Гүзәл
Викидатала элемент юҡ |
Гүзәл — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимология
үҙгәртергәГүзәл — матур, һылыу, сибәр тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[2]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
- Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14 июль 1976 йыл) — спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).
- Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы (1 март 1955 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе, 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1 октябрь 1957 йыл) — бейеүсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Сөләймәнова Гүзәл Ғәле ҡыҙы (25 февраль 1927 йыл — 14 апрель 1969 йыл) — башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8 ноябрь 1962 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (10 июнь 1979 йыл) — Рәсәй балет артисы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1998) артисы. халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.
- Уразова Гүзәл Асҡар ҡыҙы (8 ғинуар 1982 йыл) — йырсы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2009) һәм халыҡ (2019) артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2019) артисы.
- Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28 октябрь 1953, Өфө, БАССР) — СССР һәм Рәсәй тәржемәсеһе, уҡытыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008).
- Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (28 июнь 1975 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).
- Болғаҡова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (7 август 1952 йыл) — физик. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Яхина Гүзәл Шамил ҡыҙы (1 июнь 1977 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе. 1930-сы йылдарҙа кулактарҙы эҙәрлекләү тураһындағы «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы. «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» әҙәби премиялары лауреаты[3].
- Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы (9 ноябрь 1960 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башгражданстрой» тресы генераль директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Мөхәмәтйәрова Гүзәл Тимербәк ҡыҙы (1978) — рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Аҡ тирмә» кейеҙ коллекцияһын йыйғаны өсөн (2007).
- Гүзәл һәм Юнир Ғәзизовтар— ирле-ҡатынлы, СССР-ҙың циркта эшләгән һауа гимнастары дуэты.
- Сафуанова Гүзәл Шағбан ҡыҙы (1960), ғалим-терапевт. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылдан гериатрия курсы менән терапия һәм дөйөм табип практикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан институт директорының фәнни эш буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор. (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005).
- Ғиниәтова Гүзәл Мөғәлим ҡыҙы (1962), Өфө ҡалаһының 122-се Башҡорт гимназияһы директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы (1965), йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Ғайсина Гүзәл Иншар ҡыҙы (1955), ғалим-педагог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан социаль педагогика кафедраһы мөдире. Педагогика фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
- Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы (1966), ғалим-терапевт. 1989 йылдан Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2008).
- Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы (1936-4.07.2008), театр актёры. 1959—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1961 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы (1948), журналист, 2003—2010 йылдарҙа Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы яңылыҡтар сығарылышының баш мөхәррире, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Йәғәфәрова Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1945), ғалим-биотехнолог. 1970 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан технология факультеты деканы, 2004 йылдан — ғәмәли экология кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ете гүзәл (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Определен лауреат Госпремии Башкортостана имени Хадии Давлетшиной. , 2017, 8 март (Тикшерелеү көнө: 8 март 2017) (рус.)
- ↑ Гузель Яхина