Өпәй — башҡорт ҡәбиләһе. Әйле башҡорттары ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына керә.

Өпәй
Файл:Тамги упейцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (көнсығыш диалект)

Дин

ислам

Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, «өпәй» этнонимы башҡа Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европа төрки халыҡтары араһында осрамай[2]. Р. З. Йәнғужинға ярашлы был этноним сыуаштарҙа билдәле[1]

 
Башҡорт ырыуҙары

Өпәй ҡәбиләһенең тарихы көнбайыш Урал алды менән тығыҙ бәйле. XIII—XVI быуаттарҙа, башҡорттарҙың һуңғы күсенеше процесстары осоронда, улар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә һәм Әй йылғаһы бассейнында таралып ултыра. Өпәйҙәрҙең бәләкәй төркөмдәре әле XIX быуатта Ыҡ йылғаһы бассейнында йәшәгән башҡорттар араһында йәғни бынан Көньяҡ Уралға киткән түңгәүер ҡәбиләһе составында һаҡланып ҡалған[2].

Ҡатай, ҡошсо, дыуан һәм һыҙғы ҡәбиләләре өпәйҙәргә күрше була. XVII—XVIII быуаттарҙа ҡәбилә ерҙәре Көңгөр ҡалаһы киңлегенә ҡәҙәр барып еткән[1].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Өпәй улусын барлыҡҡа килтерә. Был улус Себер даруғаһы составында була. Һуңыраҡ Өпәй улусы ерҙәре Красноуфимск, Троицк өйәҙҙәренә ҡарай (XIX быуат уртаһында 1 меңгә яҡын өпәйле иҫәпләнгән). 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2‑се, 3‑сө (4‑се Көнбайыш, 5‑се) башҡорт кантондарына ҡарай[1]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай Өпәй улусы составында 93736 дисәтинә ер була[3].

Урынлашыуы

үҙгәртергә
Өпәй башҡорттарының тораҡ пункттары[4][5][6]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Мәсетле районы Ишәле, Теләш (Өпәй), Тәкә
Свердловск өлкәһе Түбәнге Һырға районы Аҡбаш, Шәкүр
Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районы Арыҫлан

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә