Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте
Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте — Башҡортостан состав өлөшө булған дәүләттәрҙә башҡорттарҙың хәрби йөкләмәләре.
Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте | |
Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXVI быуатҡа тиклем башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостан ингән илдәр менән бәйле була. X быуаттың 1-се яртыһында (башҡа сығанаҡтар буйынса, IX быуаттың) башҡорт ҡәбиләләренең башлығы Башғирд ике мең һыбайлылар менән Хазар ҡағанаты армияһында (Ҡыймаҡ ҡағанлығы сигендә) хеҙмәт иткән. XIII быуатта башҡорт отрядтары монгол армияһын тулыландыралар, XIII—XVII быуаттарҙа — Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан, Себер һәм Ҡасим ханлыҡтары ғәскәрҙәре составына инәләр[1]. XIII—XIV быуаттарҙа айырым башҡорт вәкилдәре Мысырҙа һәм Сүриәлә хеҙмәт итәләр. Башҡорт жалованный грамоталары, шәжәрәләр һәм башҡа сығанаҡтар буйынса, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостандың Рус дәүләте составына инеү шарттарының береһе була. Үҙ сиратында, рус дәүләте башҡорттарға ергә аҫабалыҡ, урындағы үҙидара хоҡуҡтарын гарантиялай. Килешеү буйынса башҡорттар йыйындар, ҡоролтайҙар үткәрә, үҙ динен (Ислам динен)һаҡлап ҡала алған[1]. XVII быуаттан алып башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте юғарғы властар акттары (батша, император), дәүләт власының үҙәк органдары (Бояр думаһы, Сенат, Ҡаҙан һарайы Приказы, Хәрби коллегия, Хәрби министырлығы) менән яйлана. Урындарҙа хеҙмәтте туранан-тура ойоштороу менән башта — старшиналар, тархандар, батырҙар, XVII быуатта — обер-коменданттар, коменданттар, гарнизон начальниктары, старшиналар, яҫауылдар, хорунжийҙар, сотниктар (XIX быуатта шулай уҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре, кантон начальниктары, дистанция начальниктары, йорт һәм поход старшиналары), башҡорт полктары командирҙары ғәмәлгә ашыра.
Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте тышҡы (һуғыштарҙа һәм Башҡортостандан алыҫ сиктәрҙе һаҡлауҙа ҡатнашыу) һәм эске (линия-сик буйы, этап, ҡарауыл һәм Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа полиция хеҙмәте, йәрминкә үткәргән ваҡытта юлдарҙы һаҡлау һәм башҡалар) бүленә[1]. Хәрбиҙәрҙең ыйылыу урында башта ҡәлғәләр була, ә 1798 йылдан — кантон территорияһындағы тораҡ пункттар. Хеҙмәткә 20 — 50 йәштәге ир-егеттәр алына. Башҡорт яугиры үҙенең ҡоралы, кәрә-яраҡтары һәм 2 ат менән килергә тейш була. Походҡа сыҡҡан башҡорт командаһы (полкы) үҙ-үҙен аҙыҡ-тлек һәм фураж менән тәьмин итә, йыйылыу урынынан 100 саҡрым үткәс кенә, каҙна тәьминатына күсә. 1797 йылдан һәр яугирға йәйге осорҙағы хеҙмәте өсөн айына 1 һум бирелә (был сығымдарҙы ҡапламай).
1798—1865 йылдарҙа Ырымбур крайында кантон идара итеү системаһы ғәмәлдә була.1834 йылда милли Башҡорт-мишәр ғәскәре булдырыла. Ғәскәрҙә башлыса башҡорттар һәм мишәрҙәр хеҙмәт итә, 1835 йылдан шулай уҡ — бобылдәр һәм типтәрҙәр. 1847 йылда 30-йыллыҡ хәрби хеҙмәт срогы билдәләнә. Сит өлкәләргә ебәрелгән башҡорт командалары өсөн полиция хеҙмәте 3 йыл тәшкил итә, ошо срок тамамланғандан һуң уға алмашҡа башҡа команда килә. Һәр 100 хәрбигә бер поход старшинаһы, сотник йәки яҫауыл тәғәйенләнә. 1830—1850 йылдарҙа хәрбиҙәрҙең һаны ҡыҫҡартыла: 70%-тан 24 %-ҡа тиклем[1].
1863 йылға ҡарата эш командаларында 9 кантон (бөтәһе 28) башҡорттары тора, ҡалғандар хеҙмәт урынына аҡсалата түләйҙәр.
Рәсәй дәүләте алып барған һуғыштарҙа ҡатнашыу
үҙгәртергәРәсәй әрмеһе сафында башҡорттар урыҫ хөкүмәте алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан:
- Ливония һуғышы
- Рус-ҡырым һуғыштары (1571—1572)
- Польша һәм Швеция баҫып инеүенә ҡаршы һуғыш (1604—1610)
- Рус-поляк һуғыштары (1609—1618)
- Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский ополчениеһы составында (1611—1612)
- Ҡырым походы (1675—1676)
- Аҙау походтары (1695—1696)
- Төньяҡ һуғыш (1700—1721)
- Рус-швед һуғышы (1741—1743)
- Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763)
- Поляк походы (1771—1773)
- Рус-швед һуғышы (1788—1790)
- Өсөнсө коалиция һуғышы (1805—1807)
- Ватан һуғышы (1812—1814)
- Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)
- Рус-төрөк һуғыштары
- Хиуа походы (1839—1840)
- Коканд походтары (1852, 1853)
- Ҡырым һуғышы (1853—1856)
- Рус-япон һуғышы (1904—1905)
Батша хөкүмәтенә «тоғро» башҡорттар 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын, 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын, 1835 йылғы ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнаша, 1830—1831 йылдарҙағы поляк ихтилалы ҡатнашыусыларын конвоирлауҙа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында баш күтәреүсе формированиеларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша.
Башҡорт командалары Урал казактары (1805), Касли, Үрге һәм Түбәнге Ҡыштым (1829), Ҡатай-Ивановка, Усть-Ҡатай, Йүрүҙән-Ҡатай (1829) заводтары эшселәре, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе крәҫтиәндәре (1843) сыуалыштарын һәм ҡаҙаҡ ихтилалдарын баҫтырыуға йәлеп ителә[1].
Йыл һайын Бөгөлмә йәрминкәһенә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн 3-сө башҡорт кантоны хәрбиҙәре ебәрелә, Бөгөлмә трактында 220 башҡорттан торған посттар ойошторола. 1800—1840 йылдарҙа 1-се кантон башҡорттары Себер трактында даими рәүештә хеҙмәт итәләр.
«Башҡорттар тураһында Положение»ға ярашлы 1863 йылдың 14 майында башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте бөтөрөлә, башҡорттар ирекле ауылдар сословиеһына күсерелә. 1865 йылда Башҡорт ғәскәре тарҡатыла. Ырымбур губернаһының Верхнеурал, Ырымбур һәм Силәбе өйәҙҙәре башҡорттары 1874 йылдан алып хеҙмәтте — Башҡорт эскадронында, 1875 йылдан — Башҡорт дивизионында, 1878—1882 йылдарҙа Башҡорт атлы полкында үтәләр. 1882 йылдан алып башҡорттар хеҙмәткә дөйөм хәрби йөкләмә нигеҙендә саҡырыла[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 116-119 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991.
- Асфандияров А. З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.) — Уфа, 2005.
- Асфатуллин С. Башкиры в войнах Российской империи 1558—1798 гг.// Исторический журнал. — 2008. — № 10. — С. 70—81.
- Башкирское войско в Польском походе (1771—1773). Сборник документов. / Сост.: И. М. Гвоздикова, Б. А. Азнабаев, К. А. Мухамедьярова. — Уфа, 2009. — 178 с. — ISBN 978-5-91608-020-9.
- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Бауман Р. Подвластные народы на военной службе в имперской России на примере башкир. М., 1987.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов. Отв. составитель Р. Н. Рахимов. — Уфа, 2012.
- Гумеров Ф. Х. Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярах и бобылях. Уфа, 1999.
- Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — 476 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. III. — 2011. — ISBN 978-5-7501-1301-9 (т. 3) (в пер.)
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
- Баязит Бикбай. Ҡаһым түрә (драма). — Өфө, 1952.
- Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. — М.: Инсан, 2007. — 208 с.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское книжное издательство «Китап», 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
- Я. Хамматов. Төньяҡ амурҙары (башҡорт һәм рус телдәрендә).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- З. Нурғәлин. "Төньяҡ амурҙары"ның яу юлдары ни һөйләй?[1] 2017 йыл 20 октябрь архивланған.
Видео
үҙгәртергә- YouTube сайтында Видео Заман в Вессене | Возле памятника башкирскому воину
- YouTube сайтында Видео История Башкирского войска: 1 серия
- YouTube сайтында Видео История Башкирского войска: 2 серия
- YouTube сайтында Видео История Башкирского войска: 3 серия
- YouTube сайтында Видео История Башкирского войска: 4 серия
- YouTube сайтында Видео История Башкирского войска: 5 серия
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәхимов Р. Н. Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.