Вилдан (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Вилдан — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәВилдан башҡорт теленә фарсы теленән ингән. Мәғәнәһе — «бала» йәки «малай». Ҡайһы берҙә Уйылдан «Рая хеҙмәтсеһе» тип аталған. Ир-ат исеме — Азия халыҡтарында бар. Йыш ҡына уны татарҙарҙа осратырға мөмкин. Шулай уҡ был исем Европа илдәрендә һәм Америкала осрай. Инглиз телендә Вилдан Vildan булараҡ яҙыла.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЯруллин Вилдан Халидар улы (17 апрель 1968 йыл) — «Карунһарай» студияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең художество етәксеһе, «Крауанһарай» студияһы солисы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы.[1].
Фамилия
үҙгәртергәВилданов Әхәт Ханнан улы (1 август 1944 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (28 июнь 1975 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).
Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы (6 февраль 1879 йыл — 9 февраль 1954 йыл) — башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф. Сәйәси золом ҡорбаны.
Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы (рус. Вильданов Ахмет Шафикович; 26 февраль 1932 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1992 йылдан «Уфимтрансстрой» трестының генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, элемтә информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия ағзаһы.
Вилданов Урал Сәлим улы (4 ноябрь 1956 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты социология факультетының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
Вилданов Рәүф Ғибаҙулла улы (24 апрель 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-инженер-электромеханигы, уйлап табыусы. 1980 йылдан Өфө нефть институтының (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университетының) Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор.
Вилданов Салауат Ғәли улы (24 октябрь 1954 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, 1992—2011 йылдарҙа
«Уфаоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
Вилданов Тимербулат Миңлехан улы (5 апрель 1928 йыл — 28 ғинуар 2005 йыл) — «Башнефть» берекмәһенең Өфө быраулау эштәре идаралығы мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1972).
Атаһының исеме
үҙгәртергәНиғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.
Шәрипов Фәиз Вилдан улы (27 февраль 1979 йыл) — ҡурайсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы (1884—1965) — башҡорт дин әһеле.
Сафуанов Әхмәт Вилдан улы (рус. Сафуанов Ахмет Вильданович (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, медицина хеҙмәте старшинаһы, саниструктор. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы (28 декабрь 1976 йыл — 26 ноябрь 2020 йыл) — ғалим-фольклорсы. 1997 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лаборанты, 2003 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 2007 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — өлкән, 2019 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (2006).
Аҫылбаев Рәхимйән Вилдан улы (рус. Асылбаев Рахимьян Вильданович; 15 февраль 1917 йыл — 2003 йыл) — ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, колхоз рәйесе (Баймаҡ районы), Моҡас ауыл советы рәйесе<ref name="Ғәйнетдинов Ю. И.">Ғәйнетдинов Ю. И. «Ҡурай һәм ҡурайсылар». — Өфө: «АльфаРеклама», 2014. — С. 424.
Мөкминова Бағбостан Вилдан ҡыҙы (1884—1963) — педагог, «Бағбостаниә» мәҙрәсәһе мөҙәрисе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |