Кордова хәлифәлеге

Ко́рдова хәлифәте — (ғәр. خلافة قرطبة‎) — (миләди 929 йылға тиклем — Кордова әмирлеге) — урта быуаттарҙағы Пиреней ярымутрауындағы мосолман дәүләте, хәҙерге Испания һәм Португалия ерҙәрендә урынлашҡан булған (9291031). Баш ҡалаһы — Кордова. Өмәүиҙәр тоҡомо Ғәбде әр-Рахман I тарафынан нигеҙләнгән, ул 756 йылда әмир титулы алған булған. 929 йылда Ғәбде әр-Рахман III үҙен хәлифә тип иғлан итә. Хәлифәлектең баш ҡалаһы булып Кóрдова ҡала.

Кордова хәлифәлеге
Нигеҙләү датаһы 929
Ойошма етәксеһенең вазифаһы халиф Кордовы[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Qurṭubah[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Әл-Әндәлүс
Дәүләт башлығы вазифаһы халиф Кордовы[d]
Хужаһы Өмәүиҙәр[d]
Алдағы Кордова әмирлеге[d]
Алмаштырылған taifa (first period)[d] һәм Сильвес[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1031
Урынлашыу картаһы
Карта
 Кордова хәлифәлеге Викимилектә

Нафарроако музейы, Эускаль Һерриа ҡомартҡыһы

X—XI быуат баштарында, бигерәк тә Ғәбде әр-Рахман III һәм уның улы әл-Хәкәм II (961—976) идара иткәндә дәүләттең иң сәскә атҡан осоро була. 1031 йылдан хәлифәт ваҡ ҡына әмирлектәргә бүленә, уларҙың әһәмиәтлеһе Гранада әмирлеге була, унда мосолманлыҡ хакимлығы 1492 йылға тиклем дауам итә.

Тарихынан

үҙгәртергә

Иң сәскә атҡан сағында хәлифәт Европалағы иҡтисади яҡтан алға киткән ил булған. Ҡол хеҙмәте киң ҡулланылған. Мөһим урында тау сәнәғәте һәм суднолар төҙөү торған. X быуатта һалымды аҡсалата түләтә башлағас, крәҫтиәндәр ауыр хәлдә ҡалған[1].

Хәлифәттең дипломатик элемтәләре арта: Византияла (945,955), Германияла (955, 969) илселектәре булыуы билдәле. Ҡайһы бер Төньяҡ Африка кенәзлектәре менән сауҙа сюзеренитеты булдырыуға килтергән[1]. Хәлифәттә төрлө диндәргә ирек ҡуйылған. Шуға күрә мәҙәниәт һәм фән дөйөм мәнфәғәттә үҫешкән. X быуатта Кордовала күпләп төҙөлөш барған. Әл-Хәкәм II китапханаһында 400 мең том китап булған[1].

Әл-Хәкәм II вафат булғас 976 йылда хәлифәт ҡаҡшай башлай. Вариҫы булып ҡалған 10 йәшлек Хишам II (9761008) ғәмәлдә исем өсөн генә хәлифә тип һанала[1].

Хакимиәткә әл-Мансур ултырып ала. XI быуатта хәлифәттә боларыштар башлана (10091031 йылдар арауығында 6 хәлифә алмаша). 1031 йылда һуңғы хәлифә Хишам III бәреп төшөрөлә һәм Кордованан ҡыуыла, ә хәлифәт ваҡ ҡына әмирлектәргә бүленә.

 
Мәскитә мәсете интерьеры — Испанияла өмәүи архитектура өлгөһө

Кордова хәлифәләре (929—1031)

үҙгәртергә
  • Абд ар-Рахман III-Абу Мутарриф Абдуррахман III ибн Мухаммад ан-Насир, тыуған- 891 (912—961), в 929 принял титул халифа
  • аль-Хакам II-Абуль-Гази Хакам II ибн Абдуррахман аль-Мустансир, тыуған- 914 (961—976)
  • Хишам II-Абуль-Валид Хишам II ибн Хакам аль-Муаяд, тыуған- 965 (976—1009, 1010—1013)
  • Мухаммад II (Кордова хәлифәһе)-Абуль-Валид Мухаммад II ибн Хишам аль-Махди (1009 и 1010)
  • Сулейман аль-Мустаин-Абу Айюб Сулейман ибн Хакам аль-Мустаин (1009—1010 һәм 1013—1016)
  • Али ан-Насир (1016—1018)
  • Абд ар-Рахман IV-Абдуррахман IV ибн Мухаммад аль-Муртада (1018)
  • аль-Касим аль-Мамун-аль-Касим ибн Хаммуд аль-Мамун (1018—1021 и 1022—1023)
  • Яхъя аль-Мутали-Яхъя ибн Али аль-Мутали (1021—1022 һәм 1025—1027)
  • Абд ар-Рахман V-Абу Мутарриф Абдуррахман V ибн Хишам аль-Мустазхир (1023—1024)
  • Мухаммад III (халиф Кордовы)-Мухаммад III ибн Абдуррахман аль-Мустакфи (1024—1025)
  • Хишам III-Абу Бакр Хишам ибн Абдуррахман аль-Мутадд, тыуған- 975 (1027—1031)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде А. А. Хроника мусульманских государств I-VII вв. Хиджры. — 2-е, испр. и доп. — М.: Умма, 2004. — С. 236-243. — 445 с. — 5000 экз. — ISBN 5-94824-111-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә