Өфө өлкәһе
Өфө өлкәһе — 1952 йылдың 29 майынан 1953 йылға саҡлы РСФСР-ҙың Башҡорт АССР-ы составындағы административ-территориаль берәмеге.
Ил | |
---|---|
Статус |
Рәсәйҙең өлкәһе |
Урынлашҡан урыны |
Башҡорт АССР-ы |
Административ үҙәк |
Өфө |
Барлыҡҡа килеүе |
1952—1953 |
Рәсми тел | |
Майҙаны |
69 900 км² |
Үҙәге — Өфө ҡалаһы. Территорияһы — 69,9 мең км2.
1952 йылдың майынан 1953 йылға саҡлы ВКП(б)-КПСС-тың Өфө өлкә комитетының 1-се секретаре булып Ҡорбанғолов Хәби Яуыҡман улы эшләй.
ТарихыҮҙгәртергә
Өфө өлкәһе (Стәрлетамаҡ өлкәһе менән бер рәттән) 1952 йылдың 29 майында эре АССР-ҙар араһында өлкәләргә бүлеү эксперименты барышында барлыҡҡа килгән.
Бер йыл да үтмәгән, эксперимент уңышһыҙ тип табылған һәм өлкәне бөтөргәндәр (1953 йылдың 30 апреле).
ГеографияһыҮҙгәртергә
Башҡорт АССР-ының төньяғында урынлашҡан.
Административ бүленешеҮҙгәртергә
Баш ҡалаһы — Өфө (республика ҡарамағындағы ҡала)
- Өлкә әһәмиәтендәге ҡалалар — 2 (Октябрьский, Черниковск).
- Район әһәмиәтендәге ҡалалар — 4 (Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән).
- Ауыл райондары — 38 (Асҡын, Байҡыбаш, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Ҡалтасы, Ҡандра, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Покровка, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Оло Теләк, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Әлшәй, Яңауыл).
- Ҡала райондары — 3.
- Ҡала тибындағы ҡасабалар — 12.
- Ауыл тибындғы ҡасаба советтары — 1.
- Ауыл советтары — 803.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Фазылов Р. Р. Өфө өлкәһе // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.