Башҡорт полктары һәйкәле

Башҡорт полктары һәйкәле1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында урынлашҡан.

Һәйкәл
Башҡорт полктары һәйкәле
Ил Рәсәй Федерацияһы
Урыны Башҡортостан, Сибай ҡалаһы
Нигеҙләнгән 2012 йыл
Бейеклеге 7,5 метр
Материал бронза

Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуына арналған Башҡортостанда тәүге һәйкәл.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, башҡорттар тарафынан 20 полк ойошторолған, шуларҙың өсөһө хәҙер Сибай ҡалаһы урынлашҡан урында — Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡушылған ерҙә формалашҡан.

Башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл 2012 йылдың 12 октябрендә тантаналы рәүештә асылған. Һәйкәлдең авторы – В. И. Кириллов етәкселегендәге ижади коллектив[1].

Һәйкәл Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты менән Ф.Белов урамы киҫелешендәге скверға ҡуйылған.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Һәйкәл атҡа атланған башҡорт яугиры скульптураһынан ғибәрәт. Яугир ҡулында ян тотҡан.

Бронзанан яһалған һәйкәлдең бейеклеге — 3,5 метр. Ә ул ҡуйылған постаменттың бейеклеге 4 метр тәшкил итә. Постамент гранит менән йөҙләнгән, уға башҡорт һәм рус телдәрендә «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар Башҡорт полктарына бағышлана» тип яҙылған таҡтаташтар эленгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибайҙа булды // Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайты.