Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы

РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы (5 сентябрь 1887 йыл12 май 1979 йыл) — уҡытыусы, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1943) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ике Ленин ордены кавалеры (1944, 1947).

Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 сентябрь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Дыуан-Мәсетле, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Дыуан-Мәсетле, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Хөсәйен Ямалетдин улы Фәтҡуллин 1887 йылдың 5 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Дыуан-Мәсетле ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһы, ете йәшлек Хөсәйенде һәм дүрт ҡыҙын ҡалдырып, ҡапыл вафат була. Тәүҙә дүрт йыллыҡ башланғыс белем ала, унан һуң ике йыллыҡ Златоуст училищеһын тамамлай. Был ваҡытта уға хәлле кешеләрҙә мал көтөргә лә, йорт һәм ялан эштәрен дә башҡарырға тура килә. 1902 йылдың көҙөндә Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә. Был уҡыу йортонда урыҫ телен ныҡлап өйрәнә. 1905 йылда башланған революция сәбәпле, уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Арҡауыл ауылында йәшәгән әсәһе янына ҡайта. Ауылда йәштәр араһында сәйәси аңғартыу эштәре алып бара. 1907 йылдың яҙында Ҡазан уҡытыусылар мәктәбен тамамлай, Златоуст өйәҙе халыҡ мәғарифы бүлегенә тәғәйенләнә. Ләкин Златоуст Земство Советы уны «Ҡазан сәйәсмәне» булараҡ уҡытыу эшенә ҡабул итмәй. Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе Шәкүр[2] башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1911—1956 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1925 йылдан директор урынбаҫары, 1942—1949 йылдарҙа мәктәп директоры. 1920—1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны[3] халыҡ мәғарифының кантон бүлеге мөдире булып эшләй[4][5].

Рәми Ғариповтың яҡын ҡәрҙәше[6].

  Белемгә сарсаған егет каникул ваҡытында атаһының яҡын ағаһы, Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе Хөсәйен бабайҙарына бара. Уҡытыусы бабайының йорто — үҙе бер мөғжизә. Ундағы ҙур ҡыҙыл тышлы китап бик ауыр була. Рәми аптырап: «Бабай, был китап нисә килограмм?» — тип һорай. РСФСР-ҙың атҡаҡҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин, һаҡалын һыйпап: «Һигеҙҙән ашыу», — тип яуаплай. Сталиндың 60 йәшенә арнап сығарылған том була ул. Китапты Рәми 4 көн буйы ҡарап сыға. Бабайынан тағы ла бик күп китаптар алып ҡайта, араларында Д. Юлтый, А. Таһировтың латин хәрефтәре менән баҫылған романдары була[7].  

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1943);
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949);
  • Ленин ордены (1944, 1947).

Билдәле уҡыусылары

үҙгәртергә
  • Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин исеме Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенә бирелгән (2001).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

1920—1940 йылдарҙағы Дыуан-Мәсетле мәктәбенең фоторәсемдәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы
  2. хәҙер Свердловск өлкәһе Түбәнге Һирге районы
  3. хәҙер Ҡыйғы районы
  4. Мечетлинский историко-краеведческий музей (рус.)
  5. Башҡорт энциклопедияһы /Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы
  6. Рәми Ғарипов. «2-се том. Көндәлектәр, хаттар». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 592.
  7. «Башҡортостан уҡытыусыһы» Шағир һүҙе—аҡылдың үҙе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә