Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы
Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы (9 ноябрь 1960 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башгражданстрой» тресы генераль директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 ноябрь 1960 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | парламент ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәГүзәл Әсхәт ҡыҙы Фәйзуллина 1960 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында, икенсе юғары белемде Мәскәү дәүләт социаль университетында ала. Хеҙмәт юлын Өфөлә 1978 йылда башлай, 49-сы мәктәптә лаборант, секретарь, тәрбиәсе булып эшләй. 1982—1984 йылдарҙа ошо уҡ белем усағында комсомол ойошмаһы секретары була. 1984—1991 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Октябрь райкомы секретары[1], КПСС-тың Октябрь райкомы инструкторы. 1991—1993 йылдарҙа 37-се мәктәптә уҡыта. 1993—1995 йылдарҙа «Алекс» ИСБ-һының мәғлүмәт бүлеге начальнигы, директор урынбаҫары, «Забота» ТОО-һы диеркторы булып эшләй. 1995—2000 йылдарҙа — Октябрь районының халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы, һуңынан 2018 йылға тиклем — Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2019 йылғы һайлауҙарға тиклем «Башгражданстрой» тресы яуалылығы сикләнгән йәмғиәттең дөйөм мәсьәләләре буйынса генераль директоры урынбаҫары. 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Урындағы үҙаидара, граждан йәмғиәтен үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы.