр телгә алына, тип күрһәтә. Улар 1422/23 йылдарҙа яҙылып һаҡланмаған хроникалағы хикәйәне үҙләштерә. Әммә бөтә был хроникалар Ғосмандың икенсе улын «Али-паша» тип атай[9]. Колин Али-паша тураһындағы хикәйә текстҡа һуң индерелгән тип күрһәтә. «Алаэддин» исеме Ашикпашазадела тәүге тапҡыр күренә, ул Орудж һәм Аноним хроникалағы шул уҡ хикәйәне һөйләй, әммә Ғосмандың улының исемен үҙгәртә[10].

Элегерәк, легендаға ярашлы, Орхандың әсәһе шәйех Эдебали ҡыҙы булған тип фараз ителә. 1324 йылда табылған Орхандың документтарын 1926 йылда Хөсәйен Хисметдин өйрәнә һәм баҫтырып сығара, унда Орхандың әсәһе «Мал-хатун, Үмәр-бей» ҡыҙы тип атала[11]. Кем булған был Үмәр-бей, уның тураһында төрлө фекерҙәр бар. Күрәһең, был Пахимер телгә алған ҙур булмаған кенәзлектең хакимы «Амури» булған.

Орхан һәм Алаэддиндан тыш, хроникалар Ғосмандың улы тип Чобан, Хәмит, Малик, Пазарлу, Савджины һәм исеме билдәһеҙ тағы бер улын атай. Шулай уҡ уның Фатьма исемле ҡыҙы булған. Был балаларҙың әсәләре билдәһеҙ. И.Узунчаршилы фекере буйынса, Чобан һәм Хәмиттең исеме Ғосман I абруйлы замандаштары — Хулагуидтар дәүләтенең ваҡытлыса хакимы әмир Чобан һәм Хәмидидтәр бейлегенең хакимы хөрмәтенә аталған[12]. Малик һәм Пазарлуның ҡыҙҙары булған, ә исеме билдәһеҙ улының өс улы булған[13]. Дүрт ҡустыһы 1324 йылда Орхандың бүләк итеү ҡағыҙында шаһит булараҡ теркәлгән, Ҡустыһы Пазарлу 1328 йылда Пелеканон янындағы алышта командирҙарҙың береһе булараҡ Иоанн Кантакузиндың хроникаһында телгә алына[14]

Ғосмандың нисек өйләнеүе тураһында легенда бар. Ул осраҡлы осратҡан сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Уның атаһы менән һөйләшмәйенсә, ул ҡыҙға тәҡдим менән кеше ебәрә, әммә ҡыҙ, «үҙен лайыҡ түгел йәки был мәрәкә тип ҡарар итеп», баш тарта. Шул саҡта Ғосман уны урлай. Күрәһең, был ҡыҙ юғары социаль статуслы булмаған ғаиләнән, һәм Ғосман өйләнгән сағында бик йәш булған. Был ҡыҙ, Мал-хатун кеүек, бей ҡыҙы, йәки Рабия кеүек, шәйех ҡыҙы булыуы мөмкин түгел. Күрәһең, бында Ғосмандың хронологик яҡтан элегерәк булған тағы бер ҡатыны тураһында һүҙ бара.[15].

Файл:Taklide-Seif at display 2014-05-29 11-28.jpg
Ғосман ҡылысы

Ғосман ҡылысы

үҙгәртергә

Ғосман ҡылысы — был дәүләт ҡомартҡыһы, ул ғосман солтандарын интронизациялау процедураһында ҡулланылған. Процедура үҙе «билбауға ҡылыс бәйләүҙе» үҙ эсенә ала һәм Европа коронацияһы, батшалыҡҡа майлау аналогы булып тора. Тантана башланғысы шәйех Эдебали һәм Ғосманға ҡайтып ҡала — йәнәһе шәйех Эдебали Ғосмандың биленә «ислам ҡылысын» бәйләй, шулай итеп кафырҙар менән көрәшкә фатиха бирә. Эдебали мевлеви тәриҡәте шәйехе була. Тәриҡәт башлығының киләһе хакимдарға ҡылыс бәйләүҙә ҡатнашыуы мотлаҡ булған, тигән раҫлауҙар бар. Йәнәһе ул бының өсөн Истанбулға Коньянан махсус килгән, сөнки солтандың биленә ҡылыс бәйләүгә берәүҙең дә хоҡуғы булмаған. Процедура тураһында яҙмаларҙы өйрәнеү был улай түгел икәнлекте раҫлай[16]. Шулай уҡ Ғосманға билбауына ҡылысты Хажи Бекташ Вәли ҙә бәйләгән тигән легенда бар. Әммә М. Ф. Кёпрюлю һәм М. Озтюрк тикшеренеүҙәренә ярашлы, Хажи Бекташ 1270 йылдар тирәһендә вафат булған һәм Ғосман хакимлығы ваҡытына тиклем йәшәмәгән. [17]. Константинополде яулап алғандан һуң был йола Әйүп Солтан мәсетендә үткәрелгән. XX быуат башына тиклем унда инеүгә мосолман булмағандарға ла рөхсәт булған. Был процедура ысынлап та Ғосман һәм Эдебалиға ҡайтып ҡала микәнлеге билдәһеҙ; билбауға ҡылыс бәйләү процедураһы яҙмаларҙа Морат II хакимлығынан башлап яҙылған[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The Sultans: Osman Gazi.
  2. 2,0 2,1 2,2 "The Fall of Constantinople 1453, Steven Runciman", стр. 32
  3. "The Fall of Constantinople 1453, Steven Runciman", 33 стр.
  4. Lowry, 2003, p. 69
  5. Успенский, 1996, с. 590
  6. Дьячков, 2013, с. 299—300
  7. Кинросс, 2017, p. 31
  8. Lowry, 2003, p. 6
  9. Imber, 1993, p. 68—69
  10. Imber, 1993, p. 70—71
  11. İnalcık,Ansiklopedisi, 2007
  12. Alderson, 1956, p. 122
  13. Alderson, 1956, p. 163
  14. Imber, 2009, p. 97
  15. Peirce, 1993, pp. 33—34
  16. 16,0 16,1 Alderson, 1956, p. 41
  17. Аверьянов, 2017, с. 34

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә