Яҫауыл
Яҫауыл (рус. Есаулово) — 1970-се йылдарға тиклем Башҡортостандың Балаҡатай районында йәшәп килгән ауыл. Яҫауыл ауыл Советының административ үҙәге. Хәҙерге ваҡытта Урғалы ауылы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1672 кеше[1]. Почта индексы — 452570, ОКАТО коды — 80210834001.
Яҫауыл | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Балаҡатай районы |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 52 км
- Златоуст ҡалаһына тиклем: 64 км
Хәҙерге көндә Әй бассейнына ҡараған Оло Урғыла йылғаһы буйында торған тимер юл станцияһы ауылы Урғалы составына ингән Яҫауыл ауылы район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 52 километр алыҫлыҡта урынлашҡан булған[2].
Тарихы
үҙгәртергә1837 йылда Ырымбур казак ғәскәренә инеүҙән баш тартҡан һәм әйлеләр еренә күсеп килгән 6-сы кантон (Силәбе өйәҙе) башҡорттары Яҫауыл (Есаулова) ауылына нигеҙ һалған. Исеменең барлыҡҡа килеүе тәүге төпләнеүселәрҙең яҫауыл хәрби дәрәжәһе менән бәйле.
Яҫауыл ауылына 1725—1755 йылдарҙа Ҡыр-Йылан улусындағы Балтай һәм Түбәнге Бишенде ауылдарына керҙәштәр сифатында нигеҙ һалған, һәм Әйле улусында ергә биләү хоҡуғын һаҡлап ҡалған һәм ҡабаттан тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан Әйле башҡорттары нигеҙ һала.
XIX—XX быуат башында йәшәгән халыҡтың традицион шөғөлдәре — малсылыҡ һәм игенселектән тыш, ағас күмере яндырыу, ағас әҙерләү, һалабаш әҙерләү, мискә яһау менән шөғөлләнгән. Һалабаштан бау ишкәндәр, сүс яһағандар. Яҫауылда һәм башҡа тирә-яҡ ауылдарҙа оҫта быйма баҫыусылар, балта оҫталары, ағас мискә яһаусылар (бондари), тире иләүселәр йәшәгән. 1858 йылда мәсет төҙөлә. Күрше Ҡуҫа, Златоуст, Өпәйле ҡалалары менән сауҙа бәйләнештәре урынлаштырылған булған[3].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1847 | 2-се Әйле улусы | 4-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 2-се Әйле улусы | 4-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | 2-се Әйле улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | 2-се Әйле улус Советы (1918 й.), Яҫауыл ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Яҫауыл ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Яҫауыл ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | яҫауыл ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Урғалы ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Яҫауыл ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергәЯҫауыл 4-се башҡорт кантонының 2-се Әйле улусына ингән.
1832 йылда аҫаба башҡорттар һәр ир-ат башына 40 дисәтинә (артабан 60-ар дисәтинә) ер бүлеү, шул уҡ ваҡытта аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан йәки башҡа улустарҙың ерендә йәшәгән керҙәш башҡорттарға — 15-әр дисәтинә ер бүлеү тураһында закон сығарыла. Шул саҡта башҡорттар һәм башҡа ҡатламдар араһында ер хоҡуҡтарын асыҡлау хәрәкәте башлана ла инде. Троицк өйәҙенең 5-се кантон идарасыһы тарафынан зауряд-хорунжий Ҡолшәриповҡа бирелгән губернаторҙың 1851 йылдың 25 ноябрендә донъя күргән бойороғонда Бәләбәй өйәҙенең 13-сө кантоны башҡорттарынан 55 кешегә «әлеге ваҡытта йәшәп ятҡан урындарында ер биләмәләре етмәү сәбәпле, Троицк өйәҙендәге Урғыла йылғаһы буйындағы үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә күсеп ултырырға рөхсәт итергә һәм яңы Яҫауыл ауылында, тәҡдим ителгән араны һаҡлап, йорттар төҙөргә, сыуал урынына голланд мейестәр талап итмәҫкә» тип яҙылған. Яҫауыл ауылы атамаһы аҫаба ерҙәренә кире әйләнеп ҡайтҡан ике зауряд-яҫауыл Сәйетбаттал менән Сәйетборхан Ҡотлояровтарҙың хәрби дәрәжәһе менән бәйле, тип аңлатыла.
1837 йылда, Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы рөхсәте менән, Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы Балтай һәм Түбәнге Бишенде ауылдарынан бер төркөм әйлеләр Троицк өйәҙенә ҡайтып, Арыҫлан ауылына (Әбдрәзәк, Кесе Туғыҙлы) нигеҙ һала. Ҡыр-Йылан еренә күсеп киткән әйлеләр башлыса Туғыҙлы ауылы кешеләре була[4].
1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Яҫауылдағы 40 йортта 234 аҫаба башҡорт йәшәгән.
1870 йылда Яҫауыл ауылындағы 37 йортта 230 кеше донъя көткән.
XIX быуат аҙағында Яҫауыл ауылында земство һәм 1890 йылдан урыҫ-башҡорт мәктәптәре эшләгән. Мәсет булған.
Яҫауыл ауылы ҡыҙыл балығы менән дан тотҡан Оло Урғыла йылғаһы буйында урынлашҡан. Игенселек өсөн бында яраҡлы шарттар булмаған. «Һөрөнтө ерҙәр урман менән ҡапланған тауҙар менән уратып алынған уйһыулыҡта урынлашҡанлыҡтан, ямғырлы йылдарҙа урын һаҙлыҡҡа әйләнгәнлектән, еүешләнгән игенде ҡырау һуҡҡан». Ер бер төрәнле көңгөр һуҡа ярҙамында эшкәртелгән. XIX быуат аҙағында бер генә елгәргес булған. Өс йорт хужаһы мал аҫырамаған. Йыл һайын 20-гә яҡын кеше күрше заводтарға аҡса эшләргә киткән[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1905 йылда Яҫауыл ауылындағы 113 хужалыҡта 520 кеше йәшәгән.
Яҫауыл эргәһендә 1911 йылда Златоуст өйәҙе территорияһында Көнбайыш Урал (хәҙер — Көньяҡ Урал) тимер юлының Бирҙәүеш-Дружинин участкаһын төҙөгәндә Урғалы станцияһы ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Уралдың сәнәғәт үҙәген ТрансСебер тимер юл магистрале менән тоташтырыу маҡсатында, Бирҙәүештән Наҙы-Петровск йүнәлешендә 1910—1919 йылдарҙа тимер юл тармағы төҙөлә[6]. в 1912—533, в 1917—809 (148 дворов).
1920 йылдан алып — 2-се Әйле улусы составындағы Яҫауыл ауыл Советы үҙәге, 1930 йылдан — Балаҡатай районында Яҫауыл ауыл Советы үҙәге. 1930-1940-сы йылдарҙа Булашев исемендәге колхоздың (артабан — «Октябрҙең 20 йыллығы»), 1950 йылдар башынан «Ҡыҙыл партизан» колхозының (Калинин исемендәге) үҙәк усадьбаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яҫауылдан, Урғалынан һәм башҡа тирә-яҡтағы ауылдарҙан 418 кеше фронтҡа китә, 271 кеше һәләк була. Яҡташ яугирҙарға һәйкәл 1991 йылда ҡуйылған[7].
Заманында Яҫауыл ауылында урта мәктәп, Мәҙәниәт йорто, участка дауаханаһы, поликлиника була. 1970-се йылдарҙа һыу үткәргес төҙөлә[8].
XX быуаттың 70-се йылдарында 1837 йылда 6-сы кантон башҡорттары нигеҙ һалған Яҫауыл (Есаулово) ауылы Урғалыға ҡушыла.
2007 йылдан ҡушылған ауыл рәсми сығанаҡтарҙа Урғалы атамаһы менән билдәле[9][10].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәУрғалы ауылында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 154 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 321 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1024 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яҫауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 564, 568 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
- История д. Есаулово 2021 йыл 12 июнь архивланған.
- Поселок Есаулово Белокатайского района Республики Башкортостан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яҫауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 564, 568 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 564, 568 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
- ↑ Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
- ↑ История д. Есаулово 2021 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Яҫауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |