Башҡортостанда ихтилал (1834—1835)

Башҡортостанда ихтилал (1834—1835) — крепостной хоҡуҡты бөтөргәнгә тиклем Башҡортостанда үткән һуңғы антифеодаль ихтилал. Артабанғы сыуалыштар киңлеге буйынса был ихтитал менән тиңләшә алмай. 1834—1835 йылғы ихтилал тамырҙары XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтиталдарына барып тоташа.

1834-1835 йылдарҙағы ихтилал
Дата

1835 йылдың яҙы һәм йәйе

Урыны

Пермь, Ырымбур һәм күрше губерналарҙа

Сәбәбе

дәүләт крәҫтиәндәренеү ергә хоҡуғын боҙоу, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, көсләп суҡындырыу, оброк һәм һалымды арттырыу

Нәтижә

Ихтилал баҫтырыла

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй империяһы

Башҡорт баш күтәреүселәре

Командирҙар

В.А. Перовский, Т.А.Циолковский, А.П.Гевлич һәм башҡалар.

Баймөхәмәт Миндияров, Рәхмәтулла Юлдашев, Тазетдин Шәрипов и др.

Ҡаршы тороусы көстәр

2000 тирәһе һалдат[1]

40000 тирәһе[2]

Юғалтыуҙар

билдәһеҙ

370-427 кеше ҡулға алынған[1][3]

Ихтилал сәбәптәре

үҙгәртергә

Азатлыҡты юғалтып бөлгөнлөккә төшөү хәүефе булып тора ихтилалдың сәбәптәре. 1830 йылдың 16 ғинуарында үҙәк губерналарҙағы бөлгөнлөккә төшкән удел крәҫтиәндәрҙе көнсығыш губерналарҙағы (шул иҫәптән, Ырымбур, һәм Пермь губерналары) дәүләт ерҙәренә алышыу тураһында закон проекты сыға. Удел крәҫтиәндәрҙең хәле дәүләт крәҫтиәндәренә ҡарағанда ауырыраҡ була. Удел крәҫтиәндәргә күсенеү тыйыла, милек хоҡуғы сикләнгән була. Шуға күрә дәүләт крәҫтиәндәре (шул иҫәптән башҡорттар) уделға күсеүгә ҡаршы була.

Башҡорттар, хәрби-ҡаҙаҡ хеҙмәте барщина һәм оброк түләүҙән азат итеүҙе гарантиялаған, экономик һәм юридик азатлыҡты юғалтыуҙан ҡурҡа. Өҫтәмә рәүештә «башҡорттарҙы уделға күсерәләр, Императорҙы алдап башҡорттарҙы ниндәйҙер сенатор Медведевҡа һатҡандар, икмәк кибеттәре төҙөү һылтауы менән сенатор Медведевҡа йорттар һәм ниндәйҙер башҡа конторалар төҙөйҙәр» тигән хәбәрҙәр ҙә ваҡиғалар үҫешен тиҙләтә.

Башҡортостандағы урыҫ крәҫтиәндәе араһында дәүләт крәҫтиәндәре лә, удел крәҫтиәндәр ҙә була. Тәүгеләре һалымды дәүәт ҡазнаһына түләһә, икенселәре батша ғаиләһе милке була. Удел крәҫтиәндәрҙең үтә ауыр була. Батша Николай I өс йөҙ мең дәүләт крәҫтиәндәрен - уделға һәм өс йөҙ мең удел крәҫтиәндәрен дәүләт крәҫтиәне ҡатламына күсерергә ҡарар итә. Ошо ысул менән батша ғаиләһенең килемен арттырырға тип уйлай: хәлле крәҫтиәндәр оброкты артығыраҡ түләй ала. Дәүләт крәҫтиәндәрен удел крәҫтиәндәренә күсереү уларҙы крепостной итеү тигәнде аңлата.

Батшаның был ҡарарына ҡаршы Ырымбур һәм Пермь губерналары крәҫтиәндәре стихиялы ихтилалға күтәрелә.

Ихтилал урыны

үҙгәртергә

Ихтилал Пермь, Ырымбур һәм башҡа күрше губерналарҙа йәйелә.

Хәрби хәрәкәттәр барышы

үҙгәртергә

Хәрби хәрәкәттәр 1834 йылдың көҙөндә Пермь губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре сыуалышынан башланып китә.

Тиҙҙән ихтилал Пермь губернаһының Көнгөр һәм Красноуфимск өйәҙҙәрен, шулай уҡ Өфө губернаһының Бөрө, Троицк, Өфө, Бәләбәй өйәҙҙәрен солғап ала.

1835 йылдың 12 июнендә Байкино ауылында (Көнгөр өйәҙе) хөкүмәт ғәскәренең 3 меңлек крәҫтиән отряды менән бәрелеше була. Крәҫтиәндәрҙең ҡоралдары бик аҙ, күпселеге бары балта, салғы, таяҡтар менән һалдаттарға ҡаршы сыға. Хөкүмәт ғәскәре крәҫтиәндәрҙе ҡоралдан ут асып тарата. 5 кеше үлә һәм 34 кеше яралана.

Башҡорттар батша чиновниктарынан яҡындағы кантон начальнигына алып барып мулла ҡатнашлығында, башҡорттарҙы уделға һәм христиан диненә күсереү тураһында бер ниндәй ҙә күрһәтмә булмауы тураһында присяга алалар.

Ырымбур губернаһы генерал-губернаторы Перовский В.А Ырымбур дини йыйылышы мөфтөйө Ғәбделсәлим Ғабдрахимов аша баш күтәргән башҡорттарға мәрәжәғәтнәмә тапшыра. Был мөрәжәғәтнамә киң таралмай, баш күтәргән башҡорттарҙы баҫтырыу өсөн башҡа идеологик ысулдар ҡулланылыуҙы раҫлаған күрһәтмәләр бар. Ғәбделсәлим Ғабдрахимов үҙ эшен намыҫлы үтәүсе була, генерал-губернаторҙың бөтә күрһәтмәләрен үтәй бара. Ойошҡанлыҡ булмаған һәм тарҡау сығыштарҙан файҙаланып Ырымбур хәрби губернаторы ихтилалды баҫтыра. Бының өсөн ул башҡорт полктарын файҙаланған.

Карателдәр ихтилалда ҡатнашыусыларға ҡаршы ҡаты саралар ҡулланған. Улар тән язаһына тарттырылған (таяҡ менән 500-ҙән 4000-гә тиклем һуҡҡандар), һуңынан Себергә һөргәнгә ебәргәндәр. Өфө хәрби суды тарафынан 370—427 кеше хөкөм ителә[3], шуларҙың 16-һы язалау барышында вафат була.

Ихтилал йомғаҡтары

үҙгәртергә

Насар ойошторолоуға ҡарамаҫтан 1834—1835 йылғы ихтилал ҙур әһәмиәткә эйә. Ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә дәүләт крәҫтиәндәре, башҡорттар һәм башҡа халыҡтар шәхси азатлығын һаҡлап алып ҡала алды. Батша властары Урал буйы халыҡтарын уделға күсереүҙән баш тартырға һәм рус булмаған халыҡтар сәйәсәтен бик һаҡ үткәрергә мәжбүр була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1998.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1991.
  1. 1,0 1,1 Военная история башкир:энциклопедия/под ред.А.З. Асфандиярова.Уфа:Башк.энцикл..,2013.С.128
  2. Военная история башкир:энциклопедия/под ред.А.З. Асфандиярова.Уфа:Башк.энцикл..,2013.С.127
  3. 3,0 3,1 История башкирского народа.Том 3.Уфа:Наука.,2007.,С.219