Зиннур (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы К.Айгүзәл мөхәррирләй. |
Зиннур — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимология
үҙгәртергәЗиннур ғәрәп теленән ингән, нурлы тигән төшөнсәне аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәУраҡсин Зиннур Ғәзиз улы (5 ноябрь 1935 йыл — 3 март 2007 йыл) — башҡорт тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1976), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (1999).
Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (4 октябрь 1928 йыл — 10 июнь 2020 йыл) — әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).
Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11 сентябрь 1965 йыл) — башҡорт ғалимы, генетик, биология фәндәре докторы (2006), профессор, 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3 февраль 1948) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998).
Зарипов Зиннур Зариф улы (10 март 1915 йыл — 11 июль 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1945 йылдан Дүртөйлө районының «Ҡыҙыл Бүләк» колхозы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (20 ғинуар 1947 йыл — 26 апрель 2009 йыл) — ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) кавалеры.
Боҫҡонов Зиннур ? — Бөрйән районының Ҡыпсаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Фамилия
үҙгәртергәЗиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
Ауылдар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |