Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы
Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы (1 март 1955 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе, 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Иманғол ауылы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы,СССР |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
журналистика, тәржемә |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы
үҙгәртергәГүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы Ғәлиева 1955 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Иманғол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1972 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ колхозында башлай, артабан Учалы ҡала дауаханаһында санитарка, «Коммунар» колхозы идараһында секретарь-машинистка булып эшләй. 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты иҡтисад факультетына уҡырға инә. Ләкин әҙәбиәткә булған һөйөү уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә, һәм ул 1979 йылда башҡорт-рус бүлеген уңышлы тамамлай. Бынан һуң ике йыл дауамында тыуған Учалы районының «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш»), аҙаҡтан бер йыл Кушнаренко районының «Авангард» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1983—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығында театрҙар бүлеге инспекторы вазифаһын башҡара. Был хеҙмәте менән бәйле Театр сәнғәте дәүләт институтының (ГИТИС — Государственный институт театрального искусства) театр белеме бүлеген ситтән тороп тамамлай. 1985—1989 йылдарҙа БАССР-ҙың Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетында мөхәррир булып эшләп алғас, 1992 йылға тиклем «Йәш тамашасы» театрының (бөгөн Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) әҙәби-драма бүлеген етәкләй. 1993—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юстиция министрлығы, артабан 2010 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай хеҙмәткәре, 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәГүзәл Ғәлиеваның әҙәби ижад юлы мәктәп йылдарынан башлана: урта синыфтарҙа уҡығанда уның тәүге шиғырҙары республика балалар гәзите Башҡортостан пионерында баҫыла. Башҡорт дәүләт университетында ул ныҡлап әҙәбиәт мөхитенә инеп китә. Филология факультетында махсус белем алыу менән бер рәттән бында нәҡ ошо осорҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөү уның өсөн ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бар яҡтан үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән йәш әҙип түңәрәк етәксеһе итеп һайлана — был уның әҫәрҙәренә ҡуйылған талаптарҙы бермә-бер арттыра. Студент йылдарында ла Гүзәлдең шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫылып тора, йәш һәм башлап яҙыусылар әҫәрҙәре тупланған «Йәш көстәр» йыйынтыҡтарында донъя күрә. БДУ-ны тамамлағандан һуң район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү ҙә әҙипкә ныҡлы ғына ижади тәжрибә тупларға ярҙам итә.
1982 йылда шағирҙың «Ҙур бейәләй» исемле тәүге китабы нәшер ителһә, артабан «Көмөш болоттар» йыйынтығы һәм балалар өсөн тыуған тәбиғәтте сағыу биҙәктәр менән һүрәтләгән, уның сағыштырмаһыҙ матурлығына һәм мөһәбәтлегенә дан йырлаған «Мин йәшәйем Уралда», «Ирәмәл итәгендә» тигән шиғри китаптары донъя күрә. 1984 йылда Гүзәл Ғәлиева йәш яҙыусыларҙың VIII Бөтә Союз кәңәшмәһендә ҡатнаша.
Әҙип ижады башҡорт поэзияһында үҙенсәлекле урын алып тора. Шағир төплө һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар аша мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, кешеләр араһындағы башҡа изге мөнәсәбәттәргә мәдхиә йырлай. Халҡыбыҙҙың данлы үткәне, бөгөнгө күп яҡлы тормошо менән сикһеҙ ғорурлана, йәшәйеште фәлсәфәүи уйланыуҙар аша үҙ күңеленән үткәрә. Шуға ла Гүзәл Ғәлиеваның тәрән мәғәнәгә бай шиғырҙары композиторҙар иғтибарын үҙенә йәлеп итә лә инде. Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова һәм Рим Хәсәнов кеүек билдәле ижадсылар уның тиҫтәләгән әҫәренә йыр яҙған, улар күп йырсыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған, радио һәм телевизорҙан даими яңғырап тора.
Шиғриәттән тыш Гүзәл Ғәлиева үҙен тәржемә өлкәһендәлә уңышлы һынап ҡараны. Ул Ғ. М. Мусреповтың «Ҡуҙыйкүрпәс һәм Баянһылыу», А. Камюзың «Яңылышыу», Ф. Кроммелинктың «Мөгөҙлө шәп ир», Мольерҙың «Яртыаҡыл Журден», У. Шекспирҙың «Ун икенсе төн» пьесаларын башҡорт теленә ауҙарҙы.
Әүҙем әҙәби ижад менән мәшғүл әҙиптең әҫәрҙәре респубюликала нәшер ителгән гәзит һәм журналдарҙа баҫылып тора, ул үҙе лә был баҫмаларҙа төрлө темаларға яҙылған көнүҙәк мәҡәләләре менән сығыш яһай.
Китаптары
үҙгәртергә- Ҙур бейәләй: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — бит.
- Көмөш болоттар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — бит.
- Мин йәшәйем Уралда: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — бит.
- Ирәмәл итәгендә: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — бит.
- Ут һүрелмәй усағымда: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — бит.
- Ирәмәлдә — алтын тамыр: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004. — бит.
Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре
үҙгәртергә- «Ырыҫлы ер» ҡалдырҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 23 июль[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Учалы районының Рәмизилә Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты (2015)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 23 июль(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Хәбиров Ә. Х. «Өлгөрҙө микән һүҙҙәрем..» // Йәнле шишмәләр: Ижади портреттар. — Өфө: Китап, 1996. — бит.
- Хөсәйенов Ғ. Б. «Мин артығын күктән һорамайым…» // Өфө, Ватандаш. 2005, № 12.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)