Сафуанов Әхмәт Вилдан улы
Сафуанов Әхмәт Вилдан улы (рус. Сафуанов Ахмет Вильданович (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, медицина хеҙмәте старшинаһы, саниструктор. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
Сафуанов Әхмәт Вилдан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Өфө, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | старшина[d] һәм Санинструктор[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСафуанов Әхмәт Вилдан улы 1913 йылда Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһы Молотов районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында; 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[1].
Санинструктор Сафуанов Әхмәт Вилдан улы 1942 йылдың 19 ноябренән 30 ноябренә тиклем осорҙа һөжүм итеү һуғыштарында һуғыш яланынан ҡоралдары менән утыҙлаған яралы һалдатты һәм командирҙарҙы һәм 1942 йылдың 6 июленән 10 июленә тиклем 15 кешене алып сыға. Һуғыш яланында булып яралы һалдат һәм командирҙарға кисекмәҫтән ярҙам күрһәтә. Үҙенең фиҙәҡәр хеҙмәте менән ул тиҫтәләгән яугир дуҫтарының ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Үҙенең хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә яралана. Үҙенә үҙе беренсе ярҙам күрһәтеп, ул яралы иптәштәренә ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Подразделениеның 387-се бойороғо менән гвардия старшинаһы Сафуанов Әхмәт Вилдан улы 1942 йылдың 17 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].
1943 йылдың 29 сентябрендә санинструктор Сафуанов Әхмәт Вилдан улы дошмандың көслө миномет уты аҫтында Днепр йылғаһы аша сыға һәм яралы офицер һәм яугирҙарҙың яраларын бәйләй. 1943 йылдың 18 октябрендә был ҡыйыулығы өсөн ул подразделениеның 250/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Ораниенбург һәм Бранденбург ҡалалары өсөн һуғышта ялан госпиталендә булып, табип менән бергә медицина ярҙамы күрһәтеүҙә һәм 65 яралыны тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша.
1945 йылдың 24-25 апрелендә дошмандың һауа һөжүме ваҡытында Велефану ауылы һәм Брилов ауылы районында 13 яралы һалдатҡа ярҙам күрһәтә.
Бранденбург ҡалаһы янында һуғышта Зило-Каналды аша һуғышып аша сыҡҡанда дошман уты аҫтында алты ауыр яралы һалдатҡа беренсе ярҙам күрһәтә һәм ялан госпиталенә оҙата.
Одер йылғаһынан алып Бранденбург ҡалаһына тиклем алыштарҙа яралыларҙы һуғыш яланынан ялан госпиталенә эвакуациялауҙа әүҙем ҡатнаша. Һуғышта ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, яраларға хәстәрлек күрһәтә. Һуғышта күрһәткән был ҡаҙаныштары өсөн санинструктор Сафуанов Әхмәт Вилдан улы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. САФУАНОВ Ахмет Вильданович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа Сафуанов Ахмет Вильданович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77а, ящик 7