1558-1583 йылдарҙағы Ливония һуғышы — XVI быуатта Рус дәүләтенең Прибалтика өсөн Ливон орденына, Швецияға, Польшаға һәм Бөйөк Литва кенәзлегенә ((1569 йылдан — Речь Посполитая) ҡаршы һуғышы[1] (йәки низағтар серияһы). Хәрби ғәмәлдәр башлыса хәҙерге Эстония, Латвия, Белоруссия һәм Төньяҡ-Көнбайыш Рәсәй территорияларында бара.

Ливония һуғышы
Рәсем
Урын Төньяҡ Европа[d]
Ваҡиға ваҡыты 22 ғинуар 1558
Башланыу датаһы 17 ғинуар 1558
Тамамланыу датаһы 26 май 1583
Ҡатнашыусылар Речь Посполитая, Урыҫ дәүләте һәм Бөйөк Литва кенәзлеге
 Ливония һуғышы Викимилектә

Һуғыш Рус батшалығының 1558 йылдың 17 ғинуарында Ливонияға һөжүменән башлана, һөжүмдә Ҡасим ханлығы ханы Шаһәли етәкселегендә 40 мең кеше ҡатнаша. Ливония һуғышында башҡорттар ҙа ҡатнаша[1].

Һуғыштың беренсе этабында (1558—1861) урыҫ ғәскәрҙәре шаҡтай ҙур уңыштарға ирешә, 11 майҙа — Нарваны, июндә — Нейгаузен ҡәлғәһен, 18 июлдә — Дерпт (Юрьев) ҡалаһын, көҙгә ҡарай Көнсығыш Ливонияны баҫып алалар. 1560 йылдың 2 авгусында Эрмес ҡәлғәһе тирәһендә алыш була, нәҡ ошо алыш барышында кенәз В. И. Барбашин етәкселегендә (башҡа сығанаҡтар буйынса кенәз П. И. Шуйскийҙың етәкселегендә) Ливон орденының төп көстәрен ҡыйрата, шул уҡ йылдың 21 авгусында Феллин ҡалаһы яулана[1]. 1561 йылда Вилен килешеүҙәре буйынса Ливон конфедерацияһы бөтөрөлә, уның бер өлөшө Бөйөк Литва кенәзлегегә ҡарата Курляндия һәм Семигалия герцоглығы (вассал рәүешендә) итеп үҙгәртелә, икенсе өлөшө Бөйөк Литва кенәзлеге составына инә.

Ошо ваҡыттан алып Рус батшалығы һәм Бөйөк Литва кенәзлеге һуғыш хәлендә булалар, һуғыш башлыса Литва территорияһында бара.

Һуғыштың икенсе этабында (1562—1578) урыҫ ғәскәрҙәре үҙгәреүсән уңыштар менән Польша, Литва һәм Швеция армияларына ҡаршы хәрби ғәмәлдәр алып бара. 1563 йылдың 15 февралендә урыҫ ғәскәрҙәре тарафынан Полоцк алына, әммә артабан уңыш урыҫтар яғында булмай, сөнки улар Чашниктар янындағы алышта еңеләләр.

Чашниктар тирәһендәге алыш. 1564

. Бынан һуң тиҙ арала опричнина (шул замандағы махсус ғәскәр) (1565—1572) индерелә. Бөйөк Литва кенәзлеге 1569 йылда Польша короллеге менән берҙәм Речь Посполитаяға берләшә. 1573 йылда Вейсенберг ҡәлғәһе яулана, 1570-се йылдарҙың урталарында 20-нән ашыу ҡала яулап алына (Динабург, Крейцбург, Люцин, Розиттен, Шваценбург һәм башҡалар). 1578 йылдың октябрендә Венден ҡалаһы тирәһендә рус армияһы Литва-Польша ғәскәрҙәре тарафынан ҡыйратыла[1].

Һуғыштың өсөнсө этабында (1579—1883) урыҫ ғәскәрҙәре поляк короле Стефан Баторийҙың һәм швед ғәскәрҙәре һөжүмдәренә ҡаршы алыштар алып баралар. 1579 йылдың 1 сентябрендә Речь Посполитая армияһы Полоцк ҡалаһын кире ҡайтарып ала. 1580 йылдың 6 авгусында — Велиж ҡалаһын, 6 сентябрҙә — Великие Луки ҡәлғәһен яулай. Швед ғәскәрҙәре Прибалтика территорияһын баҫып алалар, 1580 йылдың ноябрь айында Корела ҡәлғәһен, 1582 йылда Нарваны ҡайтаралар[1].

Һуғыш сәбәптәре һәм һөҙөмтәләре

Рәсәй тарихи фәнендә XIX быуаттан алып Рәсәйгә һуғыш Балтик диңгеҙенә сығыу өсөн кәрәк булған, тигән фекер нығынған. Хәҙерге ваҡыттағы ҡайһы бер ғалимдар башҡа төрлө сәбәптәр билдәлә.

1-се сәбәп. Иван IV Рәсәйҙең гео-сәйәси мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп, Ливониянан «Юрий яһағын» түләтеү маҡсатында һуғыш башлай[2][3]. Был фекер менән риза булған тарихсылар, Рәсәй һәм Европа араһында «ливон кәртәһе» булыуын билдәләй, илдә техник һәм мәҙәни яҡтан артта ҡалыуҙы еңеп сығыу өсөн әлеге «кәртәне» емерергә кәрәк була[4]. «Кәртә» булыуын дәлилләү өсөн йыш ҡына Ганс Шлитте эшен миҫал итеп килтерәләр. Ганс Шлитке, Иван IV урыҫ хеҙмәтенә төрлө һөнәр буйынса 300 оҫтаны йәлеп итә, әммә ливондар тарафынан тотола һәм үлтерелә[5].

Ҡайһы бер тарихсылар башҡа фекер йөрөтә: Иван IV Ливонияла ҙур күләмле һуғыш башларға ниәтләмәй, киреһенсә, урыҫ ғәскәрҙәрен Ҡырым йүнәлешендә ҡулланырға уйлай, 1858 йылғы хәрби кампанияһы ливондарҙы вәғәҙә ителгән яһаҡты түләргә мәжбүр итеү маҡсатында башлана[6]. Мәҫәлән, тарихсы Александр Филюшкин фекеренсә, Рәсәй яғынан һуғыш «диңгеҙ өсөн көрәш» тип әйтеп булмай, сөнки билдәле булған бер документтарҙа диңгеҙ тураһында телгә алынмай[7].

Ливония һуғышы Көнсығыш Европалағы ваҡиғаларға һәм йәлеп ителгән дәүләттәрҙең эске эштәренә бик ҙур йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә Ливон ордены үҙ йәйәшен тамамлай, һуғыш Речь Посполитаяның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, ә Урыҫ дәүләтен иҡтисади көрсөккә килтерә.

2-се сәбәп. 1557 йылда Ливон конфедерацияһы һәм Польша-Литва унияһы араһында Позволь килешеүе төҙөлә һәм әлеге килешеү 1554 йылҫы урыҫ-ливон килешеүҙәрен юҡҡа сығара[8][9]. Ул ваҡыттағы ваҡиғалар шаһиттары (Т. Бреденбах, И. Реннер[10])) һәм һуңғы осорҙарҙағы тикшеренеүселәр нәҡ ошо килешеү Иван IV-не, Поляк короллегенә һәм Бөйөк Литва кенәзлегенә Ливонияла нығынырға бирмәҫ өсөн[11][12][13], 1558 йылдың ғинуарында ҡәтғи хәрби ғәмәлдәргә этәрә[14][15].

Әммә ҡайһы бер башҡа тарихсылар фекеренсә, Позволь килешеүенең Ливония тирәһендәге хәл-тороштоң үҫешенә йоғонтоһо ҙур булмай, сөнки килешеү буйынса Мәскәүгә ҡаршы хәрби союз 12 йылға кисектерелеп тора[16]. Э. Тибергтың фекере буйынса, ул ваҡытта Мәскәүҙә килешеү тураһында бөтөнләй белмәгәндәр[17][9].

3-сө сәбәп. 1560 йылдың ғинуарында швед короле Густав Вазеға яҙған хатында Иван Грозный яһаҡтан башҡа, урыҫ сиркәүҙәрен мыҫҡыллау һәм урыҫ сауҙагәрҙәренең мөлкәтен тартып алыу тураһында яҙа[18]. Иван IV император Фердинанд I Габсбургҡа 1560 йылдың 20 февралендә һәм 1563 йылдың көҙөндә Литва илселәренә ошондай уҡ мәғәнәлә яуап бирә[18].

1582 йылдың 15 ғинуарында Псковтан көньяҡҡараҡ урынлашҡан Заполье Ямы тирәһендә Урыҫ дәүләте һәм Речь Посполитая араһында 10 йылға солох килешеүе төҙөлә. Килешеүгә ярашлы Урыҫ дәүләтенә поляк ғәскәрҙәре яулаған ҡалалар ҡайтарыла, ә Урыҫ дәүләте, үҙ сиратында, Көнсығыш Ливониянан, шулай уҡ Велиж һәм Полоцк ҡалаларына баш тарта. 1583 йылда Плюсса йылғаһында Урыҫ дәүләте һәм Швеция араһында ваҡытлыса килешеүгә (Плюсса ваҡытлы килешеүе) ҡул ҡуйыла. Швецияға өйәҙҙәре менән бергә Ивангород, Ям, Копорье, Корела ҡәлғәләре бирелә. Урыҫ дәүләте үҙ артынан Нева йылғаһы тамағындағы территорияларҙы һаҡлап алып ҡала[1]. Ливон конфедерацияһының элекке территорияһы Речь Посполитая, Швеция һәм Дания үҙ-ара бүлешә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 242—243 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  2. Шаскольский И. П. Русско-ливонские переговоры 1554 г. и вопрос о ливонской дани // Международные связи России до XVII в. — М.: АН СССР, 1961. — С. 376—399. — C. 377.
  3. Хорошкевич, 2003, с. 204
  4. Соловьёв С. М. Сочинения: в 18 кн. — М.: Голос, 1993—1998. — Кн. 3: История России с древнейших времён. Т. 5—6. — 1993. — 758 с. — С. 481—483.
  5. Фречнер, 2006, с. 144—146
  6. Волков В. А. Войны и войска Московского государства. — М.: ЭКСМО, 2004. — 572 с.
  7. Филюшкин А. И. Дискурсы Ливонской войны // Ab Imperio: Теория и история национальностей и национализма в постсоветском пространстве. — 2001. — № 4. — С. 46—80.
  8. Попов, Филюшкин, 2009, с. 181—182
  9. 9,0 9,1 Пенской, 2017, с. 22
  10. Филюшкин А. И. Особенности рассказа о Ливонской войне хроники Иоганна Реннера // Studia Slavica et Balcanica Petropolitana. — СПб.: СПбГУ, 2011. — № 1 (9). — С. 95. — ISSN 1995-848X.
  11. Королюк, 1954, с. 35—36
  12. Donnert, 1963
  13. Madariaga, 2006, p. 127
  14. Kirchner, 1970, p. 38
  15. Frost, 2014, p. 48
  16. Попов, Филюшкин, 2009, с. 165—167
  17. Пенской, 2012, с. 84
  18. 18,0 18,1 Флоря Б.Н. К вопросу о начале писательской деятельности Ивана IV (рус.) // Древняя Русь и вопросы медиевистики : Научный журнал. — 2004. — № 2. — С. 3—7.

Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 242—243 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә