Рус-ҡырым һуғыштары
Рус-ҡырым һуғыштары (ҡырымтат. Qırım-Moskovalı cenkleri) — XV—XVIII быуаттарҙа Урыҫ дәүләте һәм Ҡырым ханлығы араһындағы бер нисә тиҫтә һуғыш. Ҡырым татарҙарының 1571-1572 йылдарҙа Урыҫ дәүләтенә ҡаршы ойошторолған походтары сиктәрендә Урыҫ дәүләте яғында башҡорт ғәскәрҙәре ҡатнашҡан.
Рус-ҡырым һуғыштары | |
Урын | Рәсәйҙең Европа өлөшө[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 1507 |
Тамамланыу датаһы | 1572 |
Ҡатнашыусылар | Бөйөк Мәскәү кенәзлеге, Ҡырым татарҙары, Рәсәй, Ҡырым ханлығы һәм Ғосман империяһы |
XVI быуаттың беренсе яртыһында Ҡырым татарҙарының походтары тураһында ҡыҫҡаса
үҙгәртергәҠырым татарҙарының Урыҫ дәүләтенә ҡаршы һөжүмдәре Оло Урҙаны бөтөрөүҙән һәм шуның сәбәпле Урыҫ дәүләте һәм Ҡырым ханлығы араһында дөйөм сик барлыҡҡа килгәндән һуң башлана (1502). 1507 йылда Ҡырым ханлығы ғәскәрҙәре Белев һәм Козельск ҡалаларын баҫып алалар һәм талайҙар, әммә кире ҡайтҡан саҡта ҡыйратылалар[1].
XVI быуат башында Мәскәү контроле аҫтында булмаған территория Ҡырағай Ялан тип аталған, ул Ока йылғаһы буйында иҫке Рязань һәм Сосна йылғаһындағы (Дон ҡушылдығы) Елец ҡалалары аръяғында ятҡан. Ҡырым татарҙары баҫып инеү тактикаһын бик яҡшы үҙләштергән һәм башлыса ҡалҡыулыҡтарҙан юл һайлаған. 200 км төпкә үткәс, ҡырымлылар кире яҡҡа борола һәм төрлө яҡҡа тарҡалып, талау һәм халыҡты әсирлеккә алыу менән шөғөлләнәләр. Әсирҙәр Төркиәгә һатылған һәм хатта Европа илдәренә лә. Ҡырымдағы Кәфе ҡалаһы (хәҙерге Феодосия) төп ҡолдар һатыу баҙары була.
Ҡырым татарҙарынан тыш, Урыҫ дәүләтенә табыш артынан Ҡаҙан ханлығы отрядтары ла йөрөгән.
Мәскәү йыл һайын яҙғыһын, Ока йылғаһы буйында көҙгә тиклем сик буйы хеҙмәтен алып барыу өсөн, 65 мең ратник йыя. Ил һағында нығытылған оборона линиялары ҡулланыла. Көньяҡ-көнсығышта бында линияларҙан иң боронғоһо Ока йылғаһы буйлап Түбәнге Новгородтан Серпуховҡа тиклем бара, артабан көняьяҡҡа Тулаға тиклем борола һәм Козельскиға тиклем етә. Икенсе линия Алатырь ҡалаһынан Шацк аша Орелға тиклем бара, артабан Новгород-Северскиийҙан дауам ителә һәм Путивлгә табан борола. Башта ҡалаларҙың һәм төрмәләрҙең халҡын казактар, стрелецтар һәм башҡа хеҙмәтле кешеләр тәшкил итә, улар ҡарауыл һәм станица хеҙмәте составында торалар һәм ҡырымлыларҙың һәм нуғайҙарҙың артынан күҙәтеү ойошторалар. Сик буйын һаҡлау дәүләткә бик ҡиммәткә төшә.
XVI быуаттың тәүге ун йыллығында — 3 ҡырым-татар походы, икенсе ун йыллыҡта — 14 поход, өсөнсөһөндә — 4 поход, дүртенсеһендә — 8, бишенсеһендә — 10 поход ойошторола, уларҙың дөйөм һаны — 43, ошо уҡ ваҡытта Ҡаҙан ханлығы ғәскәрҙәре яҡынса ҡырҡ һөжүм яһайҙар. Ҡайһы берпоходтарға Бөйөк Литва кенәзлеге лә ҡушыла. Айырыуса 1517 йылғы(Ҡырым ханлығы һәм литвалар), 1521 йылғы (Мәхмүт I Гәрәй хан менән Ҡаҙан ханы Сәхипгәрәй), 1536, 1537 йылғы (Ҡаҙан, Литва һәм төрөк пехотаһы менән бергә), 1552 (бында төрөктәр ҡатнашыуы билдәләнә, 1555 йылғы һөжүмдәр Урыҫ дәүләте өсөн бөлдөргөс була.
Ҡырым ханлығының айырыуса бөлдөргөс һөжүмдәре 1517 йылда күҙәтелә (литвалар менән бергә), 1521 йылда (Мәхмәт I Гәрәй Ҡырым ханы менән берлектә Ҡаҙан ханы Сәхипгәрәй ҙә ҡатнаша), 1536, 1537 йылдарҙа (Ҡаҙан, Литва һәм төрөк ғәскәрҙәре менән берлектәге хәрби ғәмәлдәр), 1552 (төрөктәрҙең ҡатнашыуы билдәле) һәм 1555 йылда.
Ҡырым ханлығы походтарға 150 меңгә тиклем яугирҙы мобилизациялай алған.
Дәүләткирәйҙе поляк һәм төрөк илселәре ҡеүәтләй.
Йәш батша Иван IV үҙ алдына дошмансыл ханлыҡтарҙы бөтөрөү маҡсатын ҡуя.
1552 йылдың июнендә Тула тирәһендә күп меңлек татар-төрөк ғәскәре ҡыйратыла. Ошо уҡ йылда урыҫ ғәскәрҙәре Ҡаҙанды яулап алалар, ханлыҡ бөтөрөлә, ә уның ерҙәре Рәсәй составына индерелә. Ул осорҙа Ҡаҙанда фотмаль рәүештә хан итеп 1551 йылда Ҡырым тәхетенә ултырған Дәүләткирәй I-нең туған тейешле ике йәшлек Үтәмыш-Гәрәй тәғәйенләнә. Үтәмыш көсләп суҡындырыла, әммә хан ғаиләһенең башҡа ағзалары Ҡырымда үҙҙәренең туғандарында төйәк табалар. Дәүләткирәй I ул ваҡытта Ҡаҙандың бойондороҡһоҙлоғон ҡайтарырға вәғәҙә итә.
Дәүләткирәйҙе поляк һәм төрөк илселәре илһамландыра.
Ҡыҙын ханлығын ҡыйратҡандан һуң иван Грозный Ҡырымға ҡаршы һөжүм ғәмәлдәрен башлай. 1555 йылдың июнендә батша Перекопҡа кенәз Шереметев отрядын (13 мең кеше) ебәрә. Юлда Шереметев тулаға ҡырым ханы юлланғаны тураһында ишетә һәм уны эҙәрлекләй башлай. Ҡырымлылыарҙың ылауҙарын таай һәм, дөйөм алғанда, 60 мең ат, 200 арғымаҡ һәм 80 дөйә тартып ала. Табышты һаҡлар өсөн ғәскәренең өстән бер өлөшөн ҡалдырып, Шереметев юлын дауам итә. Хан уға ҡаршы борола, улар Судбищи ауылы тирәһендә осрашалар (Туланан 150 км алыҫлыҡта). Ҡырымлыларҙың өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан Шереметевтың 9 меңлек отряды һуғышҡа инә, был алыш төш ваҡытынан төнгә тиклем бара. Урыҫтар хан ғәскәренә һиҙелерлек зыян килтерә ҙәм байраҡтарын тарытып ала. Төндә Шереметев ылау янында ҡалған яугирҙар артынан ебәрә, әммә уларҙың күбеһе таралып бөткән булып сыға. Дәүләткирәй әсирҙәрҙән эргә-тирәлә эре урыҫ ғәскәрҙәре юҡ икәнен белә һәм иртәнсәк тағы һуғыш башлай. Башта урыҫтар ҡырымлыларҙы ҡыҫырыҡлай башлайҙар. әммә Шереметев яраланғандан һуң, отряд паникаға бирелә. Был киҫкен мәлдә воеводалар Басманов һәм Сидоров үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алалар һәм ғәскәрҙең ҡалдыҡтарын йыйып алып, оборонаға күсәләр. Дәүләткирәй сигенә башлай.
1556 йылда урыҫ ғәскәрҙәре Әстерхан ханлығын яулап алалар.
Әстерханды алғандан һуң урыҫ ғәскәрҙәре Ҡырым ханлығына ҡаршы походтарын башлай (1556, 1558 һәм 1559 йылдар), уларҙың Днепрҙағы ҡәлғәләренә ҙур зыян килтерәләр. 1559 йылдың яҙында Мәскәү воеводаһы Даниил Адашев 8 меңлек ғәскәр менән көнбайыш Ҡырымға килеп төшә һәм Күзле ҡалаһын (төп ҡырым порты) һәм эргә-тирәләге райондарҙы талай.
Урыҫ дәүләтенең Ливония һуғышына инеүе Дәүләткирәй өсөн бик ыңғай була, сөнки был осорҙа дәүләттең көньяҡ сиктәре бик насар һаҡлана. Ҡырым ханлығы үҙ һөжүмдәрен яңырта (1560—1562)[2].
Нуғай Урҙаһы Мәскәү менән союздаш бәйләнештәрен тулыһынса өҙә һәм урыҫтарға ҡаршы коалицияға ылыға.
1567 йылдан Ҡырым ханлығы походтары йыл һайын башҡарыла башлай[2]. 1570 йылда ҡырымлылар Рязань тирәһен тулыһынса бөлгөнлөккә төшөрәләр.
Кремль баҙында урыҫ ғәскәрҙәренең яраланған баш командующий кенәз Иван Бельский «уттың ҡыҙыулығынан» үртәлеп һәләк була.
1563 һәм 1569 йылдарҙа Дәүләткирәй төрөк ғәскәрҙәре менән берлектә Әстерханға ике поход ойоштора, икеһе лә уңышһыҙ була[3]. 1569 йылғы поход күпкә етдирәк була: йәйәүле төрөк армияһы һәм татар атлылары менән бергә Дон йылғаһы буйлап төрөк флоты күтәрелә, ә Волга һәм Дон араһында төрөктәр судоходство каналын төҙөй башлайҙар. Әстерханды артиллерияһыҙ ун көн ҡамау һөҙөмтә бирмәй, өҫтәүенә бик көслө ямғырҙар яуа, кенәз П. С. Серебряный етәкселеге аҫтында гарнизон бөтә һөжүмдәрҙе кире ҡаға. Канала төҙөү проекты ла уңышһыҙ тамамлана. Дәүләткирәй ан Төркиәнең был төбәктә көсәйеүе менән ҡәнәғәт булмай һәм аҫтыртын рәүештә походҡа ҡамасаулай[4].
1571 йылғы кампания
үҙгәртергә1571 йылдың яҙында Дәүләткирәй ҡырымлылырҙан һәм нуғайҙарҙан торған бик ҙур ғәскәр туплай (төрлө баһалар буйынса, 40 меңдән 120 меңгә тиклем) Рәсәйгә табан походҡа сыға. Урыҫ ғәскәрҙәре составында башҡорттар отрядтары була, шәжәрә мәғлүмәттәренә ярашлы, һуғышта Сураш етәкселегендә ҡаңлы ырыуы башҡорттары ҡатнаша[5].
Татарҙар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ йорттарҙы үртәйҙәр. Көслө ел утты ҡалаға йәйелдерә, һөҙөмтәлә Мәскәү тулыһынса утта ҡала. Баҙҙарҙағы шартлауҙар ҡәлҫә диуарҙарын емерә. Янғын Кремлгә килеп етә, тимер сымдар шартлап һына, Опричный һарай батша һарайы менән бергә тулыһынса яна, унда хатта ҡыңғырауҙар (колокол) иреп бөтә.
Урыҫ ғәскәрҙәренең төп көстәре Ливонияла һуғышыуын дауам итә, Дәүләткирәй ғәскәренә ҡаршы бары тик 600 ратник тора. Ҡырым татарҙары Угра аша сығып, Окалағы урыҫ нығытамаларын урап үтәләр һәм урыҫ ғәскәренең флангына һөжүм итәләр.
Урыҫ һуғышсылары паникаға бирелеп, Дәүләткирәйгә Мәскәүгә юлды асалар. Иван Грозный үҙе төньяҡҡа ҡасырға мәжбүр була.
Билдәле булыуынса, Дәүләткирәй башта Мәскәүгә тиклем барып етергә ниәтләмәй, әммә урыҫ ғәскәрҙәренең һәм рәсәйҙең, дөйөм алғанда, рәттән бер нисә уңдырышһыҙ йылдарҙан, Ливония һуғышы һәм опричнинан һуң көсһөҙләнеүе тураһында белгәс, уңайлы мәлде файҙаланмаҡ була.
Һөжүм зыяны һәм һөҙөмтәләре
үҙгәртергә23 майға Дәүләткирәй ғәскәре Мәскәүгә яҡынлаша. Урыҫ ғәскәрҙәре ҡала тирәһендә, мөмкин тиклем көстәрен йыйып, оборонаға әҙерләнә.
Берҙән-бер хәүефһеҙ урын Кремль һәм ҡытай-ҡала була, уларҙы ҡырым татарҙары ауыр артиллерияһыҙ ала алмаҫтар ине, әммә Дәүләткирәй ҡәлғәне һөжүмләргә уйламай, 24 майҙа ул посадтың һаҡланмаған өлөшөн (бында сауҙасылар, һөнәрселәр һәм ҡасаҡтар туплана) талай башлай.
Был мәшһәрҙә иҫән ҡалғандарҙың хәтерләүенсә, паникаға бирелгән халыҡ татарҙарҙан йыраҡ ятҡан ҡала ҡапҡаларына ағыла: кемдер төтөндән тонсоға, кемдер яна, кемдер тапалып үлә, кемдер, уттан ҡасып, Мәскәү йылғаһында батып үлә. Йылға тиҙ арала бисараларҙың мәйеттәре менән тула.
Был мәшһәрҙә иҫән ҡалғандарҙың хәтерләүенсә, паникаға бирелгән халыҡ татарҙарҙан йыраҡ ҡала ҡапҡаларына ағыла: кемдер төтөндән тонсоға, кемдер яна, кемдер тапалып үлә, кемдер, уттан ҡасып, Мәскәү йылғаһында батып үлә. Йылға тиҙ арала бисараларҙың мәйеттәре менән тула.
Төньяҡ Кавказдан күп кенә адыгей кенәздәре ҡырым ханы яҡлы булалар.
И прииде царь крымской к Москве и Москву выжег всю, в три часы вся сгорела, и людей без числа згорело всяких— Урыҫ йылъяҙмаларының тулы йыйынтығы. 13-сө том. 191 б.
Өс сәғәт эсендә Мәскәү тулыһынса тиерлек янып бөтә. Икенсе көндө Дәүләткирәй табыштары һәм әсирҙәре кире яҡҡа сыға, юлда Кашираны ҡыйрата һәм Рязань ерҙәрен талай. Тар-мар ителгән урыҫ ғәскәре ҡырым татарҙарын эҙәрлекләргә үҙендә көс тапмай.
Замандаштар яҙыуынса, 1571 йылдың 24 майында һәләк булған Мәскәү кешеләрҙең һәм ҡасаҡтарҙың мәйеттәрен йыйып алыу өсөн генә ике ай ваҡыт талап ителә. Ҡаланы тергеҙеү өсөн башҡа ҡалаларҙан кешеләрҙе күсерәләр.
Мәғлүмәт сығанаҡтары буйынса, ҡорбандар һаны, 20 меңдән 80 мең кешегә тиклем (А. А. Зимин. Опричнина Ивана Грознго. М., 1964. 454—458 с.)[6].
Һөжүм зыянын баһалау бик ауыр. Сит ил мәғлүмәттәре буйынса, 1520 йылда Мәскәүҙә 100 000 кеше йәшәһә, 1580 йылға ҡалала 30 меңдән дә күберәк кеше йәшәмәй.
80 меңгә тиклем Урыҫ дәүләте кешеләре Ҡырым ябырылыуының ҡорбандары була, 150 мең кеше әсирлеккә алына. Ҡайһы бер тарихсылар был һанды арттырылған тип һанай (30 ҡала, шул иҫәптән мәскәү, үртәлә[5]), әммә юғалтыуҙар ысынлап та ифрат ҙур була.
Кәмһетелгән Иван Грозный Дәүләткирәйгә Әстерхан ханлығын кире ҡайтарырға риза була, әммә Ҡаҙанды азат итергә теләмәй[5]. Шулай уҡ «опричнина» һүҙе лә тыйыла.
1572 йылда Мәскәү дәүләтен аслыҡ бөлдөрә, чума эпидемияһы дауам итә[7]. Ливония һуғышында рус армияһы Ревелтирәһендә еңелеүгә дусар була, ғәскәрҙең күпселек өлөшө — Прибалтикала һәм башҡа көнбайыш рубеждарында. Урыҫ баш ҡалаһы ҡырымлыларға еңел табыш булып тойола.
1572 йылғы кампания
үҙгәртергә1572 йылда Мәскәү дәүләте аслыҡтан һәм тағун ауырыуынан интегә[7]. Ливония һуғышында рус армияһы Ревель тирәһендә уңышһыҙлыҡҡа тарый, ғәскәрҙең күпселек өлөшө Прибалтикала һәм көнбайыш сиктәрендә була. Шуға күрә урыҫ баш ҡалаһы ҡырымлыларға еңел табыш тип тойола.
Яҡтарҙың әҙерләнеүе
үҙгәртергәҠырымлыларға Европала иң эре державаларҙың береһе Ғосман империяһы ҡеүәт биреп тора. Бындай хәлдә хан Рәсәйҙән Урта һәм көньяҡ Волга буйын тартып алырға ғына түгел, Мәскәүҙәлә яуларға ниәтләнә.
1572 йылдың майына ҡарата урыҫтар яңы ябырылыуҙы көтөп, көньяҡ сиктәрҙә опричнина һәм земство ғәскәрҙәрен туплай (яҡынса 12 мең дворян, 2035 стрелец һәм атаман Михаил Черкашиндың 3800 каҙагы). Төньяҡ ҡалаларҙың ополчениелары менән бергә бөтәһе 20 мең кеше йыйыла. Ғәскәр башында воевода кенәз Михаил Иванович Воротынский һәм опричнина воеводаһы кенәз Дмитрий Иванович Хворостинин торалар.
Һан яғынан ҡырымлылар күпкә өҫтөнлөрәк булалар(100 мең һыбайлылар[5]). Баҫып алыуҙа Ҡырым армияһынан, Оло һәм Кесе нуғай урҙаларынан һәм төрөк яныҫарҙарынан 40-50 мең кеше ҡатнаша. Шулай уҡ хандың ҡарамағында төрөк артиллерияһы була.
Урыҫ командованиеһы төп көстәрен, Рязань яғынан юлдарҙы ябып, Коломна тирәһендә урынлаштыра. Шулай уҡ көньяҡ-көнбайыштан, Уғра районынан, һөжүм итеү мөмкинлеген иҫәпкә ала. Кенәз Хворостини иң ситке уң флангыға Калугаға ебәрелә.
Баҫып инеү
үҙгәртергә1572 йылдың 23 июнендә баҫып инеү башлана. Нуғай атлылары Тулаға ынтыла һәм өсөнсө көнгә Серпуховтан өҫтәрәк Ока аша үтергә маташа, әммә ҡарауыл полкы тарафынан кире ҡағыла. Хан үҙенең армияһы менән Серпухов тирәһендәге Ока аша сығыу урындарына килеп етә. Урыҫтар дошманды Ока аръяғында нығытылған позицияларҙа көтә.
Урыҫтарҙың ныҡлы оборонаһына теркәлеп, Дәүләткирәй Сенькина брода районында һөжүмен яңырта. 28 июлдең төнөндә нуғай атлылары йылға аша сығыу урындарын баҫып ала, шул төн эсендә үк улар төньяҡҡа табан төпкә үтеп инәләр. Хворостинин иртәнсәккә килеп етә, әммә алышҡа инмәй. Дәүләткирәй урыҫ армияһының тылына сыға һәм Серпухов юлынан бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Мәскәүгә табан шылыша башлай.
Молоди ауылы эргәһендәге яу
үҙгәртергәМолоди ауылы тирәһендә (Мәскәүгә 45 саҡрым көньяҡҡараҡ) арьергард ғәскәрҙәре менән алыш була. Ҡырымлылар һөжүмгә ҡаршы тора алмайҙар һәм ҡасалар. Хворостянин уларҙы хан ставкаһына тиклем эҙәрлекләп ҡыуа. Дәүләткирәй улдарына ярҙамға 12 мең ғырым һәм нуғай һыбайлыларын бирергә мәжбүр була. Алыш киңәйә. Воевода Воротынский уңайлы урын табып, хәрәкәтсән нығытма булдырырға ҡуша — Молоди ауылы янында гуляй-город. Урыҫ полкы нығытма эсендә йәшеренә.
Күп тапҡыр өҫтөнлөклө дошман көстәре Хворостянинды сигенергә мәжбүр итә. Әммә ул мәкерле рәүештә үҙ артынан ҡырымлыларҙы «гуляйүгород» диуарһарына ылыҡтыра. Нығытма эсенән терәп атыуҙар атлылар сафына кинәт ҡурҡыу тойғоһон индерә һәм дошман кире яҡҡа ташлана.
Көнө буйы Ҡырым ғәскәрҙәренең бер ҙур өлөшө Пахра артында тора, ә һуңынан Молоди ауылына табан йүнәлә. Урыҫ оборона позициялары ҡалҡыулыҡта урынлаша. Рожайка йылғаһы аръяғында 3 мең стрелец тора.
Ҡырымлылар Пахранан Рожайкаға тиклемге араны бик тиҙ үтә һәм бөтә көсө менән урыҫ позицияларына ябырыла. Нығытмала йәшеренгән яугирҙар атлылар һөжүмен кире ҡаға. Баҫҡынсылар ҙур юғалтыуҙарға дусар ителә, әммә урыҫтарҙың да аҙыҡ-түлек һәм һыу запастары сикләнгән була.
2 августа Дәүләткирәй һөжүмде ҡабатлай. Көн батышына Воротынский нығытманы ташлап сыға һәм баҫҡынсыларҙың тылына инә. Гуляй-город территорияһының оборонаһы Хворостининҡа йөкмәтелә. Алдан һөйләшелгән шарт буйынса Хворостинин бөтә булған орудиеларҙан залп эшләй һәм, нығытманан килеп сығып, дошманға ташлана. Ошо уҡ мәлдә Воротынскийҙың полктары ябырыла. Ҡырымлылар ҡаса, уларҙың бик күбеһе үлтерелә йәки әсирлеккә алына. Һәләк булғандарҙың араһында хандың бер улы ла була. Киләһе көндө урыҫтар дошманды эҙәрлекләүҙе дауам итәлә һәм хан Окала ҡалдырған арьергардты ҡыйраталар[5].
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәТөрөк армияһының 1759 йылда Әстерхан тирәһендә һәләк булыуы һәм 1572 йылда Мәскәү тирәһендә ҡырым ғәскәренең ҡыйратылыуы Гәрәйҙәрҙең Волга буйында хакимлыҡҡа дәғүә итеүҙәренә нөктә ҡуя һәм Кавказ йүнәлешендә Рәсәй экспансияһына юл аса.
Дәүләткирәй I-гә, Ҡырымдың башҡа башлыҡтарына кеүек үк, үҙҙәренең туғандарын Ҡаҙан тәхетенә ултыртырға насип улмай. Ҡырым ғәскәрҙәре бынан һуң да 100 йыл дауамында урыҫ ерҙәренә ябырылыуҙарын дауам итәләр. Уларҙың араһынан иң эреһе 1591 йылда була, ул йылда ҡырым-нуғай ғәскәре Мәскәүҙе ҡамауға өлгәшә, әммә урыҫ ғәскәрҙәре ҡырым армияһын тар-мар итә һәм хан ғәскәрҙәренең ҡалдыҡатры менән иленә ҡаса. Яйлап үлсәү тәрилкәһе Рәсәй дәүләте яғына ауыша бара. XVIII быуат уртаһында Рәсәй армиялары (Миних һәм Ласси) 1735—1739 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы ваҡытында Ҡырымға бәреп инә һәм уны бөлгөнлөккә төшөрә. 1783 йылда, сираттағы рус-төрөк һуғышында еңгәндән һуң, Ҡырым ханлығы тулыһынса бөтөрөлә һәм Рәсәй империяһына ҡушылдырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Каргалов, 1974, с. 38―39
- ↑ 2,0 2,1 Королюк В. Д. Ливонская война / Новосельский А. А.. — М.: Издательство Академии Наук СССР, 1954. — 108 с. — 25 000 экз.
- ↑ Астрахань, Астраханское ханство . Дата обращения: 9 апрель 2013. Архивировано 15 апрель 2013 года.
- ↑ Астраханский поход . Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 231—232 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Комментарии // Записки о России. XVI — начало XVII в. / Под ред. В. Л. Янина; Пер. и сост. А. А. Севастьяновой. — М.: Изд-во МГУ, 1990. — С. 177. — 100 000 экз. — ISBN 5-211-002912-1.
- ↑ 7,0 7,1 Борисенков Е.П., Пасецкий В. П. Тысячелетняя летопись необычайных явлений природы. — М.: Мысль, 1988. — 522 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-244-00212-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 231—232 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Виппер Р. Ю. Иван Грозный. — 3-е дополненное издание. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1944. — 160 с. — (Научно-популярная).
- Чернов А. В. Вооружённые силы Русского Государства в XV-XVII вв. — М.: Воениздат, 1954. — 224 с.
- Патриаршая или Никоновская летопись // Полное собрание русских летописей. — М.: Наука, 1965 (репринт издания 1904 года). — Т. XIII.
- Каргалов В. В. На степной границе: Оборона «крымской украины» Русского государства в первой половине XVI столетия / Отв. ред. А. М. Сахаров. — М.: Наука, 1974. — 184 с. — (Научно-популярная серия АН СССР).
- Скрынников Р. Г. Иван Грозный. — М.: Наука, 1983. — 248 с. — 200 000 экз.
- Андреев А. Р. Неизвестное Бородино: Молодинская битва 1572 года. — М.: Издательство Межрегионального центра отраслевой информатики Госатомнадзора России, 1997. — 251 с.
- Валишевский К. Иван Грозный. — М.: Астрель, 2001. — 416 с. — ISBN 5-17-005555-2.
- Базилевич В. М. Из истории московско-крымских отношений в первой половине XVII века. Киев, 1914. 23 с.
- Халим Гирай султан. Розовый куст ханов, или История Крыма. — Симферополь, 2004. — 288 с. — ISBN 966-8584-37-6.
- Гайворонский О. Страна Крым. Крымское ханство в лицах и событиях. — Симферополь, 2004. — Т. I. — 94 с. — ISBN 966-8584-60-0.
- Гайворонский О. Страна Крым. Крымское ханство в лицах и событиях. — Симферополь, 2006. — Т. II. — 96 с. — ISBN 966-366-009-0.